Оккам бәкеһе
Оккам бәкеһе | |
Кем хөрмәтенә аталған | Уильям Оккам[d] |
---|---|
Һүрәтләнгән объект | parsimony[d] |
Оккам бәкеһе Викимилектә |
О́ккам бәкеһе (йәки Оккам лезвиеһы) — метдологик принцип. Инглиз францискан монахы, Оккамда тыуып үҫкән фәйләсүф-номиналист Уильям (ингл. William of Ockham; лат. Gulielmus Occamus; франц. Guillaume d'Ockham яҡынса 1285—1349 йылдар) исеме менән аталған. Ҡыҫҡаса ул былай яңғырай: «Ихтыяж булмаһа, асылды күбәйтеүҙең кәрәге юҡ»[1] (йә «Үтә ҙур ихтыяж булмаһа, яңы асылдарҙы йәлеп итеү кәрәк түгел»).
Был принциптың нигеҙ йөкмәткеһенә ҡарағанда, "Оккам бәкеһе"н Оккам барлыҡҡа килтермәгән. Проторенессанс дәүерендә Оккам яҙып ҡалдырған фекер Аристотель замандарынан уҡ билдәле.
«Оккам бәкеһе» принцибы түбәндәгенән ғибәрәт: әгәр бер күренеш ике ысул менән, мәҫәлән, береһе — А, В һәм С асылдарын (терминдарҙы, факторҙарҙы, факттарҙы һ. б.) йәлеп итеү, икенсеһе А, В, С һәм D асылдары аша аңлатыла алһа һәм был ике ысул да бер үк төрлө һөҙөмтә бирһә, был ысулдарҙың беренсеһенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был миҫалда D асулы артыҡ, уны йәлеп итеүҙең кәрәге юҡ.
Шуныһы: Оккам бәкеһе аксиома түгел, ә презумпция, ул ҡатмарлыраҡ аңлатыуҙарҙы кире ҡаҡмай, ә бары тик гипотезаларҙы ҡарау тәртибен генә тәҡдим итә, ул күп осраҡта иң яҡшыһы була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Смирнов Г. А. Оккам, Уильям // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Бритва Оккама» // Кэрролл Р. Т. Энциклопедия заблуждений: собрание невероятных фактов, удивительных открытий и опасных поверий = The Skeptic's Dictionary: A Collection of Strange Beliefs, Amusing Deceptions, and Dangerous Delusions. — М.: «Диалектика», 2005. — С. 78—82. — ISBN 5-8459-0830-2.
- Charlesworth, M. J. Aristotle's Razor (билдәһеҙ) // Philosophical Studies (Ireland)Ҡалып:Clarify. — 1956. — Т. 6. — С. 105—112. — DOI:10.5840/philstudies1956606
- Dowe, David L.; Steve Gardner; Graham Oppy Bayes not Bust! Why Simplicity is no Problem for Bayesians (инг.) // British J. for the Philosophy of Science : journal. — 2007. — Т. 58. — № 4. — С. 709—754. — DOI:10.1093/bjps/axm033 Архивировано из первоисточника 16 декабрь 2008. Архивная копия от 16 декабрь 2008 на Wayback Machine