Эстәлеккә күсергә

Материализм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Материали́зм — философияның төп мәсьәләһендә материяны, тәбиғәтте, тормошто, объектив булмышты беренсел тип иҫәпләүе һәм аң менән фекерҙе материяның үҙенсәлеге тип ҡарауы менән идеализмға ҡапма-ҡаршы торған ғилми фәлсәфәүи йүнәлеш.

Аңлатманың ҡыҫҡаса мәғәнәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Материали́зм — латинса «materialis», урыҫса «вещественный» тигән мәғәнәне бирә, ә башҡорт теленә «матди» тип тәржемәләргә була. Был терминды беренсе булып күп яҡлы һәләт эйәһе, немец ғалимы Готфрид Лейбниц уй-фекерҙәре менән үҙенә ҡаршы булғандарға ҡарата ҡулланған. Хәҙерге ваҡытта материализм беренсе яҡтан донъяға фәлсәфәүи ҡараштарҙы аңлатһа, икенсенән барлыҡ кешеләрҙең тышҡы тормоштоң объектив ысынбарлыҡ булыуына ышаныуын күҙаллай. Уның ҡанундары бар нәмәгә, шул иҫәптән йәмғиәткә һәм кешеләргә лә берҙәй ҡағыла.

Фәлсәфәүи материализм материал донъяны беренсел, ә рухи яҡты икенсел тип һанай, һәм был донъяның бик боронғо, ваҡыт һәм арауыҡта (урыҫса «в пространстве») икһеҙ-сикһеҙ икәнлеген раҫлай.

Материализмдың тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо көнсығыш философияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Философияла материалистик идеялар боронғо көнсығыш философияһында (Ҡытай, Корея, Япония, Һиндостан)сағылыш тара.Аджита Кесакамбала Һиндостанда беренсе материализм вәкиле була. Ҡайһы бер философияны өйрәнеүселәр билдәләгәнсә материализм традициялары тамырҙары Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән. Ҡытай философы Ван Чун был традицияның күренекле вәкиле. Япон философияһы буйынса булған материал Японияла ла материализм традициялары булыуын иҫбатлай.

Философия фәненең тарихы күҙлегенән ҡарағанда, материализм һәр ваҡытта ла йәмғиәттең тирә-яҡ донъяны дөрөҫ аңларға һәм тәбиғәт менән тулыраҡ идара итергә ынтылған алдынғы синыфтары һәм ҡатламдарының донъяға ҡарашы булған. Ғилми ҡаҙаныштарҙы дөйөмләштереп, материализм фәндең төрлө йүнәлештәренең алға китеүенә һәм, дөйөм алғанда, бар кешелектең көндәлек эшмәкәрлегенә, шул иҫәптән етештереүсе көстәрҙең артабан үҫеүенә булышлыҡ иткән. Үҙ сиратында башҡа махсус фәндәрҙең дә уның үҙенең алға китешенә лә тәьҫир итеүе бәхәсһеҙ. Быны материализмдың төрлө дәүерҙәге торошо менән танышыу тулыһынса иҫбатлай. Астрономия, математика һәм башҡа төгәл фәндәрҙең үҫеше менән боронғо Һиндостан, Ҡытай һәм Грециялағы ҡол биләүсе йәмғиәттәрҙә беҙҙең дәүергә тиклем бер нисә быуат алда философияға ла нигеҙ һалына, был үҙ сиратында материализмдың тәүге ғилми ҡараштарын тыуҙыра. Уларҙың ижадсылары булып Һиндостандан Аджита Кесакамбала, ҡытайҙар Лао Цзы, Ян Чжу һәм Ван Чун, гректарҙан Гераклит, Анаксагор, Эмпедокл, Демокрит, Эпикур һ.б. иҫәпләнә. Уларҙың төп ҡаҙанышы — донъяның материаллығын йәки уның үҙаллы һәм кешеләр аңынан бойһонмаған булыуын аңлау. Демокрит замандашы Левкипп һәм башҡа фекерҙәштәре менән материяның атомдарҙан тороуы тураһында ғилми фараз әйткән икән — быны боронғо материализмдың ҙур ҡаҙанышы тип һанарға кәрәк. Уның вәкилдәре диалеклектик ҡарашта булһалар ҙа, күптәре мифология тәьҫирендә ҡала килеп, физик һәм психологик хәл-торош араһындағы айырманы күрә алмаған.

Европа материалистары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Христиан дине фәлсәфәһе хакимлек иткән Урта быуаттар Европаһында материалистик ҡараштар тулыһынса тиерлек идеалистик философия менән ҡыҫырыҡлана. Бының икенсе сәбәбе — материалистарҙың үҙҙәренең аңдың килеп сығышын, материаль донъяның уй-фекергә бәйле түгеллеген тулыһынса аңлап етмәүҙәре. Рәсми сиркәү үҙ сиратында Аристотель һәм башҡа фекер эйәләре хеҙмәттәренән был туралағы мәғлүмәттерҙе алып ташлай һәм үҙ мәнфәғәтенә ярағанын ғына дөйөм иғтибарға еткерә. Шуға ла тәбиғәт фәндәре белгесе Роджер Бэкон (1214—1292) һәм тағы ҡайһы бер ғалимдәр идеаллистик ҡараштарҙы тәбиғәттәге тәжрибәләрҙән алынған белем менән алмаштырырға ынтылһалар ҙа, үҙ заманында өҫтөнлөк иткән дини философиянан арына алмайҙар. Шул уҡ ваҡытта Көнсығыш илдәрендә йәшәгән фекер эйәләре, мәҫәлән Әбүғәлисина, хеҙмәттәрендә материализм өлгөләре был саҡта күренә башлаған була.

Диалектик материализм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Материализмды диалектика менән бәйләү — тулыһынса К. Маркс һәм Ф. Энгельс хеҙмәте. Диалектик материализмдың сығанаҡтары булып Гегель диалектикаһы менән XVIII быуаттағы француз һәм Фейербах материализмы. Уларҙы бергә ҡушып өйрәнеү һөҙөмтәһендә К. Маркс быға тиклем булған мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереп кенә ҡалмай, диалектиканы материалистик нигеҙгә һалып, донъяны танып белеүҙең тулы материалистик тәғлимәтен тыуҙыра. Шулай итеп, XIX быуатта тыуған марксистик фәлсәфә (марксизм) киләсәк дәүер философия фәне торошона юғары кимәлдә ыңғай йоғонто яһай. Артабан кешелек йәмғиәте үҫешен материалистик күҙлектән өйрәнеү тарихи материализмдың тыуыуына сәбәпсе була.

Тарихи материализм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быға тиклем өҫтөнлөктә булған идеалистик ҡараштар буйынса, «бөтөн кешелек тарихы, шул иҫәптән һәр төрлө йәмғиәт үҫеше айырым һәм үҙаллы йүнәлештә бара алмай, ә тулыһынса хаким итеүсе юлбашсының теләгенә, ҡылған эштәренә бәйле», тип һаналған. Аҙағыраҡ Гегель үҙенең «Тарих фәлсәфәһе» (урыҫса «Философия истории») хеҙмәтендә «тарихи процесс нигеҙендә бар нәмәгә йоғонто яһарға һәләтле һәм үҙенән-үҙе үҫә торған „юғары идея“, „донъя рухы“ ята» тип билдәләй. Был ҡарашты ныҡлы тулыландырып, Карл Маркс «тарихи үҫештең сәбәбе һәм хәрәкәт көсө турана-тура етештереү өлкәһендәге эске, йәмғиәттең артабанғы үҫеше барышында синфи көрәшкә әйләнгән ҡапма-ҡаршылыҡтарға бәйле» тигән һығымта яһаған. Уның фекеренсә, бөтә был күренеш объектив характерҙа һәм тарихи үҫештә ҡатнашҡан ниндәйҙер тәғәйен шәхестәргә бер нисек бойһонмай.

Диалектик һәм тарихи материализмдың XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы артабанғы үҫеше В. И. Ленин эштәре менән бәйле. Үҙ заманы өсөн тәбиғәт фәндәре белемен иҫәпкә алып Ленин «Материя — <...> объектив ысынбарлыҡты сағылдырыусы философик категория» тигән аныҡлама бирә [1].

  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
  • Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
  • Большой Энциклопедический словарь (рус.)
  • Энциклопедия марксизма (рус.)
  • Материализм — статья из Большой советской энциклопедии. (рус.)
  • Маркс К., Энгельс Ф., Ленин В. И. О диалектическом и историческом материализме.  (рус.)
  • Материализм. // Философский словарь / Под ред. И. Т. Фролова. — 4-е изд.-М.: По-литиздат, 1981. — 445 с. (рус.)
  • Материализм // Новая философская энциклопедия. (рус.)
  1. Ленин В. И. Полное собрание сочинений, том 18, стр. 131.