Иммануил Кант
Иммануил Кант | |
Immanuel Kant | |
Исеме |
нем. Emanuel Kant |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
12 февраль 1804 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Ил | |
Әҫәрҙәре теле | |
Мәктәп/традиция |
кантианлыҡ |
Йүнәлеше |
немец классик философияһы |
Осор |
XVIII быуат философияһы |
Основные интересы | |
Оказавшие влияние |
Платон, Джордж Беркли, Христиан фон Вольф, Иоганн Николас Тетенс, Фрэнсис Хатчесон, Мишель де Монтень, Дэвид Юм, Рене Декарт, Готфрид Лейбниц, Джон Локк, Николя Мальбранш, Исаак Ньютон, Жан-Жак Руссо, Бенедикт Спиноза |
Испытавшие влияние |
Карл Леонгард Рейнгольд, Фридрих Генрих Якоби, Мозес Мендельсон, Иоганн Фридрих Гербарт, Соломон Маймон, Иоганн Готлиб Фихте, Фридрих Вильгельм Йозеф фон Шеллинг, Георг Вильгельм Фридрих Гегель, Артур Шопенгауэр, Якоб Фридрих Фриз, Герман Людвиг Фердинанд Гельмгольц, Герман Коген, Пауль Герхард Наторп, Вильгельм Виндельбанд, Генрих Риккерт, Алоиз Риль, Ганс Файхингер, Эрнст Кассирер, Эдмунд Гуссерль, Мартин Хайдеггер, Чарльз Сандерс Пирс, Людвиг Витгенштейн, Карл-Отто Апель, Питер Фредерик Стросон, Уиллард Ван Орман Куайн |
Имзаһы |
Immanuel Kant signature.svg |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Иммануи́л Кант (нем. Immanuel Kant [ɪˈmaːnu̯eːl ˈkant]; 22 апрель 1724 йыл — 12 февраль 1804 йыл) — фәйләсүф, немец классик (Мәғрифәтлек дәүере һәм Романтизм осоро) фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1724 йылда Кёнигсбергта (Пруссия[1]) эйәр эшләүсе ғаиләһендә тыуған. Исеме изге Иммануил хөрмәтенә бирелгән. Теология докторы Франц Альберт Шульц ҡурсылығында һәләтле баланы «Фридрихс-Коллегиум» тигән абруйлы гимназияға урынлаштыралар, 1740 йылда Кёнигсберг университетына уҡырға инә. Атаһы үлеү сәбәпле уҡыуын тамамлай алмай, 10 йыл өйҙәргә йөрөп балалар уҡыта. Тап шул осорҙа 1747—1755 йылдар үҙенең космогоник гипотезаһын баҫтырып сығара, ул Ҡояш системаһы башланғыс томанлыҡтан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Был фекер әлегәсә йәшәп килә.
Дәрестәр биреү менән шөғөлләнә, һуңыраҡ Кёнигсберг университетында приват-доцент, 1770 йылдан профессор була. И. Канттың фәлсәфи эшсәнлеген ике дәүергә бүлеп ҡарайҙар. Беренсеһе — тәнҡитсел дәүергә тиклем (70-се йылдар башына тиклем), икенсеһе — тәнҡитсел дәүер йылдары. Кант үҙ ижадының беренсе дәүерен тәбиғәт фәндәрен һәм тәбиғәт фәлсәфәһен ижад итеүгә бағышлай. Уның был өлкәләге хеҙмәттәрендә тәбиғәттәге үҙгәреш процесстары мәсьәләһе ҡуйыла.
1755 йылда Кант диссертация яҡлап, докторлыҡ дәрәжәһенә эйә була, ниһайәт, университетта уҡытырға мөмкинлек ала. .40 йыл буйы үҙен ошо эшкә бағышлай.
Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1758—1762 год Кёнигсберг Рәсәй хөкүмәте юрисдикцияһында була, был философтың хаттарында ла сағылыш таба. 1758 йылда императрица Елизавета Петровнаға ординар профессор вазифаһын һорап хат яҙа.
1770 йылдан Канттың ижадын «тәнҡитселек осоро» тип һанайҙар. 46 йәшендә Кёнигсберг университетының логика һәм метафизика профессоры итеп тәғәйенләнә, 1797 йылға тиклем бик киң даирәне — философик, математик, физик дисциплиналарҙы уҡыта.
Был осорҙа Кант фундаменталь фәлсәфәүи хеҙмәттәр яҙа, ул XVIII быуаттың бөйөк фекер эйәләренең береһе булып таныла, донъя фәлсәфәүи даирәһенә ҙур йоғонто яһай
Сәләмәтлеге хөрт булыу сәбәпле, Кант режимды бик ҡаты күҙәтә һәм барлыҡ дуҫтарынан оҙағыраҡ йәшәй. Артыҡ ныҡ теүәллеге хатта артығы менән бөхтә алмандар араһында ла уның хаҡында көләмәстәр тыуыуына сәбәп була. Өйләнмәгән. Ҡарт көнөндә ҡыҙ туғандарының береһе тәрбиәләгән[2].
Милләт айыра торған ғәҙәте булған, мәҫәлән, юдофобия[3].
Кант Кёнигсбергтың Кафедраль соборы янында, профессорҙар ҡәберлегендә ерләнгән. 1924 йылда, тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы ҡәбере өҫтөндәге часовня урынына асыҡ колонна залы яһап ҡуйғандар.
Ижад баҫҡыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кант фәлсәфәүи үҫештә ике баҫҡыс үтә: «тәнҡитсегә тиклем» һәм «тәнҡитсе» осоро (Был төшөнсәләр философтың «Критика чистого разума», 1781 год; «Критика практического разума», 1788 год; «Критика способности суждения», 1790 год) тигән хеҙмәттәре буйынса билдәләнә.
- I баҫҡыс (1770 йылғаса) — Кант үҙенсә фәлсәфәүи фекерҙәрҙәге һорауҙарға яуап эҙләй. Үҙ асыштары ла була.
- II баҫҡыс (1770 йәки 1780 йылдарҙа) — гносеологик, метафизик (дөйөм фәлсәфә), йәшәйеш, әхлаҡ, дәүләт һәм хоҡуҡ, эстетика, кеше булмышы, донъяны аңлау даирәләре буйынса хеҙмәттәр яҙа.
Философия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Канттың кешегә ҡарашы «Антропология прагматик ҡараштан» (1798 йыл) тигән китабында сағылыш таба. Уның төп өлөшө кшенең өс һәләтенә ярашлы өс өлөштән тора: белемгә һәләт, ҡәнәғәтлек һәм ҡәнәғәтһеҙлек, теләк булыу.
Кеше — донъяның иң мөһим яралтылмышы, сөнки уның үҙбилдәләнешкә һәләте бар.[4]
Кеше — иң ҙур ҡиммәт, ул шәхес. Эгоизм — кешенең тәбиғи сифаты. Уны тыя белергә, аҡыл менән йүгәнләргә кәрәк.[4]
Кешенең аңһыҙҙан килгән күҙаллауҙары булырға мөмкин — «ҡараңғылыҡ».[4] Ошо ҡараңғылыҡта нимәлер ижад ителеүе лә мөмкин.
Хистәр ташыуҙан, дәрттән кеше бик ашҡыныуы мөмкин. Мәгәр хистәрҙе һәм теләктәрҙе әхлаҡи һәм мәҙәни ҡағиҙәләр сикләп тора[4].
Кант даһилыҡ төшөнсәһен дә тикшерә. «Уйлап табыуға талантты даһилыҡ тип атайҙар».[4]
Кант философия фәнендә иң ҡаршылыҡлы фигура булып һанала. Уның ижади мираҫында уңай һәм тиҫкәре фекерҙәр тулып ята. Кант философияһының уңай яҡтарын алғанда, иғтибарҙы түбәндәгегә йүнәлтергә кәрәк: беренсе сиратта, Кант философияһының тәбиғәт фәндәре менән тығыҙ бәйләнештә булыуы; Ҡояш системаһының барлыҡҡа килү гипотезаһы; танып белеү процессындағы һәм, ғөмүмән, кеше аҡылы өсөн хас булған диалектик ҡаршылыҡтар; әхлаҡи нормалар, кешеләрҙең йәмғиәт алдында торған бурыстар тураһында эҙләнеүҙәре һ. б. Кант философияһы шулай уҡ тиҫкәре яҡтарҙан, кәмселектәрҙән дә азат түгел. Улар: кешеләрҙең танып белеү һәләтенә ышанмау (агностиклыҡ); кешенең танып белеү процессында үтә алмаҫлыҡ мистик кәртәләр күреү; кешенең аңында йәшәй торған априор (тәжрибәнән тыш) категориялар; этика фәнендәге абстракт һәм уйҙырмалы ҡанундар; эстетика һәм сәнғәт фәнендә урынлаша башлаған формализм, «сәнғәт — сәнғәт өсөн» тигән теорияға юл ҡуйыу; дәүләт һәм хоҡуҡ теорияларындағы иллюзиялар һ. б. Кант философияһының ҡаршылыҡлы булыуы уны ике яҡтан (материализм, идеализм тарафтарынан да) ҡабул итеү менән бергә, һәр ике яҡтан тәнҡитләү өсөн дә нигеҙ булды. «Уң» яҡтан уны артыҡ материализмға бирелеүе өсөн булһа, «һул» яҡтан етерлек дәрәжәлә материалист булмағанлығы өсөн тәнҡитләп килделәр.
Тәбиғәт фәндәре өлкәһендә хеҙмәтәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кант үҙенең ошо дәүер фәлсәфи хеҙмәттәрендә, Ньютон ғилеменә таянып, Ҡояш системаһының төҙөлөшө һәм бигерәк тә уның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатырға тырыша. Канттың ҡарашынса, Ҡояш системаһының барлыҡҡа килеүе ғаләм киңлегендә һирәкләнгән материя киҫәксәләренең гигант күләмдәге болотҡа тупланыуы менән бәйле. Ф. Энгельс Канттың был теорияһын (ул «Ғөмүм күләм тәбиғәт тарихы һәм күк көмбәҙе теорияһы», тигән хеҙмәттә урын алған) даһи хеҙмәттәр рәтенә ҡуя, сөнки Ерҙе хәрәкәткә килтереүсе тышҡы көс тураһындағы (уға Ньютон да табынып эш иткән) теория юҡка сыға, шунлыҡтан «Ер һәм Ҡояш системаһы кешелек хозурына ғаләми үҙгәрештәр нәтижәһе булараҡ ҡына килеп баҫа»[5]. Кант шулай уҡ Ер менән Айҙың үҙ-ара тартылышы нәтижәһендә Ер хәрәкәтенең нисек үҙгәреүен дә иҫбат итә. Ул Рене Декарт менән Галилео Галилей идеяларын үҫтерә төшөп, хәрәкәт һәм хәрәкәтһеҙлектең нисбилеген иҫбатлай.
Кант биология фәнендә хайуандар донъяһындағы төрҙәрҙең генеологик классификацияһын төҙөй, хайуандарҙың бер-береһенән килеп сығыу мөмкинлеге тураһында фәнни фараздарын белдерә. Был идеяларҙың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ. Улар философия фәне өсөн генә түгел, тәбиғәт фәндәре өлкәһендә лә ижади эшсәнлек алып барған ғалимдәр өсөн дә ғәйәт әһәмиәтле хеҙмәт була. Ф. Энгельстың фекере буйынса, «Канттың хәҙерге заман күк йөҙөндәге ғаләм есемдәренең ҡасандыр өйөрмә рәүешендә әйләнеп йөрөгән томанлы массаларҙан килеп сығыу теорияһы, Коперниктан һуңғы, астрономияла иң ҙур ҡаҙаныш» булып һаналған[6].
Этика һәм дин мәсьәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кант үҙенең космогоник тәғлимәтенан эҙлекле материалистик һәм атеистик һәҙөмтә сығара алмаған. Ул дин һәм шул заман фәнендә хаҡимлыҡ иткән телеологик, йәғни тәбиғәттә барлыҡ процесстар, ниндәйҙер маҡсатка буйһондоролоп, алдан уҡ билдәләнгән, тигән теорияға ташлама. Шулай итеп Кант, бер яҡтан, донъялағы үҙгәрештәр ваҡыт яғынан сикһеҙ (уның башланған ваҡыты булмаған) тип һанаған булһа, икенсе яҡтан, ошо процесстарҙың башланған ваҡыты булған, тигән ҡарашты яҡлап сыға. Кантса, донъяның барлыҡҡа килеүенең әүәл сәбәбе (яралыуы) материяның үҙендә түгел, бәлки Аллала. Был фекерҙе дәлилләп, ул, донъяла борон-борон замандағы хаостан ниндәйҙер тәртип урынлаштырырға Алланан башҡа һис кемдең ихтыяры етмәҫ ине, ти. Канттың идеалистик мәсләге илаһи көстәргә инанып эш итеүҙә генә түгел. Ул ҡайһы бер объектив күренештәрҙе һәм бәйләнештәрҙе субъекттың аңына, тойоуына буйһондороп бәйләй. Мәҫәлән, ғаләми һуҙынҡылыҡ һәм ваҡыт субъектҡа априор рәүештә бирелгәндәр тип һанай. Шундай ук априорлыҡ, уныңса, сәбәплек, ихтыяжлыҡ кеүек бәйләнештәргә лә хас. Юғарыла күрһәтелгән ҡараштар Канттың субъектив идеализм позицияһындә торғанлығын күрһәтә. Априорлыҡ — Кантның күп кенә хеҙмәттәрендә урын алған термин. Априорлыҡ ул кешенең йәшәү тәжрибәһенән тыш, уның тормош тәжрибәһенә тиклем тупланған белемдәр. Мәҫәлән, математика тормош тәжрибәһе һорамай бит… Тимәк (Кантса), был белемдәр кешегә уның тәжрибәһенән тыш биреләләр. Кант бындай белемдәрҙе рациональ фекерләү ысулы менән табырға мөмкин, тигән фекерҙе лә ҡабул итмәй. Канттың ҡарашы буйынса, кешенең танып белеү һәләте самаһыҙ түгел, уның тәғәйен сиктәре бар. Улар, йәнәһе, бер яҡтан, ошо априорлыҡ сиге булһа, икенсе яҡтан, «әйберҙең аҫылы үҙендә ҡала», тигән сик. Һуңғыһын шулай аңларға кәрәк: кешенең тирә-яғында булған әйберҙәр кешегә фәҡәт тышҡы күренештәр менән генә биреләләр, уларҙың аҫылын кеше белә алмай. Кешенең танып белеү һәләтен ошондый «кәртәләр» менән сикләү философияла «агностиклыҡ» тип атала. Кант кешенең танып белеү һәләтенә кәмһетеп ҡарау менән уның аҡыл мөмкинлектәрен бөтөнләй үк ярлыландырмай, ул уны (Аллаға) ышаныу күренеше менән тулыландыра. Ышаныу, Кантса, аҡыл кәртәһенә керһә лә, танып белеүҙән тыш йәшәй торған күренеш. Уныңса, кешенең танып белеүенә бирелмәгән нәмә, ул кешенең ышаныуына бирелә. Мәҫәлән, Алла. Канттың ҡарашы буйынса, Алла объектив була алмай, сөнки ул танып белеүгә мохтаж түгел, уға ышанырға ғына кәрәк. Шулай уҡ Алланың барлығы йәки юҡлығы бәхәс ҡороу өсөн бирелгән мәсьәлә түгел. Уның барлығын иҫбат итеп булмаған кеүек, юҡлыгын да иҫбат итеп булмай. Ғөмүмән, дин фән предметы түгел. Ул бары тик ышаныу предметы ғына була ала. Кант ошо фекерҙәрҙе үҙенең «Саф аҡылга тәнҡит күҙлегенән ҡарау» тигән төп хеҙмәтендә иҫбатларға тырыша. Был хеҙмәттең маҡсаты Аллаға ышаныуҙың танып белеүгә ҡарағанда өҫтөнөрәк булыуын күрһәтеү түгел, унда, ғөмүмән, белемдәрҙең сығанағы, уларҙың формулары, фәнни фекерләүҙең категориялары ҡарала. Шулай ҙа был хеҙмәттә күтәрелгән төп мәсьәлә — танып белеүҙең сикле күренеш икәнлеген иҫбатлау. «Әйберҙең аҫылы үҙендә ҡала» (йәғни ул кешенең танып белеүенә бирелмәй) тигән формула — Кант тарафынан философия фәненә керетелгән иң атаҡлы категорияларҙың береһе. Ул формула Канттың агностик икәнлеген генә түгел, бәлки тағын бер тапкыр уның идеалист икәнлеген дә күрһәтә. Шул ук ваҡытта Кант — саф идеалист ҡына ла түгел. Ул — дуализм вәкиле.
Хоҡуҡ һәм дәүләт тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кант дәүләт ҡанундары тураһында ла фекерҙәрен белдерә. Хоҡуҡи дәүләт һәр кешегә тигеҙ хоҡуҡ бирергә тейеш, тип һанай Кант. Гражданлыҡ иреге Кантса, шундай хоҡуҡты аңлата. Һәр индивид ниндәй закондарҙы ҡабул итергә, ниндәйҙәрҙе ҡабул итмәҫкә — барыһын да үҙе хәл итә. Шул уҡ ваҡытта И. Кант һәр кемдең тигеҙ дәрәжәлә законға буйһонорға тейешлеген дә иҫбат итә. Кант идеаль йәмғиәтте борсолоуҙарһыҙ, тыныслыҡ хәлендә йәшәй торған күренеш тип һанай. Ләкин бындай йәмғиәтте ул бик йыраҡта торған маҡсат тип күрә. Кант, диалектик булараҡ, кешеләрҙең, шулай уҡ дәүләттәрҙең ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттә йәшәүҙәрен таный. Шул ук ваҡытта улар араһындағы ҡаршылыҡтарҙа синфилыҡ принциптарын аңлай алмай, ҡаршылыктарҙың сығанағын кешеләрҙең тәбиғәтендә генә күрергә тырыша.
Шулай ҙа И. Канттың ғәжәйеп дәрәжәлә бай ижади мираҫы уны бөтә донъя философия тарихында иң мәшһүр фигураларҙың береһе итеп таныта.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Akademieausgabe von Immanuel Kants Gesammelten Werken 2014 йыл 1 ноябрь архивланған. (нем.)
русса баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 1. — М., 1963, 543 с (Философское наследие, Т. 4)
- Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 2. — М., 1964, 510 с (Философское наследие, Т. 5)
- Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 3. — М., 1964, 799 с (Философское наследие, Т. 6)
- Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 4, часть 1. — М., 1965, 544 с (Философское наследие, Т. 14)
- Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 4, часть 2. — М., 1965, 478 с (Философское наследие, Т. 15)
- Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 5. — М., 1966, 564 с (Философское наследие, Т. 16)
- Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 6. — М., 1966, 743 с (Философское наследие, Т. 17)
- Иммануил Кант. Критика чистого разума. — М., 1994, 574 с (Философское наследие, Т. 118)
- Иммануил Кант. Собрание сочинений в 8 томах. — Издательство: ЧОРО, 1994 г. — ISBN 5-8497-0001-3, ISBN 5-8497-0002-1, ISBN 5-8497-0003-X, ISBN 5-8497-0004-8, ISBN 5-8497-0005-6, ISBN 5-8497-0006-4, ISBN 5-8497-0007-2, ISBN 5-8497-0008-0.
- Иммануил Кант. Лекции по этике. — М.: Республика, 2000. — 431 с.
- Иммануил Кант. Критика чистого разума / Пер. с нем. Н. Лосского сверен и отредактирован Ц. Г. Арзаканяном и М. И. Иткиным; Примеч. Ц. Г. Арзаканяна. — М.: Эксмо, 2007. — 736 с. — ISBN 5-699-14702-0
- Иммануил Кант. Критика чистого разума / (Пер. с нем.; предисл. И. Евлампиева). — М.: Эксмо; СПб.:Мидгард, 2007. — 1120 с. — (Гиганты мысли) ISBN 5-91016-017-4
8 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Интернетҡа ҡуйылған русса тәржемәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Критика чистого разума
- Критика практического разума
- Критика способности суждения
- Основы метафизики нравственности
- Вопрос о том, стареет ли Земля с физической точки зрения 2008 йыл 6 май архивланған.
- Всеобщая естественная история и теория неба 2008 йыл 6 май архивланған.
- Мысли об истинной оценке живых сил 2008 йыл 6 май архивланған.
- Ответ на вопрос: Что такое просвещение?
Иммануил Кантты руссаға тәржемә итеүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бурдес, Борис Павлович
- Владиславлев, Михаил Иванович
- Лосский, Николай Онуфриевич
- Фохт, Борис Александрович
- Соколов, Николай Матвеевич
- Шейнман, Сесиль Яковлевна
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙерге Калининград, Рәсәй
- ↑ Куно Фишер, «История новой философии. Иммануил Кант и его учение».
- ↑ Канттың йәһүдтәргә тиҫкәре ҡарашы тураһында Фишер К. яҙа Иммануил Кант и его учение". Книга 4, глава 6. Цитируется как сам Кант в письме Рейнгольду, так и мнение о нем его корреспондента И. Г. Гамана. Куно Фишер сообщает и о прекрасных отношениях Канта с Моисеем Мендельсоном, которого Кант очень ценил. В свою очередь, именно к Мендельсону обратились с просьбой сделать эскиз юбилейной медали для Канта на 60-летие последнего.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Гулыга А. В. Кант. М., «Молодая гвардия», 1977. — 304 с., ил. (Жизнь замечат. людей. Серия биографий. Вып. 7 (570)). — Глава 7.
- ↑ Диалектика природы.— М., 1955.— С. 8; 25
- ↑ Анти-Дюринг, 1957, с 54
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нарский И. С. Иммануил Кант. (На обложке: Кант). — М.: Мысль, 1976. — 208 с. — (Мыслители прошлого). — 55 000 экз.
- Асмус В. Ф. Иммануил Кант. — М.: Высшая школа, 2005. — 439 с. — (Классика философской мысли). — 2000 экз. — ISBN 5-06-004516-1.
- Белый А. А. «Кантовская цитата в пушкинском тексте»
- Баренбойм П. Д. Кант как отец Конституции России // Законодательство и экономика. — М.: Законодательство и экономика, 2009, № 9. — С. 5-9
- Гулыга А. В. Кант (ЖЗЛ)
- Кант И. Всеподданнейшее прошение философа Канта императрице Елисавете Петровне / Сообщ. 2013 йыл 31 июль архивланған.Ю. Бартенев // Русский архив, 1896. — Кн. 2013 йыл 31 июль архивланған.2. — Вып. 2013 йыл 31 июль архивланған.7. — С. 455—456. 2013 йыл 31 июль архивланған.
- Кембаев Ж. М. Идея «федерализма свободных государств» Иммануила Канта как важнейшая веха в развитии правовой теории межгосударственной интеграции // Известия высших учебных заведений. Правоведение. 2009. № 6. С. 103—112.
- Поппер К. [1]«Иммануил Кант — философ просвещения» 2008 йыл 5 сентябрь архивланған.
- Ойзерман Т. И. Кант и Гегель (опыт сравнительного исследования). — М.: "Канон+" РООИ «Реабилитация», 2008. — 520 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-88373-047-3.
- Суслова Л. А. Философия И. Канта (Методологический анализ): Учеб. пособие для вузов / Рецензенты: кафедра истории философии философского факультета Уральского государственного университета им. А. М. Горького, (зав. кафедрой -- д-р философских наук, проф. К. Н. Любутин); д-р филос. наук, проф. В. Н. Кузнецов (МГУ им. М. В. Ломоносова). — М.: Высш. шк., 1988. — 224 с. — 10 000 экз.
- Фуко М. «Что такое просвещение»
- Шульц И. Разъясняющее изложение "Критики чистого разума": Руководство для чтения. Пер. с нем. — Изд. 2, испр. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2010. — 152 с. — (Из наследия мировой философской мысли: история философии). — ISBN 978-5-397-01495-3.
- 100 этюдов о Канте (Международное интервью, посвященное 200-летию со дня смерти и 280-летию со дня рождения Иммануила Канта) // Историко-философский альманах. — Выпуск 1-й: Кант и современность. — М.: Современные тетради, 2005. — 271 с. — 500 экз. — ISBN 5-88289-274-0. (переиздано в 2005, ISBN 5-98227-097-0, и 2010, ISBN 978-5-397-01706-0, годах)
- Материалы конференции «Кант и современная философия» (Москва, МГУ, 19-20 ноября 2004 года) // Историко-философский альманах. — Выпуск 1-й: Кант и современность. — М.: Современные тетради, 2005. — 271 с. — 500 экз. — ISBN 5-88289-274-0.
- * Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Труды Канта в философской библиотеке Гумер
- Биография Канта 2008 йыл 6 май архивланған.
- И. Кант на сайте «peoples.ru»
- И. Кант на сайте «chronos.msu.ru»
- Афоризмы и выражения И. Канта 2008 йыл 7 март архивланған.
- Все работы Канта на русском языке
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
- 22 апрелдә тыуғандар
- 1724 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Кёнигсбергта тыуғандар
- 12 февралдә вафат булғандар
- 1804 йылда вафат булғандар
- Кёнигсбергта вафат булғандар
- Алфавит буйынса философтар
- Пруссия фәндәр академияһы ағзалары
- Немец фәлсәфә мәктәбенең философтары
- Кёнигсберг университеты уҡытыусылары
- Шәхестәр:Этика
- Эстетиктар
- Мәғрифәтселек дәүере
- Германия философтары
- XVIII быуат тарихы
- Хоҡуҡ философияһы
- Натурфилософтар