Милли хоккей лигаһы
Милли хоккей лигаһы | |
ингл. National Hockey League, NHL франц. Ligue nationale de hockey | |
Нигеҙләү датаһы | 26 ноябрь 1917[1] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | NHL һәм LNH |
Спорт төрө | Шайбалы хоккей |
Менеджер/директор | Гэри Беттмэн[d] |
Дәүләт |
Америка Ҡушма Штаттары[2] Канада |
Барлыҡҡа килеү урыны | Монреаль |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[2] |
Начало сезона | Октябрь |
Ҡатнашыусылар һаны | 32 |
Статистика буйынса алда | Монреаль Канадиенс[d] |
Рәсми сайт | nhl.com |
Һештег | nhl |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 6 813 078 һәм 2 040 000 ± 9999[3] |
Милли хоккей лигаһы Викимилектә |
Милли хоккей лигаһы (рус. Национальная хоккейная лига, НХЛ, ингл. National Hockey League, NHL; франц. Ligue nationale de hockey, LNH) — профессиональ спорт ойошмаһы, АҠШ менән Канаданың хоккей клубтарын берләштерә. НХЛ донъяла тәүге профессиональ хоккей лигаларының береһе була. НФЛ, НБА, МЛБ һәм MLS кеүек үк, НХЛ Төньяҡ Американың иң төп спорт лигаларының береһе. Лига 1917 йылда ойошторола һәм ул саҡта 4 команданан тора. 2017/2018 миҙгеленән унда АҠШ менән Канаданың 30 ҡалаһынан 31 команда уйнай, улар йыл һайын лиганың төп трофейы — Стэнли Кубогы өсөн көрәшә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баштан алып «Оригиналь алтау»ға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли хоккей лигаһы | |
---|---|
Ойошторолоуы | (1917—1942) |
Оригиналь алтау | (1942—1967) |
Киңәйеү | (1967—1992) |
Хәҙерге заман | (с 1992) |
Портал: Хоккей |
Милли хоккей лигаһы 1917 йылда Милли хоккей ассоциацияһында (НХА) фекер айырымлығы килеп тыуғандан һуң ойошторола. Беренсе миҙгелде НХЛ 1917/18 йылда үткәрә, 1917 йылдың 19 декабрендә Монреалдә старт ала.
НХА-лағы беренсе янъял «Торонто Блюширтс» хужаһы Ливингстоун менән бәйле. Ул намыҫһыҙ юл менән үҙ командаһы өсөн һәр төрлө өҫтөнлөктәр булдырырға тырышыуҙа ғәйепләнә. Уның башҡа команда хоккейсыларына уйнамаһындар өсөн контракт тәҡдим итеүе тураһында ла һүҙҙәр йөрөй. Ыҙғыштар ваҡытында Ливингстоун йыш ҡына НХА-нан китеү һәм АҠШ-та яңы лига төҙөү менән янай.
Иң һуңғы миҙгелендә (1916/17) НХА алты команданан торған була: «Монреаль Канадиенс», «Монреаль Уондерерс», «Оттава Сенаторз», «Квебек Булдогз», «Торонто Блюширтс» һәм Торонтола төпләнгән 228-се батальондың армия командаһы. 1917 йылдың 11 февралендә командаларҙың хужалары ойошманың киләсәге тураһында һөйләшеү өсөн Монреалдә йыйыла. Бынан бер көн элек 228-се батальон менән уның командаһы (НХА-ның иң популяр командаһы) ағзалары Беренсе донъя һуғышының хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыу өсөн саҡырып алына. "Торонто Блюширтс"тың хужаһы Ливингстоун ауырыуы арҡаһында был осрашыуға килә алмай һәм һуңынан башҡа командаларҙың хужалары уның "Блюширтс"ын НХА-нан сығарырға теләгәнен ишетеп шаҡ ҡата.
НХА президенты, Ливингстоундың фекерҙәше Франк Робинсон отставкаға киткәс, Ливингстоун йыйылыштарға йөрөүҙән баш тарта һәм үҙе урынына адвокатын ебәрә. 1917 йылдың 29 сентябрендә командаларҙың хужалары Ливингстондан биш көн эсендә "Блюширтс"ты һатыуын талап итә. Ливингстоун иһә "Блюширтс"ты Торонтоның «Мьючуэл Стрит Арена» стадионы хакимиәте ҡанаты аҫтына тапшыра, «Блюширтс»ҡа «Торонто Аренас» тигән атама бирелә. НХА эшен дауам итһә, Ливингстоун командаға йоғонтоһон юғалтмауға иҫәп тота. Ләкин НХА хужалары 1917 йылдың 26 ноябрендә Монреалдең Виндзор-Отелендә йыйыла ла Милли хоккей лигаһын ойоштора. Лигаға «Монреаль Канадиенс», «Монреаль Уондерерс», «Оттава Сенаторз», «Квебек Булдогз» һәм «Торонто Аренас» инә.
Милли хоккей лигаһы беренсе миҙгелен 1917 йылда аса. «Квебек Булдогз» командаһы финанс сәбәптәре арҡаһында тәүге ике миҙгелдә ҡатнашмай. 1918 йылдың 2 ғинуарында Монреалдәге Вестмаунт-Арена, «Уондерерс» менән "Канадиенс"тың йорт майҙаны, янғында юҡҡа сыға. Шунлыҡтан «Уондерерс» тарҡала. Шулай итеп, тәүге ике миҙгелдә лигала өс кенә команда уйнай. Ливингстоун лиганан ҡыуылһа ла, уның даими миҙгелде өлөштәргә бүлеү фекере, плей-офф системаһы менән бергә яраштырып, ҡулланыуға алына. «Торонто Аренас» НХЛ-да Стэнли Кубогын яулаған тәүге команда була. Ярһыған Ливингстоун, "Аренас"тың табышынан өлөш алыу ниәте барып сыҡмағас, команда һәм НХЛ өҫтөнән судҡа дәғүә ғарзаһы бирә.
Лига йәшәүенең тәүге тиҫтә йылында нисек тә бизнеста ҡалыу өсөн күп көс түкһә лә, НХЛ командалары боҙҙа уңышлы сығыш яһай — командалар Стэнли Кубогы өсөн туғыҙ уйындың етеһендә еңеүгә өлгәшә. Ул заманда Стэнли Кубогы НХЛ еңеүсеһе менән Тымыҡ океан яр буйы хоккей ассоциацияһы еңеүсеһе араһында уйнатыла. 1926 йылда НХЛ уйынсыларҙың эш хаҡын Төньяҡ Американың башҡа лигаларының ҡулынан килмәҫлек кимәлгә күтәрә һәм Стэнли Кубогын үҙе генә уйната башлай. Лига киңәйә: 1924 йылда уға — «Бостон Брюинз», 1925 йылда — «Нью-Йорк Американс» һәм «Питтсбург Пайрэтс», 1926 йылда «Нью-Йорк Рейнджерс», «Детройт Кугарс» (һуңынан «Детройт Ред Уингз»ҡа әүерелә) һәм «Чикаго Блэк Хокс» ҡушыла. 1930/31 миҙгеленең аҙағына НХЛ-да йәмғеһе 10 команда уйнай. Ләкин Бөйөк депрессия лигаға ҙур ғына зыян килтерә: «Пайрэтс» һәм «Американс» тарҡала, хатта «Сенаторз» уйнауҙан туҡтай. Икенсе донъя һуғышы башланғас, НХЛ-да алты команда ҡала. Ошо алты команда 1942 йылдан алып 25 йыл буйы уйнай һәм «Оригиналь алтау» (ингл. Original SixOriginal Six) тигән атама ала, улар: «Монреаль Канадиенс», «Торонто Мейпл Лифс», «Детройт Ред Уингз», «Бостон Брюинз», «Нью-Йорк Рейнджерс» һәм «Чикаго Блэк Хокс».
Киңәйеү: 1967 һәм унан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы йылдар уртаһында түбән лигаларҙа, айырыуса АҠШ-тың көнбайышында, НХЛ командаһына торошло командалар барлыҡҡа килә башлай. Көнбайыш хоккей лигаһының көсәйеүе, шулай уҡ финанс мәнфәғәттәре НХЛ-ды 1967 йылда 1920-се йылдарҙан һуң тәүләп киңәйеү сараларын күрергә мәжбүр итә. Лигаға тағы алты команда алына һәм улар яңы дивизион хасил итә. Улар: «Филадельфия Флайерз», «Сент-Луис Блюз», «Миннесота Норт Старз», «Лос-Анджелес Кингз», «Окленд Силз» һәм «Питтсбург Пингвинз». Өс йылдан «Ванкувер Кэнакс» менән «Баффало Сейбрз» өҫтәлә.
1972 йылда Бөтә донъя хоккей лигаһы (ВХА) ойошторола. ВХА бер ваҡытта ла НХЛ-ға Стэнли Кубогын бергәләп уйнатыу тәҡдимен индермәһә лә, бөтәһе лә был лиганың көсөн таный һәм уны НХЛ-дың лайыҡлы дәғүәсеһе тип күрә. Быға бәйле НХЛ киңәйеү сәйәсәтен йәһәтләп дауам итергә була һәм 1972 йылда лигаға «Нью-Йорк Айлендерс» менән "Атланта Флэймз"ды, ике йылдан «Канзас-Сити Скаутс» менән "Вашингтон Кэпиталз"ды ҡуша. Ләкин командалар һаны артыу уйындың дөйөм кимәле түбәнәйеүгә килтерә. Был лигалар көслө хоккейсылар өсөн аяуһыҙ көрәш алып бара, хатта 1979 йылда ВХА ябылып ҡуя. ВХА-ның дүрт командаһы — «Хартфорд Уэйлерс», «Квебек Нордикс», «Эдмонтон Ойлерз» һәм «Виннипег Джетс» — НХЛ-ға инә. 2011 йылға ВХА-ның "Эдмонтон Ойлерз"ы үҙ ҡалаһында тороп ҡалған һуңғы командаһы була. «Квебек Нордикс», «Виннипег Джетс» һәм «Хартфорд Уэйлерз», исемен үҙгәртеп, башҡа ҡалаларға күсә.
НХЛ киңәйә бара һәм ике тиҫтә йыл эсендә лигалағы командалар һаны бөгөнгө максимумына — 30 командаға етә. Хоккей Канадала, АҠШ-та бик популяр булһа ла, бейсбол, баскетбол һәм Америка фтуболын унда нығыраҡ яраталар.
2015 йылдың 24 июнендә Милли хоккей лигаһы киңәйеү пландары барлығы тураһында белдерә. Лигаға Канаданың Квебек һәм Американың Лас-Вегас ҡалаларынан команда ойоштороу тураһында рәсми ғаризалар бирелә. 2016 йылдың 7 июнендә клуб хужалары комитеты НХЛ-дың директорҙар советына лигаға Лас-Вегас клубын алырға тәҡдим итә. 2016 йылдың 22 июнендә НХЛ комиссары Гэри Беттмэн Лас-Вегас командаһы лигаға алыныуы тураһында иғлан итә. Яңы команда 2017/2018 миҙгелендә НХЛ-дағы сығыштарын башлай. Әммә Квебек ҡалаһының ғаризаһын ҡарауҙы лига кисектереп тора.
2017 йылдың 7 декабрендә лига комиссары Гэри Беттмэн Сиэтл ҡалаһының НХЛ-ға инеү хоҡуғы алыуын белдерә. Эштәре уңышлы барһа, команда 2020/21 миҙгеленән башлап лигала уйнай аласаҡ.
Забастовкалар һәм локауттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]НХЛ тарихында уйынсыларҙың бер забастовкаһы һәм өс локауты була. Забастовка 1992 йылдың апрелендә НХЛ уйынсылары профсоюзы НХЛПА тарафынан ойошторола. Ул 10 көн бара. Шул көндәргә тура килгән уйындар кисектерелә.
1994/95 миҙгелендәге локаут 3 ай бара. Уның арҡаһында һәр команданың уйындары һанын 84-тән 48-гә ҡалдырырға тура килә. Ҡыҫҡартылған миҙгелдә командалар үҙ конференциялары эсендә генә уйнай. Профсоюз менән лига араһында договор 1998 йылға тиклем төҙөлә, һуңынан 2004 йылдың 15 сентябренә тиклем оҙайтыла.
2004 йылда яңы килешеү буйынса һөйләшеүҙәр башлана. Профессиональ спорт тарихында улар иң ҡыҙыуы һәм иң киҫкене була. Лига бөтә клубтар өсөн дөйөм иң юғары эш хаҡы кимәлен билдәләргә була. Профсоюз ҡаршы төшә. Яңы килешеү ҡабул ителмәгәнлектән, лига комиссары Гэри Беттмэн 2004/05 миҙгелен уйнатмаҫҡа мәжбүр була. Шулай итеп, НХЛ Төньяҡ Америкала хеҙмәт бәхәсе арҡаһында тотош миҙгелен юғалтҡан беренсе профессиональ спорт лигаһы була. 2005 йылдың июлендә килешеү лига шарттарында ҡабул ителә — эш хаҡының иң юғары кимәле бөтәһе өсөн бер төрлө итеп билдәләнә. НХЛ уйындары 2005 йылдың октябрендә дауам иттерелә.
Өсөнсө локаут 2012 йылдың 16 сентябрендә иғлан ителә, был юлы лига менән профсоюз яңы коллектив килешеү буйынса уртаҡ фекергә килә алмай. Алыу ихтималлығы булған килемде лига менән профсоюз араһында бүлешеү тураһындағы пункт локаут сәбәпсеһе була. Локаут 2013 йылдың 12 ғинуарында тамамлана.
Бөтә йондоҙҙар матчы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]НХЛ-дың бөтә йондоҙҙар матчы 1947 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Элек, ҡағиҙә булараҡ, лига йондоҙҙарының йыйылма командаһы менән Стэнли Кубогы эйәһе осрашҡан. 1969 йылдан бындай матчтарҙа Көнсығыш һәм Көнбайыш дивизиондарҙың йыйылма командалары ҡатнаша, ә 1975—1993 йылдарҙа Кларенс Кэмпбелл төркөмө йыйылма командаһы Принц Уэльский төркөмө йыйылма командаһы менән уйнай. 1994 йылдан башлап, лиганы ҡайтанан үҙгәртеп ойоштороу сәбәпле, матчтар Көнсығыш һәм Көнбайыш конференциялар командаһы араһында үткәрелә башлай. 1998 йылда лига тарафынан матчтарҙы Төньяҡ Америка һәм Бөтә ҡалған донъя йыйылма командалары араһында үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 2002 йылда НХЛ командаларҙың элекке Көнбайыш һәм Көнсығыш схемаһына кире ҡайта. 2010/11—2014/15 миҙгелдәрҙә йондоҙҙар матчы «Капитандарҙың йыйылма командалары» форматында үткәрелә, йәғни лига һайлаған ике капитан командаларына уйынсыларҙы үҙҙәре йыя. 2015/2016 миҙгелендә дивизиондарҙың 3 х 3 форматындағы алышы рәүешендә яңы формат тәҡдим ителә.
Бөтә йондоҙҙар матчы 60 йыллыҡ тарихында һигеҙ тапҡыр үткәрелмәй ҡала. 1979 һәм 1987 йылдарҙа — Советтар Союзының клубтары менән матчтар үткәреү арҡаһында, 1995, 2005 һәм 2013 йылдарҙа — локаут сәбәпле, 2006, 2010 һәм 2014 йылдарҙа лиганың иң яҡшы хоккейсыларының Олимпия уйындарында үҙҙәренең милли командалары составында уйнауы арҡаһында. Бөтә йондоҙҙар матчының иң яҡшы бомбардиры тип Уэйн Гретцки иҫәпләнә, ул 17 осрашыуҙа 25 мәрәй йыйған. Шунса уҡ уйын уйнаған Марио Лемьеның мәрәйҙәр һаны 2-гә кәмерәк.
Драфт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]НХЛ драфты (ингл. NHL Entry Draft) — клубтарҙың үҙ сафтарын Американың, Канаданың һәм Европаның иң яҡшы юниорҙары һәм өлкәнерәк йәштәге уйынсылары менән тулыландырыуы. Һәүәҫкәр драфт беренсе тапҡыр 1963 йылда үткәрелә. Клубтарға 17 йәштән өлкәнерәк юниорҙарҙы алыу рөхсәт ителә. 1968/1969 миҙгелендә бөтә донъянан хоккейсылар алырға ярай. 11 йылдан 18 йәше тулған юниорҙарҙы драфтлау мөмкин була.
Юниорҙарҙы беренсе булып һайлау хоҡуғы үтеп киткән даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса иң йомшаҡ командаға бирелә, шунан — ҡойроҡтан икенсегә һәм артабан. Бөтә клубтар ҙа берәр уйынсы алып сыҡҡас, шул уҡ эҙмә-эҙлелектә һайлауҙың икенсе раунды, шунан өсөнсөһө һ.б. үткәрелә. Плей-офҡа эләгеү форсатынан яҙған клубтар беренсе булып һайлау хоҡуғын алыу маҡсатында юрамал еңелеп йөрөмәһен өсөн, НХЛ драфт-лотерея индерә. Уға ярашлы, һуңғы урынды алған командаға беренсе булып һайлау хоҡуғы алыуға 25 процентлы форсат, 17-се урынды алғанға 0,5 процентлы форсат бирелә. 2013 йылға тиклем драфт-лотереяла миҙгел һөҙөмтәләре буйынса иң һуңғы биш урындағы команда ғына ҡатнаша ала.
NHLPA
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]НХЛ уйынсылары ассоциацияһы (ингл. The National Hockey League Players' Association (NHLPA)) — НХЛ уйынсылары ағза булып торған һәм НХЛ-да уларҙың мәнфәғәттәрен сағылдырған профсоюз. Ассоциация 1967 йылдың июнендә ойошторола. Боб Палфорд — беренсе президенты, ә Алан Иглсон етәксеһе була. Штаб-фатиры Торонтола урынлашҡан.
НХЛ-дың өс локауты ла НХЛПА менән бәйле. Икенсеһенән һуң NHLPA 1995 йылда хеҙмәт шарттары тураһында коллектив килешеүгә ҡул ҡуя, ул 2004 йылдың 15 сентябренә тиклем ғәмәлдә була. Договорҙың яңы шарттары тураһында НХЛ менән НХЛПА килешеүгә килә алмай, шунлыҡтан 2004/2005 миҙгеле бөтөнләй үткәрелмәй. «Локаут» башланғандан һуң ике айҙан профсоюз үҙенең ағзаларына «эшһеҙлек буйынса пособие» — айына 10 000 доллар түләй башлай. Был аҡсаларҙы хоккейсылар үҙҙәре һуңғы бер нисә йыл буйы профсоюздың махсус фондына йыйып барған була.
Миҙгелдең структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгелдә һәр команда 82 уйын уйнай — өйҙә 41 һәм ҡунаҡта 41 уйын.
2005/06 миҙгеленән башлап өс миҙгел дауамында һәр команда үҙ дивизионы командаларына ҡаршы — 32 (һәр береһенә ҡаршы 8 уйын), үҙ конференцияһының башҡа дивизиондары командаларына ҡаршы — 40 (һәр береһенә ҡаршы 4-әр уйын) һәм башҡа конференциялар командаларына ҡаршы 10 уйын уйнай (шунлыҡтан бер миҙгел барышында бөтә командалар ҙа бер-береһе менән уйнап өлгөрмәгән була). 2008/09 миҙгеле алдынан лига элекке календарға кире ҡайта — хәҙер һәр команда, 2004/05 миҙгел локаутына тиклемге кеүек үк, миҙгел эсендә лиганың башҡа командаһы менән кәм тигәндә бер уйын уйнай.
2013/2014 миҙгеленән башлап календарь структураһы үҙгәрә. Көнбайыш конференция командалары үҙ дивизионындағылар менән — 29 матч (биш дәғүәсе менән 5 матч: икеһе менән 3 уйынды өйҙә һәм 2-не ҡунаҡта, өсөһө менән — 2 уйын өйҙә һәм 3 уйын ҡунаҡта, йәнә тағы бер команда менән 4 матч: 2-не өйҙә, 2-не ҡунаҡта форматында); көнбайыш конференцияның башҡа дивизионы командалары менән 21 матч (һәр команда менән 3-әр уйын: дүрт дәғүәсегә ҡаршы 2-һе өйҙә, 1-һе ҡунаҡта, ҡалған өсәүгә ҡаршы 1-һе өйҙә, 2-һе ҡунаҡта); көнсығыш конференцияһының һәр командаһы менән икешәр матч (1 өйҙә, 1 ҡунаҡта) үткәрә (бөтәһе 32 матч).
Көнсығыш конференция командалары үҙ дивизионы эсендә 30 матч (икешәр команда менән 5-әр матч: береһе менән — өйҙә 3 һәм ҡунаҡта 2, икенсеһе менән — өйҙә 2 һәм ҡунаҡта 3, йәнә башҡа биш команда менән 4-әр матч: өйҙә 2 һәм ҡунаҡта 2); көнсығыш конференцияның башҡа дивизионы командалары менән 24 матч (һәр дәғүәсе менән 3-әр матч: дүрт команда менән өйҙә 2 һәм ҡунаҡта 1, ҡалған дүрт команда менән өйҙә 1 һәм ҡунаҡта 2); көнбайыш конференцияның һәр командаһы менән икешәр матч (өйҙә 1 һәм ҡунаҡта 1) матч үткәрә (бөтәһе 28 матч).
Һәр дәғүәсе менән үткәрелеүсе матчтар һаны йыл һайын ротация принцибы буйынса билдәләнә.
Еңеү өсөн команда ике мәрәй ала, овертаймда йә буллиттар буйынса еңелгән өсөн команда бер мәрәй ала, төп ваҡытта еңелһә, бер мәрәй ҙә алмай. Мәрәй биреүҙең был системаһы 2005/06 миҙгеленән алып эшләй. Даими миҙгел тамамланғас, үҙ дивизионында иң күп мәрәй йыйған команда дивизион чемпионы тип иғлан ителә (бөтә командалар менән уйындарҙан йыйылған мәрәйҙәр һанала, үҙ дивизионы командалары менән осрашыуҙарҙан ғына түгел), ә Лиганың бөтә клубтары араһында даими миҙгелдә иң күп мәрәй йыйған команда Президент Кубогына лайыҡ була. Һәр дивизиондағы тәүге өс урынды алған команда һәм йәнә мәрәйҙәр һаны буйынса иң яҡшы 4 команда (һәр конференциянан икешәр) плей-офҡа эләгә һәм Стэнли Кубогы өсөн алыша.
Стэнли Кубогы плей-офы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стэнли Кубогы плей-офы — төшөп ҡалыу турниры, командалар дүрт еңеүгә тиклем уйнай. Матчтың төп ваҡыты тигеҙ иҫәп менән тамамланһа, беренсе шайбаны индергәнгә тиклем овертайм уйнала. Стэнли Кубогындағы овертаймдар тулы ҡиммәтле егерме минутлыҡ периодтар кеүек уйнала, уларҙа 5 х 5 ялан уйынсыһы ҡатнаша, ә даими миҙгелдең овертаймдарында ғәҙәттә 3 х 3 ялан уйынсыһы биш минут уйнай. Бынан тыш, плей-офф овертаймдары, даими миҙгелдәге кеүек, штраф ташлауҙары серияһы менән тамамланмай, ә командаларҙың береһе шайба индергәнсе дауам итә. Даими миҙгелдә юғарыраҡ урын алған команда өҫтөнлөккә эйә — өйөндәге боҙҙа бер уйынға күберәк уйнай. Беренсе, икенсе, кәрәк булһа, бишенсе һәм етенсе уйындар — был команданың боҙонда, ҡалғандары даими миҙгелдә түбәнерәк урын алған команданың боҙонда уйнала.
Трофейҙар һәм бүләктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли хоккей лигаһы йыл һайын бер нисә трофей тапшыра. Иң абруйлы клуб призы — Стэнли Кубогы, ул Стэнли Кубогының плей-офы еңеүсеһенә бирелә. Даими миҙгел йомғаҡтары буйынса иң күп мәрәй алған еңеүсегә Президент кубогы тапшырыла. Уйынсыларҙың һәм ҡапҡа һаҡсыларының статистика күрһәткестәренә таянып бирелә торған трофейҙар ҙа бар. Мәҫәлән, «Арт Росс Трофи» миҙгелдең иң яҡшы бомбардирына бирелә (голдар + тапшырыуҙар), лиганың иң яҡшы снайперына «Морис Ришар Трофи» һәм даими миҙгел йомғаҡтары буйынса уйындарҙа ҡапҡаға уртаса иң әҙ гол үткәргән ҡапҡа һаҡсыһына «Уильям М. Дженнингс Трофи» тапшырыла.
Айырым уйынсыларға бирелгән башҡа приздар НХЛ клубтары булған ҡалаларҙа НХЛ Журналистар ассоциацияһы вәкиллектәренең йә командалар тренерҙарының тауыш биреүе һөҙөмтәһендә бүленә. Миҙгелдең иң баһалы уйынсыһына тәғәйенләнгән «Харт Трофи» призы журналистар араһында тауыш биреү һөҙөмтәһендә тапшырыла. «Везина Трофи» миҙгелдең иң яҡшы голкиперына бирелә, ә тауыш биреү НХЛ командаларының баш тренерҙары араһында үткәрелә. «Джеймс Норрис Трофи» менән — миҙгелдең иң яҡшы һаҡсыһы, «Колдер Трофи» менән яңы уйынсыларҙың иң яҡшыһы бүләкләнә. НХЛ-да 25-тән кәмерәк уйында ҡатнашҡан уйынсы ғына яңы тип һанала. «Леди Бинг Трофи» наградаһы намыҫлы спорт көрәше өлгөһө булған һәм уйын оҫталығы күрһәткән хоккейсыға тапшырыла. Был өс награда НХЛ Журналистар ассоциацияһы вәкиллектәре биргән тауыштарға ҡарап бирелә.
Даими миҙгел наградаларынан тыш, Стэнли Кубогының плей-офф уйындары һөҙөмтәләренә ҡарап тапшырыла торғандары бар. «Конн Смайт Трофи» плей-офтың иң яҡшы уйынсыһына тапшырыла . НХЛ Журналистар ассоциацияһы фекеренә ярашлы миҙгелдең иң яҡшы тип табылған тренеры «Джек Адамс Эворд» призын ала. Милли хоккей лигаһы һәр призға дәғүә иткән өс кандидат исемен баҫтырып сығара һәм бүләкләү тантанаһында еңеүселәрҙе атай.
Хоккей даны залы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уңышлы карьераға эйә булған уйынсылар, тренерҙар һәм рәсми кешеләр "Хоккей даны залы"на индерелә ала. Уйынсы, хоккей карьераһы тамамланып, өс йыл үткәс кенә залға һайлана ала. Әгәр уйынсының ҡаҙаныштары етерлек дәрәжәлә ҙур тип табылһа, был ҡағиҙәнең боҙолоуы ла ихтимал. Уэйн Гретцки 1999 йылда был мөҙҙәте тамамланмайынса "Дан залы"на һайланған һуңғы уйынсы була
«Хоккей даны залы» Канаданың Торонто ҡалаһындағы «BCE Place» бинаһында урынлашҡан, ул 1943 йылда булдырылған. Тәүге 12 уйынсы 1945 йылда индерелә. Үтеп киткән 70 йылдан ашыу осорҙа Залға 300-ҙән ашыу уйынсы, тренер, функционер һәм журналист индерелгән.
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли хоккей лигаһы уйындарын Төньяҡ Америкала түбәндәге телеканалдар тота: АҠШ-та — NBC селтәре каналдары, Канадала — Sportsnet, CBC, TVA, TVA Sports (һуңғы икеһе француз телендә), ике илдә лә — NHL Network. 2005 йылдың уртаһында, 2004-05 локаутынан һуң, Американың ESPN кабелле телеканалы киләһе миҙгелгә НХЛ менән контрактты оҙайтмаҫҡа була. Ошо арҡала лига телетрансляциялау хоҡуғын һатып эшләп алырға мөмкин булған 60 миллион долларҙы юғалта . Унан да алдараҡ ABC телеканалы уйындан сыға уның урынын НХЛ өсөн отошһоҙораҡ шарттарҙа NBC биләй . 2010/11 миҙгеле тамамланыуға НХЛ менән NBC араһындағы договорҙың мөҙҙәте тула. ESPN каналы матчтарҙы ҡабат күрһәтә башлау теләген белдерә, ләкин НХЛ NBC менән 10 йылға яңы килешеү төҙөй . Канадала матчтарҙы трансляциялау хоҡуғына 2014/2015 миҙгеленән Rogers Communications компанияһы эйә. Контракт 12 йылға, 5,232 миллиард Канада долларына төҙөлгән.
Рәсәйҙә даими миҙгел матчтарын һәм Стэнли Кубогының плей-офф уйындарын 2011/2012 миҙгеленә тиклем «НТВ-плюс» менән Viasat Sport трансляцияланы. 2011/2012 миҙгелендә трансляциялау хоҡуғын ВГТРК алды һәм матчтарҙы Россия-2 менән Спорт-1 каналдары күрһәтте. 2012/2013 миҙгеленән НХЛ уйындары Рәсәйҙә трансляцияланманы. 2016 йылда Матч ТВ телеканалы 2016 йылғы Стэнли Кубогы матчтарын күрһәтеү хоҡуғын һатып алды. 2016 йылдың уртаһында «Медиа Альянс» компанияһы НХЛ матчтарын Рәсәйҙә күрһәтеү хоҡуғын 3 йыллыҡ мөҙҙәткә алды. Матчтарҙы «Eurosport» каналы күрһәтә.
Командалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 5 декабрендә НХЛ-дың директорҙар советы командаларҙың яңыса бүленешен раҫлай. Алты дивизион урынына командалар дүрт конференцияға етешәр һәм һигеҙәр командалап бүленә. Һәр команда үҙ конференцияһы эсендә 36 (етешәр командалы конференцияларҙа) йәки 38 (һигеҙәр командалы конференцияларҙа) матч һәм башҡа конференциялар командалары менән икешәр матч (өйҙә һәм ҡунаҡта берәр) уйнарға тейеш була. Үҙгәрештәр 2012/2013 миҙгеленән ғәмәлгә инергә тейеш була, әммә планды уйынсылар профсоюзы хупламай.
2013 йылдың февралендә НХЛ дивизиондарҙың яңы структураһын тәҡдим итә. Конференциялар һаҡлана, әммә дивизиондар һаны алтынан дүрткә ҡалдырып кәметелә (һәр конференцияла икешәр). Уйынсылар профсоюзы был планды хуплай. Үҙгәрештәр 2013/2014 миҙгеленән көсөнә инә. Плей-офҡа һәр дивизиондан иң яҡшы өсәр команда һәм тағы һәр конференциянан ике команда мәрәйҙәренә ҡарап алына.
Эдмонтон Ойлерз, Хартфорд Уэйлерз (ныне Каролина Харрикейнз), Квебек Нордикс (ныне Колорадо Эвеланш) и оригинальный Виннипег Джетс (ныне Аризона Койотис) вступили в НХЛ в 1979 как часть ВХА после объединения с НХЛ.
* — отмечены команды, совершившие переезд.
Маскоттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лиганың бөтә командалары ла (икеһенән башҡа) үҙ маскотына (тылсым) эйә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.nhl.com/news/this-date-in-nhl-history-november-26/c-284067462
- ↑ 2,0 2,1 (unspecified title)
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт НХЛ (инг.)(инг.) (фр.)(фр.) (рус.)(рус.) (фин.)(фин.) (швед.) (чех.)(чех.) (словак.)(словак.) (нем.)(нем.)
- Русскоязычная версия официального сайта НХЛ
- Русскоязычный сайт о НХЛ
- Сайт ассоциации болельщиков НХЛ 2006 йыл 19 июль архивланған. (инг.)(инг.)
- Сайт ассоциации игроков НХЛ (инг.)(инг.)
NHL (команды, арены) Google Maps KMZ (файл меток KMZ для Google Earth)
Көнсығыш конференция | Көнбайыш конференция | ||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала дивизионы | Атлантик дивизион | Үҙәк дивизион | Тымыҡ океан дивизионы | ||
Вашингтон Кэпиталз | Баффало Сейбрз | Виннипег Джетс | Анахайм Дакс | ||
Каролина Харрикейнз | Бостон Брюинз | Даллас Старз | Аризона Койотис | ||
Коламбус Блю Джекетс | Детройт Ред Уингз | Колорадо Эвеланш | Ванкувер Кэнакс | ||
Нью-Джерси Девилз | Монреаль Канадиенс | Миннесота Уайлд | Вегас Голден Найтс | ||
Нью-Йорк Айлендерс | Оттава Сенаторз | Нэшвилл Предаторз | Калгари Флэймз | ||
Нью-Йорк Рейнджерс | Тампа-Бэй Лайтнинг | Сент-Луис Блюз | Лос-Анджелес Кингз | ||
Питтсбург Пингвинз | Торонто Мейпл Лифс | Чикаго Блэкхокс | Сан-Хосе Шаркс | ||
Филадельфия Флайерз | Флорида Пантерз | Эдмонтон Ойлерз | |||
Юҡҡа сыҡҡан командалар | |||||
Атланта Флэймз • Гамильтон Тайгерз • Калифорния Голден Силз • Канзас-Сити Скаутс • Квебек Булдогз • Кливленд Баронз • Колорадо Рокиз • Миннесота Норт Старз Монреаль Марунз • Монреаль Уондерерз • Нью-Йорк Американс • Питтсбург Пайрэтс • Сент-Луис Иглз • Филадельфия Квакерз • Виннипег Джетс • Квебек Нордикс • Хартфорд Уэйлерс • Атланта Трэшерз • Оттава Сенаторз |