Байков Эдуард Артур улы
Байков Эдуард Артур улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
шағир, тарихсы |
Байков Эдуард Артур улы (1967, Өфө) — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. БДС (СНГ) яҙыусылар Союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар Союздары ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1967 йылда Өфөлә тыуған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Өфө дәүләт нефть техник университетының философия кафедраһы аспиранты (2006). Һөнәре буйынса — тарихсы, йәмғиәт белеме уҡытыусыһы, философ. Интеграция проблемалары Евразия Академияһының академия секретары. Профессиональ яҙыусы: беллетрист, шағир, публицист. Дәүләт телевидениеһында һәм республика матбуғатында эшләй: «Истоки» гәзитенең сығарыусы мөхәррире, «Наш Башкортостан» нәшриәтенең баш мөхәррире, «Go 102.ru» мәғлүмәт-яңылыҡтар порталы мөхәррире, «Почтовый курьер» гәзитенең баш мөхәррире. 20 китап һәм матбуғат-интернетта 730 ашыу публикация авторы[1].
Бөтә Рәсәй «Знание» йәмғиәте ағзаһы.
«Фантасофия» әҙәби-ижад берләшмәһе рәйесе (Өфө ҡалаһы)[2].
«Бельские просторы», «Цветок жизни», «Универсум», «Национальная идея» журналдарында; «Экономическая газета», «Парламентская газета», «Истоки», «Вечерняя Уфа», «Воскресная газета», «Ленинец», «Советская Башкирия», «Наш выбор», «Евразийский библиограф», «Русский язык» гәзиттәрендә; «Уфимская литературная критика», «Либеральные и авторитарные общества: прошлое, настоящее, будущее» йыйынтыҡтарында; в альманахах: «Слово», «Вехи Евразии», «Фантасофия» алманахтарында; «МОЛОКО» рус әҙәби журналының, Рәсәйҙең йәш яҙыусылары «ПРОЛОГ» интернет-журналының, «SEMA.RU/БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ», Мошков китапханаһының «Самиздат» журналының, «Проза.ru», «Самиздат.sol.ru», «Мир, сделанный всеми» әҙәби сайттарында баҫтырылды[2].
Әҫәрҙәренең төп тематикаһы – киҫкен сюжетлы беллетристика, күпселегендә фантастика, шулай уҡ детектив һәм мажаралар жанрҙарында ижад итә. Әммә фәнни-популяр әҙәбиәттән һәм публицистиканан ситләшмәй – әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө (һәм публикацияларының) тап ошо «нон-фикшн» жанрҙарында яҙылған. Идеялар сифатында үҙенең тарих, философия, психология (бигерәк тә тәрәндәге психология), тәбиғәт фәндәре, футурология өлкәләрендәге булған белемен ҡуллана.
Инглиз, башҡорт һәм татар телдәренә тәржемәләре бар[1].