Эстәлеккә күсергә

Байков Эдуард Артур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байков Эдуард Артур улы
Тыуған көнө

1967

Тыуған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

шағир, тарихсы

Байков Эдуард Артур улы (1967, Өфө) — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. БДС (СНГ) яҙыусылар Союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар Союздары ағзаһы.

1967 йылда Өфөлә тыуған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Өфө дәүләт нефть техник университетының философия кафедраһы аспиранты (2006). Һөнәре буйынса — тарихсы, йәмғиәт белеме уҡытыусыһы, философ. Интеграция проблемалары Евразия Академияһының академия секретары. Профессиональ яҙыусы: беллетрист, шағир, публицист. Дәүләт телевидениеһында һәм республика матбуғатында эшләй: «Истоки» гәзитенең сығарыусы мөхәррире, «Наш Башкортостан» нәшриәтенең баш мөхәррире, «Go 102.ru» мәғлүмәт-яңылыҡтар порталы мөхәррире, «Почтовый курьер» гәзитенең баш мөхәррире. 20 китап һәм матбуғат-интернетта 730 ашыу публикация авторы[1].

Бөтә Рәсәй «Знание» йәмғиәте ағзаһы.

«Фантасофия» әҙәби-ижад берләшмәһе рәйесе (Өфө ҡалаһы)[2].

«Бельские просторы», «Цветок жизни», «Универсум», «Национальная идея» журналдарында; «Экономическая газета», «Парламентская газета», «Истоки», «Вечерняя Уфа», «Воскресная газета», «Ленинец», «Советская Башкирия», «Наш выбор», «Евразийский библиограф», «Русский язык» гәзиттәрендә; «Уфимская литературная критика», «Либеральные и авторитарные общества: прошлое, настоящее, будущее» йыйынтыҡтарында; в альманахах: «Слово», «Вехи Евразии», «Фантасофия» алманахтарында; «МОЛОКО» рус әҙәби журналының, Рәсәйҙең йәш яҙыусылары «ПРОЛОГ» интернет-журналының, «SEMA.RU/БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ», Мошков китапханаһының «Самиздат» журналының, «Проза.ru», «Самиздат.sol.ru», «Мир, сделанный всеми» әҙәби сайттарында баҫтырылды[2].

Әҫәрҙәренең төп тематикаһы – киҫкен сюжетлы беллетристика, күпселегендә фантастика, шулай уҡ детектив һәм мажаралар жанрҙарында ижад итә. Әммә фәнни-популяр әҙәбиәттән һәм публицистиканан ситләшмәй – әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө (һәм публикацияларының) тап ошо «нон-фикшн» жанрҙарында яҙылған. Идеялар сифатында үҙенең тарих, философия, психология (бигерәк тә тәрәндәге психология), тәбиғәт фәндәре, футурология өлкәләрендәге булған белемен ҡуллана.

Инглиз, башҡорт һәм татар телдәренә тәржемәләре бар[1].

  • [1] Байков Эдуард Артурович
  • [2] Байков Эдуард Артурович