Бугера Владислав Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Владислав Евгеньевич Бугера
Тыуған көнө:

24 ғинуар 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы,
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

социаль философия, гносеология, сәйәси экономия, политология, марксизм[1], социаль психология[1]

Эшләгән урыны:

Өфө дәүләт нефть техник университеты (УГНТУ), философия кафедраһы

Ғилми дәрәжәһе:

философия фәндәре докторы

Ғилми исеме:

доцент, профессор

Уҡыу йорто:

Тарас Шевченко исемендәге Киев дәүләт университеты

Ғилми етәксеһе:

Камаев Рәшит Борхан улы

Билдәләлек алған:

публицист, философ, иҡтисадсы һәм
сәйәси активист

Сайт:

bugerave.wordpress.com

Буге́ра Владисла́в Евге́ньевич[2] (24 ғинуар 1971) — Рәсәй философы[1][3], ғалим[4], сәйәси публицист[5] һәм һул йүнәлешле ижтимағи-сәйәси хеҙмәткәр. Философия фәндәре докторы[6], Өфө дәүләт нефть техник университетының философия кафедраһы профессоры[7], Рәсәй философия йәмғиәтенең «Материалистик диалектика — фәнни атеизм» секцияһы ағзаһы[8] Социаль философия буйынса «Йәмғиәт субстанцияһы булараҡ идаралыҡтың һәм милектең мөнәсәбәттәре тураһында тәғлимәт» (Милек һәм идаралыҡтың мөнәсәбәттәре ансамбле булараҡ кеше тураһында тәғлимәт) фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы.[9]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владислав Евгеньевич Бугера 1971 йылдың 24 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған.[1][9][10]

1988—1993 йылдарҙа Киев дәүләт университетының философия факультетында уҡый[1][9][10][11]

1996 йылдың февраленән Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта, 2002 йылдың июленән — философия кафедраһы доценты, 2010 йылдың февраленән — шул уҡ кафедраның профессоры.[1][9][10][11][12]

2001 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор Р. Б. Камаевтың ғилми етәкселегендә 09.00.11 — Социаль философия һөнәре буйынса «Ижтимағи феномен булараҡ ницшеанлыҡ: уның социаль асылы һәм әһәмиәте. Социаль-фәлсәфәүи тикшеренеү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм философия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә була.[11][13]

2002 йылдың июлендә Үҙәк Европа университетында танып белеү тәғлимәте буйынса курстарҙа квалификацияһын күтәрә.[11]

2004 йылда доцент исеме бирелә.[11]

2006 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында 09.00.11 — Социаль философия һөнәре буйынса «Кеше эшмәкәрлегенең кәрәкле формалары булараҡ милек һәм идаралыҡтың мөнәсәбәттәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның официаль оппоненттары булып философия фәндәре докторҙары В. П. леньшин, А. В. Назарчук, Ю. А. Ющенко сығыш яһай.[10][11][13] Глазго университеты профессоры Хиллель Тиктин һәм Калифорнияның изге Мария колледжы профессоры Сьюзан Вайсман диссертацияға ыңғай баһалама бирәләр.[14]

2006—2009 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһының яһалма интеллект методологияһы буйынса Ғилми советының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары.[9][10][15]

2008 йылда В. Е. Бугераның яҙыусы һәм философ Э. А. Байков менән әңгәмәһе «Джонсон бюллетене»нең 44-се һанында баҫыла.[16]

Владислав Бугера — 100-ҙән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәт[17], шул иҫәптән 3 монография авторы.[10][13] Төп хеҙмәттәре: «Милек һәм идаралыҡ» (2003), «Ницше философияһының социаль асылы һәм әһәмиәте» (2004), «Кешенең асылы» (2005). В. Е. Бугера шулай уҡ «XXI быуатта тарихи материализм: яңырыу кәрәклеге» исемле Рәсәй һәм АҠШ авторҙары мәҡәләләре йыйынтығы төҙөүсеһе, тәржемәсеһе һәм редакторы, «Яһалма интеллект методологияһының фәлсәфәүи һәм ғәмәли һорауҙары» коллектив монографияның авторҙашы.

Адвокат Станислав Маркеловтың (1974-2009) яҡын дуҫы.[4][18]

«Спутник FM» радиоһындағы «Йондоҙло клуб» тапшырыуында ҡатнашыусы.[19]

Теоретик ҡараштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. Е. Бугера Рәсәй философияһында иҡтисади мәҙәниәт проблемаһы өҫтөндә эшләй.[20] Тарихи материализм нигеҙендә В. Е. Бугера кешенең үҫешен ижтимағи мөнәсәбәттәр үҫеше аша ғына түгел, ә тәү сиратта милек һәм идаралыҡтың мөнәсәбәттәре үҫеше аша аңлатыуға ынтылыш яһай.[21]

Бугераның идеялары Рәсәй һәм башҡа ил авторҙары хеҙмәттәрендә тикшерелә. Билдәле инглиз-американ тикшереүсеһе Стивен Д. Шенфилд В. Е. Бугераның ҡараштарын постмарксистик ҡараштарға индерә[22][23], ә немец политологы Андреас Умланд Бугераны неомарксист тип һанай[24]. Г. Е. Белоногов Бугераны «философ-материалистарҙың яңы быуын вәкиле»,[25] ә Эдуард Байков яңы философия мәктәбенә нигеҙ һалыусы тип атай.[9] Башҡорт энциклопедияһы марксизмдың В. Е. Бугера төҙөгән антропологик концепцияһының үҙенсәлекле булыуын билдәләй[26], бынан тыш, шулай уҡ уның ғилми тикшеренеүҙәренең марксистик философия проблемаларын яҡтыртыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала[1].

Синфи ҡарашҡа нигеҙләнеп, В. Е. Бугера нацизм менән сталинизмды йәмғиәттең Ницше концепцияһының тормошҡа ашырылған ике варианты булараҡ билдәләй, шулай уҡ Фридрих Ницшеның идеяларының Өсөнсө рейх раса һәм радикаль-милләтселек сәйәсәте өсөн теоретик нигеҙ булыуын һыҙыҡ күрһәтә.[3]

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым баҫылғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Интервью[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Бугера Владислав Евгеньевич // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 7. Ф-Я, с дополнениями / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2011. — С. 499.
  2. О происхождении фамилии «Бугера» из Этимологического словаря украинского языка (Етимологiчний словник української мови, Київ, Наукова думка) — см.
  3. 3,0 3,1 «Используя при анализе философии Ф.Ницше классовый подход, российский философ В. Е. Бугера интерпретирует нацизм и сталинизм как два реализованных варианта ницшеанской концепции общества и указывает на то, что идеи Ф.Ницше явились теоретической основой расовой и радикально-националистической политики Третьего Рейха»." — Кирильченко Д. В. Социальный идеал Ф. Ницше и практика тоталитарных обществ : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.03, 09.00.11 / Кирильченко Дмитрий Викторович; [Место защиты: Твер. гос. ун-т]. — Тверь, 2010. — 171 с.
  4. 4,0 4,1 Stephen Schwartz Murder in Moscow // The Weekly Standard (англ.)русск., 23 February 2009 (перевод на русский язык, копия перевода на русский язык)
  5. «Политический публицист, хорошо известный среди „краснознаменного“ политического андерграунда России и Украины. <…> В 2000 г. стал одним из основателей Группы пролетарских революционеров-коллективистов, регулярно выпускающей — в порядке „самиздата“ — журнал „Пролетарская революция“ и сборники политических статей.» — Фьюче, Дмитрий Встреча с Владиславом Бугерой // Nietzsche.ru, 22.02.2004
  6. Аюпов, Рашит Знаменитые уроженцы Уфы // газета «Вечерняя Уфа», №80 (13260), 05.10.2018, с. 6
  7. В 1971 году в Уфе родился доктор философских наук, профессор кафедры философии гуманитарного факультета УГНТУ Владислав Евгеньевич Бугера. — Аюпов Рашит «День в истории» // газета «Вечерняя Уфа», 24-01-2013 (копия)
  8. Страница секции РФО «Материалистическая диалектика — научный атеизм»
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Байков Э. А. «Новая философская школа» // «Экономическая и философская газета»
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Бугера Владислав Евгеньевич // Энциклопедия «Учёные России», 23.12.2011
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Бугера Владислав Евгеньевич // Официальный сайт кафедры философии УГНТУ
  12. Страница кафедры философии на сайте УГНТУ
  13. 13,0 13,1 13,2 Кулакова Т. По примеру Ромео и Джульетты // «Весть», 21.02.2008
  14. См. в блоге В. Бугеры запись «Моя глубокая благодарность тов. Хиллелу Тиктину и Сьюзан Вайсман» от 28 февраля 2014 г., где приведены тексты отзывов этих профессоров на докторскую дисс. В. Бугеры в англоязычном оригинале.(заархивированная копия аналогичной записи, сделанной в 2009 г., с прежнего официального блога В.
  15. См. в блоге В. Бугеры запись «Почему я ушел из БО НСМИИ РАН» от 28 февраля 2014 г.
  16. Колоколова, Любовь Статьи учёных и журналистов Башкортостана публикует информационный бюллетень Джонсона // ИА «Башинформ», 12.11.2008
  17. О В. Бугере на сайте Молодежного университета современного социализма (МУСС)
  18. Vladislav Bugera. Obituary for Stanislav Markelov (копия)
  19. «Кстати, с нами по вечерам будут философы, возглавляемые доктором философских наук Владиславом Бугера» — Радиостанция «Спутник 107 FM» подводит итоги года // Горобзор.ру, 26.12.2008
  20. Бикметова Н. Х. Становление экономической культуры российского общества : социально-философский анализ : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.11 / Бикметова Наиля Халимовна; [Место защиты: Башкир. гос. ун-т]. — Уфа, 2010. — 141 с.
  21. Богданов А. А. Новый мир / А. А. Богданов. Вопросы социализма: Работы разных лет. — М.: Политиздат, 1990. — С. 32-38.
  22. Стивен Шенфилд.«Владислав Бугера: портрет ученого-постмарксиста» // Johnson’s Russia List, № 44, ноябрь 2008 года.
  23. Vladislav Bugera: Protrait of a Post-Marxist Thinker // Russian Politics in Review November, 12.12.2008
  24. Умланд А. Новые идеологические образования в современном русском антидемократизме: западные концепции, антизападные политические доктрины и постсоветский партийный спектр // НАЦІОНАЛЬНА АКАДЕМІЯ НАУК УКРАÏНИ. ІНСТИТУТ ПОЛІТИЧНИХ ЕТНОНАЦІОНАЛЬНИХ ДОСЛІДЖЕНЬ ім. І.Ф. Кураса. НАУКОВІ ЗАПИСКИ. ВИПУСК 33. — Київ, 2007.
  25. Белоногов Г. Е. Проблемы рационализации социогуманитарного знания — Уфа: БоНС:БашГУ. — 2005.
  26. Вахитов Р. Р. Марксистская философия // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 4. Л-О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2008. — С. 123.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]