Эстәлеккә күсергә

Фридрих Энгельс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ф. Энгельс битенән йүнәлтелде)
Фридрих Энгельс
нем. Friedrich Engels
Энгельс 1879 йылда
Энгельс 1879 йылда
Тыуған көнө

28 ноябрь 1820({{padleft:1820|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Бармен, Пруссия

Вафат көнө

5 август 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны

Лондон, Бөйөк Британия

Әҫәрҙәре теле

немецкий

Мәктәп/традиция

марксизм, диалектик материализм, тарихи материализм

Йүнәлеше

иҡтисад, сәйәси философия, синфи көрөш

Оказавшие влияние

Гегель, Фейербах, Смит, Штирнер, Рикардо

Испытавшие влияние

Ленин, Че Гевара, Сталин, Троцкий

Имзаһы

Friedrich Engels Signature.svg

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Фри́дрих Э́нгельс (нем. Friedrich Engels; 28 ноябрь 1820 йыл5 август 1895 йыл) — философ, марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Карл Маркстың дуҫы, фекерҙәше һәм авторҙашы.

Фридрих Энгельс 1820 йылдың 28 ноябрендә Германияның Төньяҡ Рейн-Вестфаль ерҙәрендә урынлашҡан Бармен ҡалаһында (хәҙер Вупперталь ҡалаһының районы) эштәре уң барған туҡыу фабрикаһы хужаһы ғаиләһендә тыуған.

Сығышы менән зыялыйҙар мөхитенә ҡараған әсәһе теремек һәм шат күңелле Элизабет Энгельс (ҡыҙ фамилияһы ван Хаар) үҙенең хәстәрле һәм мәрхәмәтле булыуы менән айырылып торған, мәрәкәләгәнде һәм шаяртҡанды аңлай белгән, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте яратҡан. Энгельсҡа шулай уҡ әсәһе яғынан олатаһы, филолог, ваҡытында гимназия ректоры вазифаһында эшләгән Герхард Бернхард ван Хаар ыңғай йоғонто яһаған. Үҙенең һигеҙ ир һәм ҡыҙ туғандары араһынан Фридрих бигерәк тә апаһы Марияны үҙ иткән.

1840 йылда

Энгельс 14 йәшенә тиклем Бармен ҡала мәктәбендә, ә 1834 йылдан Эльберфельдтағы гимназияла уҡый. 1837 йылдың сентябрендә атаһының ҡәтғи талабы буйынса уның сауҙа фирмаһында һатыусы булып эшләр өсөн гимназияны ташлай. Артабан 1838 йылдың авгусынан 1841 йылдың апреленә тиклем Бремен ҡалаһында сауҙа хеҙмәткәре шөғөлөнә өйрәнә. Бер үк ваҡытта өҫтәмәгә «Штутгарттың иртәнге гәзите»нең (русса «Штутгартская утренняя газета», немецсә «Stuttgarter Morgenblatt») һәм «Аугсбургтың Дөйөм Гәзите»нең (русса «Аугсбургская Общая Газета», немецсә «Augsburger Allgemeine Zeitung») Бремендағы үҙ хәбәрсеһе булып эшләп йөрөй. Йәш Энгельс үҙенең тәүге мәҡәләһен 1839 йылдың мартында 18 йәшендә яҙа.

1841 йылдың сентябренән Энгельс Берлинда бер йыллыҡ хәрби хеҙмәттә була. Ундағы университетҡа ул философия буйынса лекцияларға йөрөй һәм йәш гегельселәр түңәрәге ағзалары менән ныҡлап аралаша.

Тәүге революцион аҙымдары (1842—1844)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1842 йылдың ноябрендә Энгельс юл ыңғайы Кёльн ҡалаһына һуғыла һәм «Рейн гәзите» редакцияһында беренсе тапҡыр Карл Маркс менән осраша. Маркс, үҙенең ҡаршылыҡтары тыуған йәш гегельселәрҙең береһенә һанап, Энгельсты һалҡын ҡабул итә. Сауҙа өлкәһендәге белем алыуын төгәлләү маҡсатында артабан Энгельс Манчестер ҡалаһына — атаһының бизнес буйынса партнёры Эрмен менән берлектәге мамыҡ иләү фабрикаһына юллана. Англияла ике йылға яҡын була, фабрикала эшләгән ирланд ҡыҙҙары Мэри һәм Лидия Бёрнс менән таныша. Уларға ҡарата шул осорҙа тыуған йылы мөнәсәбәттәрҙе ғүмере буйы һаҡлап ҡала: Мэри уның беренсе, ә Лидия икенсе ҡатыны була. Лидияның үлеменән бер көн алда Энгельс, үҙенең ҡараштарын еңеп, уның менән рәсми никахын теркәй.

Сәнәғәт яғынан һиҙелерлек үҫешкән Англияла эшселәр синыфының тормош-көнкүреше менән яҡындан танышыу Энгельстың артабанғы тормошона ныҡ йоғонто яһай. Уның замандашы, Британ журналисы, тарихсы һәм философ Эрнест Белфорт Бакс билдәләүенсә, «үҙенең Манчестерҙа булыуы һөҙөмтәһендә Энгельс йәш сағынан уҡ Англия халҡының көнитмеше, ғөрөф ғәҙәттәре, йолалары һәм донъяға ҡарашы менән ныҡлап таныша»[1]. Энгельс тәүге тапҡыр 1843 йылда Лондонда беренсе немец революцион эшселәр ойошмаһы «Ғәҙелдәр берләшмәһе» (русса «Союз справедливых») һәм Лидс ҡалаһындағы инглиз чартистары менән бәйләнешкә инә. Уларҙың «The Northern Star» («Северная звезда», «Төньяҡ йондоҙ») гәзитендә Энгельстың «Owenisten» баҫмаһы өсөн яҙған мәҡәләләре донъя күрә. Бер үк ваҡытта ул «Рейн гәзите» редакцияһы менән дә хатлашыуын дауам итә.

1843 йылдың ноябрендә Энгельс «The New Moral World» баҫмаһына Европа континентындағы коммунизм хаҡында мәҡәләләр яҙа, ә 1844 йылдың февралендә «Немец-француз йыллыҡ баҫмалары»нда («Немецко-французские ежегодники») уның «Англияның хәле» («Положение Англии») һәм «Милли иҡтисадты тәнҡитләүҙең ҡараламаһы» («Наброски к критике национальной экономики») тигән хаттары нәшер ителә. Англияла Энгельс тағы ла сауҙа менеджеры һәм шағир Георг Верт менән дә таныша: нәҡ ул артабанғы 1848—1849 революцион йылдарҙа «Яңы Рейн гәзите»нең фельетондар рубрикаһы менән етәкселек итәсәк.

Карл Маркс менән танышыу һәм уның менән хеҙмәттәшлектең башланыуы (1844—1847 йылдар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Маркс менән Энгельсҡа Берлиндағы һәйкәл

Энгельстың политэкономияны өйрәнеү нәтижәһе — «Милли иҡтисадты тәнҡитләүҙең ҡараламаһы» («Наброски к критике национальной экономики» (1844). Унда Энгельс капиталистик йәмғиәттең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуын күрһәтергә ынтыла һәм буржуаз иҡтисад фәнен ундағы хәлдәрҙе урынһыҙ маҡтауҙа һәм яҡлауҙа ғәйепләй. Энгельстың мәҡәләһе ниндәйҙер дәрәжәлә Марксты экономика буйынса дәреслектәр уҡырға этәрә.