Эшһеҙлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
2009 йылдың ғинуарына ҡарата донъяла эшһеҙҙә кимәле (ЦРУ мәғлүмәте буйынса)

Үҙегеҙгә эш талап итегеҙ! Эш бирмәһәләр икмәк һорағыҙ! Икмәк бирмәһәләр үҙегеҙ алағыҙ!

1893 йылда Манхэттенда Эмма Гольдмандың сығышынан [1]

Эшһеҙлек — илдәге эшкә һәләтле кешеләрҙең бер өлөшөнөң үҙенә яраҡлы эш таба алмауы; социаль-экономик бәлә. Йәше буйынса эшкә һәләтле кешеләрҙең (ғәҙәттә 15-18 йәштән 60-65 йәшкә тиклем) эшһеҙ булыуы. Улар эш хаҡы алмай. Ҡайһы бер илдәрҙә эшһеҙҙәрҙе яҡлаусы социаль селтәрҙәр бар.

Эшһеҙлек кимәлен биләләү өсөн илдәге йәше буйынса эшһеҙҙәр һанын шул йәштәге дөйөм кешеләр һанына бүлергә кәрәк. Эшһеҙлек кимәле бик күп күренештәргә бәйле, шул иҫәптен хөкүмәттең урта йәштәге кешеләргә мөнәсәбәтенән. Эшһеҙлек йәмғиәттә насар күренеш.

Ниндәйҙер кимәлдәге эшһеҙлек тәбиғи күренеш. Тулы мәшғүллек бөтә кеше лә эшләй тигәнде аңлатмай. Хөкүмәт эш урындары булдырырға тырыша.[2]

Элекке СССР-ҙа 1930 йылда уҡ беҙҙә эшһеҙлек бөтөрөлдө тип иғлан ителһә лә, миллионлаған кеше нахаҡҡа лагерҙарға ебәрәлеүенә, төрлө «бөйөк төҙөлөштәргә» алыныуына ҡарамаҫтан, был идеологик лозунг хәҡиҡәткә тура килмәй.

Эшһеҙлек ауыл ерҙәрендә, йәштәр араһында күп.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. The outlaw bible of American literature — Google Книги
  2. Tom de Castella & Caroline McClatchey 2011.