Эпистемология
Эпистемология | |
Өйрәнеү объекты | Белем һәм фән |
---|---|
Эпистемология Викимилектә |
Эпистемоло́гия (от бор. грек. ἐπιστήμη «фәнни белем, фән», «дөрөҫ, хаҡ белем»[1] + λόγος«һүҙ», «слово», «речь»[1]) — фәлсәфәүи методология фәне, белемдең үҙен, төҙөлөшөн, структураһын, эшләүен, үҫешен тикшерә[2]. Күп осраҡта (бигерәк тә инглиз телендә)- гносеология синонимы.
Гносеоло́гия (от бор. грек. γνῶσις «ғилем», «танып белеү», «познание»[3],белем, «знание»[1] + λόγος һүҙ, «слово», «речь») — фәлсәфәүи фән, танып белеү өлкәһендә тикшеренеү,тәнҡит һәм теориялар менән шөғөлләнә[2].
Был ике аңлатманы хәҙерге заман философияһы (классик булмаған) айырып ҡарай. Был осраҡта:
- гносеология «субъект-объект» мөнәсәбәттәрен өйрәнә;
- эпистемология «объект- белем» мөнәсәбәттәрен өйрәнә[4][2].
Типология һәм айырмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшеренеү ваҡытында иғтибар үҙәгендә торған мәсьәләләрҙән сығып, эпистемологияны классик һәм классик булмаған төргә бүләләр; һәр төргә айырым һыҙаттар хас.
Классик эпистемология билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Тәнҡитселек.
Эпистемология - көндәлек айыҡ фекер , фәнни концепция йәки башҡа фәлсәфәүи системалар сигендә тәҡдим ителгән белем тураһындағы ҡарашты тәнҡитләү;
ул иллюзия менән ысынбарлыҡ нисбәте мәсьәләһен, фекер менән белем араһындағы айырманы ҡарауҙан башлана. Был тема тураһында уйланыуҙар Платондың «Диалогтар»ында уҡ осрай, философ белемдең төп билдәләре мәғлүмәттең ысынбарлыҡ хәлдәргә тап килеүе генә түгел, ә уның нигеҙлелеге (дәлиллеге) тигән һығымта яһай;
һуңыраҡ, XVII быуаттан башлап, был мәсьәлә Көнбайыш Европа философияһы иғтибар үҙәгендә була, тап ошо осорҙа «эпистемологик боролош» яһала. Нимә белемде етерлек кимәлдә нигеҙле тип танырға мөмкинлек бирә- был турала бик күп философтар фекер алыша; эпистемология бығаса ниндәйҙер белемдең иң камил өлгөһөнән (идеал) сығып булдырылған белем системаһын тәнҡитләй.
Был процесс төрлө рәүешле бара:
мәҫәлән, Френсис Бэкон менән Рене Декарт схоластик метафизиканы һәм перипатетик фәнде (Аристотель мәктәбе юлынан барыусы), Дж. Беркли — материализмды һәм Яңы дәүерҙең ҡайһы бер төп фәнни идеяларын, Иммануил Кант —ғәҙәти онтологияны һәм ҡайһы бер фәнни өлкәләрҙе, мәҫәлән, рациональ (йәғни теоретик) психологияны тәнҡитләй.
Эпистемологик тәнҡитселек Альберт Эйнштейнға ла тәьҫир иткән, ул сағыштырмалылыҡ теорияһы өҫтөндә эшләгәндә Эрнст Махтың концепцияһын ҡулланған. Был шулай уҡ Карл Раймунд Попперҙың фәнни һәм фәнни булмаған белемде айырыу өсөн фальсификация принцибын ҡулланыуында күренә.
2.Фундаментализм һәм нормативизм.
Нигеҙлелек (дәлиләү) талабы белем идеалына ла ҡағыла; тимәк, бөтә кешелек белеме өсөн ниндәй ҙә булһа бер нидәй шик тыуҙырмай торған һәм белем менән белем булмағанды айырырға ярҙам иткән нигеҙ, ерлек табырға кәрәк. Был ҡарашҡа ярашлы, норма (ҡағиҙә) һәм ошо нормаға тап килеүҙе иң мөһим төшөнсә тип ҡарап була, тик ысынлап булған менән булырға тейеш араһындағы айырманы асып һалыу лазым . Шулай итеп, эпитемологияның тәнҡит функцияһына ҡайһы бер төр белемде мәҙәниәттә ҡанунлаштырыу (легитимация) функцияһы өҫтәлә.
Яңы Европа фәнендә, мәҫәлән, төп белем тип тасуирлама (описательный) белемдән айырмалы эксперимент, йәғни тәжрибәгә, объектты математик моделләүгә таянып алынған белем иҫәпләнгән. Яңы дәүерҙә эпистемологик концепциялар ике йүнәлешкә: эмпиризм (был ҡарашҡа ярашлы, белем нигеҙе критерийы тип кешенең һиҙеү аша алынған тәжрибә тора) һәм рационализмға (белем «тыумыштан бирелгән идеялар» системаһына,йәки тәжрибәгә бәйһеҙ (априрори) йәшәп килгән категория һәм аҡыл схемаһына тура килергә тейеш тигән ҡараш) бүленә.
Бынан тыш, нормаға бәйле (ҡағиҙә) эпистемологияны психологик һәм антипсихологик (психологияға ҡаршы) йүнәлештәргә бүләләр. Психологистар фекеренсә, белемде нигеҙләүсе норма аңдың эмпирик ысынбарлығында (факттарҙа) бар, ә антипсихологистар бының менән риза түгел.
3.Субъектоцентризм. Субъектҡа йүнәлеш.
Танып белеүсенең субъект булыуы тотош белем системаһы өсөн нигеҙ булып тора; Р.Декарт фекеренсә, был хәл үҙе үк дәлил һәм инҡар итерлек түгел, шул уҡ ваҡытта ҡалғанын һәр саҡ шик аҫтына алып була ( шулай итеп эпистемологияға хас булған тәнҡитселек ( критицизм ) көсәйә бара). Аңдан ситтәге әйбер тураһында белемде ниндәйҙер сара ярҙамында алып була, (аңда булған белем өсөн бер ниндәй сара ла кәрәкмәй), бының менән бәйле тағы бер төп эпистемологик мәсьәлә килеп сыға, атап әйткәндә — тышҡы донъяны һәм башҡа кешеләрҙең аңын нисек танып белергә . Был һорауға яуап эҙләү тикшеренеүселәр һәм философтарҙы, бигерәк тә материализм һәм реализм идеялары яҡлылырҙы, ауыр хәлгә ҡуя. Ҡайһы бер концепцияларҙа был мәсьәләне ҡуҙғатмаҫҡа, ә берҙән-бер ысынбарлыҡ тип субъекттың аңын һәм донъяны барлыҡ хис-тойғолар (эмпиризмда), йәки рационалистарса —уйҙағы конструкт, аңдың һөҙөмтәһе тип иҫәпләргә тәҡдим ителә.
Декарттан һуң эмпирик һәм трансценденталь субъекттарҙы айырып ҡарау була, һуңғыһы эмпирик субъект тарафынан объектив йәшәп килгән нимәнең сығанағы итеп ҡабул ителә. Классик эпистомология концепцияһына яҡын концепциялар ҙа була, мәҫәлән, Георг Гегель, йәки К. Поппер донъялағы субъектив һәм объектив булғанды бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыуҙан баш тартырға тырыша.
4. Наукоцентризм. Фәнгә йүнәлеш алыу.
Классик эпистемология Яңы дәүер фәне тыуғас барлыҡҡа килгәнлектән, был өлкәлә күпселек концепциялар белемдең иң юғары кимәле тип фәнни белемде атай, ниндәй ҙә булһа әйберҙең йәки күренештең ысынбарлыҡта булыуын фән күҙлегенән сығып таныйҙар. Мәҫәлән, И. Кант фәнни белем булыу хәҡиҡәтен иң баштан аҡлай, неокантиандар (Яңы Кантсылар) эпистемологияны фән теорияһына тиңләштерә .[5]
Төпкөл аңдың роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка ғалимы профессор Ричард Нисбетт үҙ эксперименттары менән күп кенә эмоциялар һәм танып белеү өсөн яуап биргән фекер йөрөтөү процесстарының кеше аңы үтеп керерлек түгел, ҡатмарлы икәнен дәлилләй алған[6].
Эпистемологияның төп мәсьәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- хәҡиҡәт мәсьәләһе
- метод мәсьәләһе
- Танып белеү асылы
- Танып белеү формалары(фән, дин, сәнғәт, идеология, айыҡ аҡыл)
- Танып белеүҙең эмпирик һәм теоретик кимәле.
- Танып белеү принциптары
- Ышаныу (интуиция) һәм белем
- Тәжрибәнең структураһы һәм формаһы
- Фәнни танып белеүҙең айырмаһы һәм критерийҙары.
- Аңлау һәм аңлатыу
Эпистемология төшөнсәләре һәм һорауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төшөнсәләр:
- Төп һорау— донъяны танып белеү мөмкинме?
- Төрлө философтар был һорауға төрлөсә яуап бирә:
- гносеологтар оптимизм —донъяны танып белеп була, танып белеүҙең сиге юҡ, тик ваҡыт һәм саралар ғына кәрәк[7].
- агностицизм — донъяны танып белеү мөмкин түгел, кеше донъяны танып белмәй, ә һиҙемләп үҙләштереү аша виртуаль донъяны барлыҡҡа килтерә .
- скептицизм — беҙ ғәжәйеп донъяны танып беләбеҙ, ә ысын донъяны танып белеү бик шикле.
- солипсизм — донъяла берҙән-бер ысынлап, шикһеҙ МИН бар, ә ҡалғаны — минең фантазиям һөҙөмтәһе, минән башҡа танып белерлек бер ни ҙә юҡ.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Словарь Дворецкого
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Новейший философский словарь / гл.науч.редактор и составитель А. А. Грицанов. — Мн.: Книжный Дом, 1999.
- ↑ Гносеология или гнозеология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Вечтомов Евгений Михайлович. Глава 1. Математика и теория познания (первый абзац) // Философия математики: Монография. — Scientific magazine «Kontsept», 2013. — С. 14. — ISBN 9785906013880.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;epistemologiya
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Nisbett, R. and T. Wilson (1977). «Telling more than we can know: Verbal reports on mental processes.» Psychological Review 84(3): 231—259
- ↑ Я. А. Слинин, В. И. Кобзарь. Гносеологический оптимизм Аристотеля : [арх. 23 июнь 2017] // Homo philosophans. Сборник к 60-летию профессора К. А. Сергеева : сб. / Ред. коллегия выпуска: Е. Н. Лисанюк, Д. Н. Разеев, К. В. Родченко. Отв. ред. выпуска Ю. В. Перов. — СПб. : Санкт-Петербургское философское общество, 2002. — Вып. 12. — С. 17—37. — 512 с. — 500 экз.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анкин Д. В. Теория познания : учеб. пособие / Д. В. Анкин ; М-во науки и высш. образования Рос. Федерации, Урал. федер. ун-т. — Екатеринбург: Издательство Уралльского университета, 2019. — 192 с.
- Стап, М. Эпистемология // Стэнфордская энциклопедия философии (версия весны 2014 года) / Ред. Эдвард Н. Залта. Пер. с англ. А. С. Мишуры.
- Теория познания // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Гносеология в системе философского мировоззрения. — М., 1983. — 383 с.
- Теория познания. В 4-х томах. — М., 1992—1994. Под ред. В. А. Лекторского и Т. И. Ойзермана.
- Копнин П. В. Гносеологические и логические основы науки. — М.: Мысль, 1974. — на сайте Руниверс
- Гносеологические проблемы диалектического материализма. — М., 1974. — 357 с.
- Елсуков А. Н. История античной гносеологии. — Минск, 1992. — 82 с.
- Ильин В. В. Теория познания. Введение. Общие проблемы. — 2-е издание. — М.: Либроком, 2010. — Т. 1. — 168 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-397-01280-5.
- Ильин В. В. Теория познания. Эпистемология. — М.: Издательство МГУ, 1994. — Т. 2. — 136 с. — ISBN 5-211-03240-3.
- Абачиев С. К. Эволюционная теория познания. (Опыт систематического построения). — М.: URSS, 2004. — 520 с. — ISBN 5-354-00724-0.
- Др. изд.: Абачиев С. К. Эволюционная теория познания. (Основные понятия и законы. Гносеологическая теория труда и техники). Изд. 2-е, сущ. доп. — М.: URSS, 2013. — 664 с. — ISBN 978-5-396-00519-8.
- Кезин А. В. Эволюционная эпистемология: современная междисциплинарная парадигма // Вестник Московского университета. — Серия 7. Философия. — 1994. — № 5. — С.3-11.
- Никитин Е. П. Исторические судьбы гносеологии // Философские исследования. — 1993. — № 1. — С.61-70.
- Таубе М. Ф. Познаниеведение (гносеология) по Славянофильству. — Петроград: Тип. М. И. Акинфиева, 1912 — на сайте Руниверс
- Пиаже Ж. Генетическая эпистемология // Вопросы философии. — 1993. — № 5.
- Савельев А. В. Тёмная сторона силы или субъективность в эпистемологии на портале «Философия в России» // Философия науки. — 2010. — № 3(46). — С. 3-22.
- Соболев А. В. О персоналистической гносеологии // Вопросы философии. — № 4. — С.121-137.
- Фурманов Ю. Р. Критика метафизического разума в эволюционной теории познания // Философские науки. — 1991. — № 8. — С.34-50.
- Эволюционная эпистемология и логика социальных наук. — М., 2000. — 463 с.
- Теория познания / В. А. Лекторский // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Теория познания / В. А. Лекторский // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Filosof.historic.ru
- Тематическая страница: «Теория познания (гносеология)» в библиотеке журнала «Скепсис»