Ким Ир Сен

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ким Ир Сен
кор. 김일성
Ким Ир Сен
Флаг
Флаг
КХДР-ҙың «мәңгелек президенты»
Флаг
Флаг
 5 сентябрь 1998[1]
Алдан килеүсе: КХДР Президенты булараҡ үҙе
Флаг
Флаг
Корея Халыҡ Деморатик Республикаһы Президенты
Флаг
Флаг
28 декабрь 19728 июль 1994
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: вазифа бөтөрөлә
«мәңгелек президент» итеп иғлан ителә
Флаг
Флаг
КХДР Министрҙар кабинеты Рәйесе
9 сентябрь 1948 — 28 декабрь 1972
Алдан килеүсе: вазифа бөтөрөлә
Дауамсы: вазифа бөтөрөлә; КХДР-ҙың Административ Советы Рәйесе булараҡ Ким Ир
Флаг
Флаг
Корея Халыҡ партияһы Үҙәк комитетының Генераль секретары
30 июнь 1949 — 11 октябрь 1966
Алдан килеүсе: вазифа бөтөрөлә; Төньяҡ Корея эшсе партияһы ҮК-ның рәйесе булараҡ Ким Ду Бон, Көньяҡ Корея эшсе партияһы етәксеһе булараҡ Пак Хон Ён
Дауамсы: Үҙәк комитет Генераль секретары булараҡ үҙе
Флаг
Флаг
Корея эшсе партияһы ҮК-ның генераль секретары
11 октябрь 1966 йыл — 8 июль 1994 йыл
Алдан килеүсе: ҮК рәйесе булараҡ үҙе
Дауамсы: Ким Чен Ир
Флаг
Флаг
Төньҡ Корея ваҡытлыса халыҡ комитеты рәйесе
февраль 1946 йыл9 сентябрь 1948 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: КХДР Министрҙар кабинеты рәйесе булараҡ үҙе
Корея коммунистар партияһының Төньяҡ Корея ойоштороу бюроһы рәйесе
декабрь 1945 йыл30 август 1946 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: вазифа бөтөрөлә; Төньяҡ Корея эшсе партияһы ҮК-ның рәйесе булараҡ Ким Ду Бон
 
Дине: Атеист
Тыуған: 15 апрель 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3][4][…]
Манкэйдай, Хэйан-нандо, Корея генерал-губернаторлығы,
Япония империяһы
Үлгән: 8 июль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][3][4][…] (82 йәш)
Пхеньян, КХДР
Ерләнгән: Кымсусан мемориаль Ҡояш һарайы
Династия: Кимы[d]
Исеме: кор. 김성주
Атаһы: Ким Хен Чжик
Әсәһе: Кан Бан Сок
Ҡатыны: 1) Ким Чен Сук
2) Ким Сон Э
Балалары: улдары: Ким Чен Ир, Ким Пхен Ир
ҡыҙы: Ким Гён Хи
Партия: Корея эшсе партияһы
Белеме: Старшая школа Цзилинь Юйвен[d][5]
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 19321994
Принадлежность: Корея Халыҡ Демократик Республикаһы КХДР
Ғәскәр төрө: Корейская народная армия[d], Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы һәм Северо-Восточная антияпонская объединённая армия[d]
Звание:

КХДР Генералиссимусы
Капитан
Капитан
Капитан
Бәрелештәр: Маньчжоу-гола япондарға ҡаршы хәрәкәт
Совет-япон һуғышы
Корея һуғышы
Һалҡын һуғыш
 
Автограф:
 
Наградалары:

КХДР:

КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
Хеҙмәт Геройы
Хеҙмәт Геройы
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Азатлыҡ һәм Бойондороҡһоҙлоҡ ордены
1 дәрәжә Азатлыҡ һәм Бойондороҡһоҙлоҡ ордены

ССРС:

Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»

Башҡа дәүләттәр:

Милләт Алтын миҙалы
Милләт Алтын миҙалы
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
I дәрәжә Румыния Социалистик Республикаһының Йондоҙ ордены кавалеры
«Социализм еңеүе» ордены
«Социализм еңеүе» ордены
Хосе Марти Милли ордены
Хосе Марти Милли ордены
Плайя-Хирон Милли ордены
Плайя-Хирон Милли ордены
1 дәрәжә Ҡаҙаныштар ордены (Сүриә)
1 дәрәжә Ҡаҙаныштар ордены (Сүриә)
«На благо Республики» ордены кавалеры
«На благо Республики» ордены кавалеры
Большой Крест Национального ордена Мали
Большой Крест Национального ордена Мали
I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены
1-се дәрәжәләге Индонезия Йондоҙ ордены
1-се дәрәжәләге Индонезия Йондоҙ ордены
Большая лента Королевского ордена Камбоджи
Большая лента Королевского ордена Камбоджи

Ким Ир Сен (кор. 김일성?, 金日成?, Концевич системаһы буйынса — Ким Ильсо́н, тыуған сағындағы исеме Ким Сон Чжу (кор. 김성주?,金成柱? или 金聖柱); 15 апрель 1912 — 8 июль 1994) — Төньяҡ Корея дәүләтен ойоштороусы һәм 1948—1994 йылдарҙа уның ғәмәлдәге етәксеһе (1972 йылдан — дәүләт башлығы). Кореяның дәүләт идеологияһы — «чучхе»ға нигеҙ һалыусы. 1948—1972 йылдарҙа Ким Ир Сен КХДР Министрҙар кабинеты Рәйесе вазифаһын биләй һәм 1972 йылдан алып, ғәмәлдә Корея Халыҡ партияһы Үҙәк комитетының Генераль секретары вазифаһы менән генә сикләнһә лә, вафатына тиклем КХДР Президенты вазифаһында була. 1953 йылдан — маршал, 1992 йылда Генералиссимус дәрәжәһенә эйә була[6]. Тере ваҡытында ла, үлгәс тә рәсми титулы: «Бөйөк юлашсы Ким Ир Сен иптәш» (위대한 수령 김일성동지[7]). Вафатынан һуң Кореяның «мәңгелек президенты» тип иғлан ителә.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ким Ир Сен 1926 йылда.

Ким Ир Сендың биографияһы һәр төрлө мифтар һәм легендалар менән сырмалған, шуға ысынбарлыҡты уйҙырманан айырыуы еңел түгел[6]. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Ким Сон Чжу 1912 йылдың 15 апрелендә Пхеньяндан алыҫ түгел Тэдон өйәҙе (хәҙерге Мангёндэ) Копхён олоҫоноң Намни ауылында уҡытыусылыҡ менән бер рәттән Алыҫ Көнсығыш медицинаһы рецептары буйынса кешеләрҙе үләндәр менән дауалап аҡса эшләгән Ким Хён Чжик ғаиләһендә тыуған. Ким Ир Сендың Японияла 1964 йылда уҡ донъя күргән биографияһында уның Мангёндэла[8] үҫһә лә, әсәһенең өйөндә Чхинчжонда тыуыуы тураһында бәйән ителә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Кимдар протестант ғаиләһе була; буласаҡ юлбашсының әсәһе — Кан Бан Сок (1892—1932) — урындағы протестант руханийының ҡыҙы. Түбәнге ҡатлам зыялыларының күпселек ғаиләләре кеүек үк Ким Хён Чжик һәм Кан Бан Сок нужа кисереп, бик бай йәшәймәйҙәр. Төньяҡ Корея тарихнамәһе раҫлауынса, буласаҡ юлбашсының ата-әсәһе япондар баҫып алған Кореяның милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәре иҫәбендә була. Япон тикшеренеүселәре мәғлүмәттәре буйынса, Ким Хён Чжик ысынлап та 1917 йылда ойошторолған рөхсәтһеҙ эшләүсе милли төркөм эшмәкәрлегендә ҡатнаша, әммә бер ниндәй ҙә алдынғы роль биләмәй[9].

Ҡытайҙағы тормошо һәм Японияға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Кимдарҙың ғаиләһе Ҡытайға, Маньчжурияға күсенә. Унда бәләкәй Ким Сон Чжу ҡытай мәктәбендә белем ала башлай. Гиринда өлкән синыфтарҙа ул ҡытай комсомолының урындағы рөхсәтһеҙ ойошҡан ойошмаһы тарафынан йәшерен марксистик түңәрәккә инә. Түңәрәкте властар шунда уҡ асыҡлай һәм 1929 йылда уның иң бәләкәй ағзаһы — 17 йәшлек Ким Сон Чжу ярты йыл самаһы тотҡонлоҡта була. Уның атаһы Ким Хён Джик Япония төрмәһендә ултырыу һөҙөмтәһендә ҡаҡшаған сәләмәтлеге эҙемтәһенән мандый алмай 1926 йылда уҡ үлеп ҡала. 1932 йылдың 25 апрелендә Ким Ир Сен Японияға ҡаршы Ҡытай партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ҡораллы отрядына етәкселек итә. Яҡынса шул уҡ ваҡытта ул Хан Бер (Берҙән-бер йондоҙ) һәм Ким Ир Сен (Ҡалҡыусы ҡояш) псевдонимын ала. Ҡытайҙа һәм СССР-ҙа уны тәүҙә Цзинь Жичэн псевдонимы аҫтында беләләр.

Йәш партизан хеҙмәттә тиҙ үрләй, 1934 йылда ул һуңынан 2-се партизан армияһы составына индерелгән 2-се айырым дивизияның 3-сө ротаһы 1-се взводының командиры була. Ике йылдан 6-сы, һуңынан «Ким Ир Сен дивизияһы» тип атап йөрөтөлгән дивизия командиры вазифаһын биләй. Ул йылдарҙа йөҙ-бер нисә йөҙ яугиры булған партизан формированиеһы «дивизия» тип аталып йөрөтөлә.

Раҫланмаған версияларҙың береһе буйынса, Ким Ир Сендың беренсе ҡатыны уның менән бер отрядта һуғышып йөрөүсе Ким Хё Сун була[6]. 1940 йылда ул япондарға әсиргә эләгеп, язалана, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Икенсе версия буйынса, һуңынан ул КХДР-ҙа йәшәй һәм урта кимәлдәге төрлө яуаплы постарҙа эшләй. Маньчжурияла уҡ Ким Ир Сендың ҡатыны партизанка Ким Чен Сук — Төньяҡ Корея батрагының ҡыҙы булыуы хаҡ. Уны буласаҡ Бөйөк Юлбашсы тәү тапҡыр 1935 йылда күрә һәм биш йылдан һуң ғына — 1940 йылда никахлаша.

Ким Ир Сен (артҡы рәттә, уртала) үҙенең отряды яугирҙары менән

1937 йылдың 4 июнендә Ким Ир Сен етәкселегендәге 200 партизан Япония-Маньчжурия сиген үтеп сыға һәм иртән ҡапыл ғына ҙур булмаған Почхонбо ҡалаһына һөжүм итеп, урындағы жандарм посын, ҡайһы бер учреждениеларҙы ҡыйрата. Был партизандар тарафынан Маньчжурияның Корея райондарында түгел, ә Корея территорияһында үткәрелгән беренсе уңышлы операцияһы була.

Коминтерн агентураһы белдереүҙәренә ярашлы, 1940—1941 йылдарҙа Ким Ир Сен 1-се Берләшкән Халыҡ Революция Армияһының (Япондарға ҡаршы берләшкән Төньяҡ-Көнсығыш армия) 2-се йүнәлеше командующийы булараҡ, япондарға ҡаршы көньяҡ-көнсығыш Маньчжурияла барған хәрби хәрәкәттәр менән етәкселек итә[10].

СССР-ҙағы тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йыл һуңына каратель операциялары һөҙөмтәһендә япондарға Маньчжурияла ҙур партизан отрядтарының күпселеген ҡыйратыу мөмкин була. 1940 йылдың сентябрендә Алыҫ Көнсығыш фронтының совет вәкиле япондарға ҡаршы частарҙың командирҙарына Хабаровскта[11] үтәсәк Коминтерн әҙерләгән кәңәшмәгә саҡырып хаттар ебәрә. Ким Ир Сендың хәтирәләре буйынса, уның төркөмө Совет-Маньчжурия сиген ноябрҙә үтә. Корейҙар тураһында бер ниндәй мәғлүмәт алмаған сик буйы һаҡсылары уларҙы утҡа тотоп, ҡораллы инцидент барлыҡҡа килеүенә ҡармаҫтан, бер нисә көн эпидемиологик контроль үткәргәндән һуң партизандарҙы Посьетҡа алып баралар. Башҡа Корея-Ҡытай төркөмдәре СССР-ға артабанғы осорҙа эвакуациялана.

1940 йылдың декабрендә Маньчжурияның ҡытай һәм корей партизан отрядтары командирҙары, шулай уҡ Алыҫ көнсығыш фронты вәкилдәре Хабаровскиҙа 1941 йылдың мартына тиклем дауам иткән йәшерен кәңәшмәлә ҡатнаша. Һөйләшеүҙәр барышында Ким Ир Сен тәүге тапҡыр үҙенең буласаҡ яҡын арҡаҙаштары, Төньяҡ Маньчжуриянан килгән корей командирҙары Ким Чхеэк һәм Чхве Ёе Го менән осраша. Һуңынан улар КХДР-ҙа юғары хәрби һәм партия-дәүләт вазифаларын биләй[12]. Кәңәшмәнең йомғаҡлау этабы өсөн Алыҫ Көнсығыш фронты штабының разведка бүлеге начальнигы, бер үк ваҡытта Коминтерн вәкиле полковник Наум Соркин яуаплы була[13]. Соркин һәм разведбүлектең элекке етәксеһе Ким Ир Сендың кәңәшмә барышында яҙған яҙмаларында дөйөм «Ван Синлинь» псевдонимы аҫтына «йәшенә»[14]. Ким Ир Сен, Соркиндың тәғәйенләнеүе Корея һәм Ҡытай кадрҙарын РККА составына индереүҙе талап иткән унан алда еткәселек итеүсе менән партизандар араһында килеп сыҡҡан фекер айырмалығы эҙемтәһе булып тора, тип раҫлай. Партизандар «һәр илдәге революцияның үҙ аллылыҡ принцибы» һаҡланыуын талап итеп, низағ барышында Сталинға һәм Коминтерн башлығы Георгий Димитровҡа шикәйәт яҙа.

Хабаровскиҙағы кәңәшмә йомғаҡтары буйынса СССР-ҙа Маньчжурия партизандарының базаһы — Хабаровск эргәһендә Төньяҡ лагерь һәм Ким Ир Сендың яугирҙары булған Уссурийск районында Көньяҡ лагерь («В лагеры») ойошторола. Ошонда ул совет территорияһына килгән Ким Чен Сук менән осраша һәм барыһына ла билдәле булған тәүге ғаилә фотоһына төшә.

КХДР президентының мемуарҙарына һәм совет офицерҙарының күрһәтмәләренә ярашлы[15], 1941 йылдың апрелендәКим Ир Сен бәләкәй отряд менән Хунчунь районында Совет-Маньчжурия сиген уңышлы үтә (хәҙер был урында ҠХР, КХДР һәм Рәсәй территориялары тоташа) һәм оҙайлы ваҡыт Маньчжурияла һәм Кореяла хәрби операциялар алып бара. Корея һәм Ҡытайҙың Алыҫ Көнсығышта урынлашҡан отрядтары 1940 йылда шундай уҡ ысул менән оҙайлы рейдтар яһай.

1941 йылдың февралендә Ким Ир Сен менән Ким Чен Суктың улы — Ким Чен Ир донъяға килә. Ҡайһы бер авторҙар раҫлауынса, бала сағында уны рус исеме менән Юрий тип йөрөтәләр. Бындай тәжрибә киң таралған була, атап әйткәндә Ҡытай Коммунистар партияһы рәйесе Мао Цзэдундың улы Мао Аньин СССР-ҙа булғанында Сергей исеме менән йөрөй[16].

Наум Соркин менән кәңәшләшкәндән һуң, 1942 йылдың июлендә Ким Ир Сен 88-се айырым уҡсылар бригадаһының 1-се уҡсылар батальоны командиры вазифаһында РККА штатына индерелә. Был подразделение, хәрби һәм сәйәси кадрҙар әҙерләү үҙәге булараҡ, ҡытай һәм корей партизандарынан, СССР-ҙан саҡырылған нанайҙарҙан һәм совет офицерҙарынан туплана. 1-се батальондың личный составында корейҙар күберәк була. Бригада командиры итеп ҡытайлы, Төньяҡ Маньчжурия партизаны, 1930 йылдарҙан уҡ Ким Ир Сен менән яҡшы таныш Чжоу Баочжун тәғәйенләнә. Подразделение ойоштороу менән бер үк ваҡытта ул Ким Ир Сен менән бергә Алыҫ Көнсығыштағы совет ғәсәкрҙәре командующийы Иосиф Апанасенко менән осрашып, субординация һәм тәьминәт мәсьәләләрен хәл итә. КХДР лидеры хәтерләүенсә, «Берләшкән интернациональ ғәскәрҙәр» (ҡытай, корей, совет) тураһында килешелә: «уны рәсми рәүештә айырым 88-се бригада, ә эске мөнәсәбәттәр өсөн 8461-се махсус уҡсылар бригадаһы тип атарға … быны сер итеп һаҡларға һәм берләшкән интернациональ ғәсәкрҙәрҙең булыуын, уның эшмәкәрлеген ныҡ йәшерергә ҡарар ителде».

88-се айырым уҡсылар бригадаһы ойошторолоуы һөҙөмтәһендә Уссурийск эргәһендәге лагерь бөтөрөлә, Ким Ир Сендың һәм башҡа партизандарҙың базаһы 1942 йылда Төньяҡ лагерға күсерелә. Бригада Хабаровскиҙа Вятское ауылында урынлаша. Ким Ир Сен, Кан Гон һәм КХДР-ның башҡа буласаҡ етәкселәре бер хәрби йортта — ятаҡта йәшәй.

1942 йылдан Ким Ир Сен Алыҫ Көнсығышта РККА-ның ҡайһы бер күнекмәләрендә ҡатнаша, 1944 йылдан бригада кадрҙары менән бергә даими рәүештә парашюттан һикереү оҫталығын арттыра — Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башланғандан һуң Корея һәм Ҡытай партизандарын күпләп дошман тылына ташлау әҙерләнә. Был планға Японияның тиҙ генә капитуляцияһы ҡамасаулай, һөҙөмтәлә авиадесант ырғытылмай, ә бригада үҙе тиҙҙән таратыла.

Кореяға ҡайтыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ким Ир Сен Төньяҡ Корея Халыҡ партияһы Үҙәк комитетының ултырышында. 1946 йылдың 26 авгусы.
Ким Ир Сен 1946 йылда.
  • 88-се бригаданың күпселек һалдаты һәм офицеры совет коменданттарына ярҙамсы булыу һәм совет хәрби властарының урындағы халыҡ менән мөнәсәбәтен тәьмин итеү өсөн Маньчжурияның һәм Кореяның азат ителгән ҡалаларына барырға тейеш була. Кореяның совет ғәскәрҙәре ингән иң ҙур ҡалаһы Пхеньян була, ә 88-се бригаданың иң юғары корей офицерҙарынан Ким Ир Сендың Пхеньянда комендант итеп уның тәғәйенләнеүенә аптырарға ярамай. Ул Кореяға «Маньчжурияла япон оккупанттары менән көрәштә партизан отрядында актив ҡатнашҡаны өсөн» Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған РККА капитаны дәрәжәһендә ҡайта. 1945 йылдың октябрендә Пхеньян стадионында Совет армияһы хөрмәтенә митинг уҙғарыла, унда 25-се армия командующийы генерал-полковник Чистяков сығыш яһай һәм йыйылыусыларға Ким Ир Сенды «милли герой» һәм «билдәле партизан юлбашсыһы» тип таныштыра. Шунан һуң Ким Ир Сен Ҡыҙыл Армия хөрмәтенә һүҙ тота. Уның власть үренә юлы шулай башлана.
  • 1946 йылда Ким Ир Сен Корея Компартияһының Төньяҡ Корея ойоштороу бюроһы рәйесе итеп тәғәйенләнә, ә февралдә Төньяҡ Кореяның Ваҡытлыса халыҡ комитетын етәкләй. 1948 йылда ул КХДР премьер-министры була. Ошо уҡ йылдың декабрендә СССР ғәскәрен сығарғанға тиклем ил тормошона совет хәрби властары, артабан совет илсеһе етди йоғонто яһай.
  • КХДР күпселек етәкселәре кеүек үк Ким Ир Сен ғаиләһе, балалары менән Пхеньян үҙәгендә, элек япон офицерҙары һәм чиновниктары торған айырым йортта йәшәй. Ошонда ул ике фажиғә кисерә — 1947 йылдың йәйендә икенсе улы — Шура һыуға батып үлә, 1949 йылдың сентябрендә аҫыранған ваҡытта ҡатыны Ким Чен Сук вафат була. Ул һәр саҡ тәүге ҡатынын хәтерендә һаҡлай һәм уның тураһында күңелендә яҡты иҫтәлектәр йөрөтә. Ким Ир Сендың икенсегә хөкүмәт канцелярияларының береһендә секретарша булып эшләгән Ким Со Эға өйләнә.
Яков Новиченко Ким Ир Сен менән осрашыуҙа. 1984 йыл.

Идара итеү ваҡыты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ким Ир Сен менән Эрих Хонеккер.
ГДР 1984 йыл.

Потсдам конференцияһы ҡарары буйынса Корея 38-се параллелдә Совет һәм Америка оккупация зоналарына бүленә. Уның һуғыштан һуңғы киләсәге 1945 йылдың декабрендә Мәскәүҙә СМИД конференцияһында ҡарала.

Көньяҡ Кореяла власҡа Ли Сын Ман килә. Пхеньян да, Сеул да ярымутрауҙа бары тик уларҙың режимы ғына берҙән-бер законлы власть булыуы менән килешмәй. Эш һуғышҡа табан бара. Һуғыш башлау ҡарары, күрәһең, 1950 йылдың мартында, Ким Ир Сендың Мәскәүгә сәфәре ваҡытында һәм уның Сталин менән һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһендә ҡабул ителәлер. Был сәфәр алдынан Мәсәкүҙә лә, Пхеньянда ла оҙайлы фекер алышыуҙар бара. Ким Ир Сен 1950 йылдың 25 июнендә башланған Көньяҡ менән һуғышҡа әҙерләнеүҙә әүҙем ҡатнаша, уның тәүге көндәренән үк Юғары баш командующий урыны биләй. Һуғышта уңыш сиратлап килә, 1951 йылда ҡаршы тороусы көстәрҙең позициялары һуғыш башындағы менән бер иш тигәндәй була.

Килешеү төҙөүҙең тәүге йылдары СССР һәм Ҡытай ярҙамын алған Төньяҡ Корея иҡтисадының һуғыш һөҙөмтәһендә күрелгән зыянды бөтөрөү генә түгел, йылдам алға үҫешә башлаған етди уңыштары менән билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Корея СССР-ҙан да, Ҡытайҙан да иҡтисади бойондороҡло була, шуға күрә совет-ҡытай низағы башланыуы Ким Ир Сен алдына ауыр бурыс ҡуя. Бер яҡтан, ул Мәскәү һәм Пекин араһында йөрөп үҙ аллы бойондороҡһоҙ сәйәси йүнәлеш алып барыу мөмкинлеге булдырырға, икенсе яҡтан ул быны СССР ҙа, Ҡытай ҙа КХДР-ға ярҙам күрһәтеүен туҡтатмаҫлыҡ итеп эшләргә тейеш була. Башта ул Ҡытай менән берләшмә булдырыу яғына ауыша — быға илдәрҙең мәҙәниәте яҡынлығы ла, элек Ҡытай менән Корея революционерҙарының бәйләнештәре лә, Ким Ир Сендың Сталиндың тәнҡите менән риза булмауы ла йоғонто яһай. Әммә Ҡытайға йүнәлеш алыу шунда уҡ ауырлыҡтар тыуҙыра — Советтар Союзы ҡапыл ғына ярҙам ҡулы һуҙыуын туҡтата. Бынан тыш, Ҡытайҙа башланған «Мәҙәни революция» Төньяҡ Корея етәкселеген ҠХР-нан алыҫлашырға мәжбүр итә. 1960 йылдар уртаһынан КХДР етәкселеге Совет-Ҡытай низағын яйлап нейтралләштереү сәйәсәтен башлай. Ҡайһы берҙә был йүнәлеш Ҡытайҙа ла, СССР-ҙа ла ҙур ҡәнәүәтһеҙлек тыуҙыра, әммә Ким Ир Сен эште шундай итеп алып бара, ҡәнәғәтһеҙлек булһа ла, ярҙам күрһәтеү бер ваҡытта ла туҡтатылмай.

Ким Ир Сен 1984 йыл.

1950 йылдар һуңында барлыҡ етәксе урындарҙы Ким Ир Сендың партизандар һуғышы буйынса арҡаҙаштары биләй. 1950—1960 йылдар сигендә КХДР-һында чучхе идеялары раҫлана. Сәнәғәттә тулыһынса хужалыҡ иҫәбен алып барыуҙың ниндәй ҙә булһа формаһын һәм матди ҡыҙыҡһыныуҙы тулыһынса инҡар иткән тзан системаһы раҫлана. Иҡтисад хәрбиләштерелә, бөтөн урындарҙа ла үҙәктән планлаштырыу индерелә. Тотош тармаҡтар хәрби өлгө буйынса үҙгәреп ҡорола. Ҡытай халыҡ армияһы донъяла иң ҙурҙарҙың береһе булып китә (1 миллион самаһы кеше). Йорт алды участкаларында һәм баҙарҙа сауҙа итеү буржуаз-феодализм ҡалдығы тип иғлан ителә һәм бөтөрөлә. Ким Ир Сен власҡа тулыһынса эйә булғандан һуң КХДР-ҙа урынлаштырылған система 1940 йылға тиклем эшләгән элекке системаға ҡарағанда күпкә һөҙөмтәһеҙерәк булып сыға. 1970 йылдарҙан Төньяҡ Кореяның иҡтисады торғонлоҡ кисерә, халыҡтың тормош кимәле ҡырҡа насарая башлай. Ошондай шарттарҙа йәмғиәттең тотороҡлолоғо ҡаты контроль менән бер рәттән алып барылған көслө идеология ярҙамында ғына тәьмин ителә.

1972 йылда КХДР Министрҙар кабинеты посы бөтөрөлә һәм Ким Ир Сен үҙе өсөн булдырылған КХДР Президенты итеп һайлана.

Ким Ир Сен 1987 йылда.

1994 йылдың 8 июлендә Ким Ир Сен Пхеньянда вафат була. Уның үлеменән һәм иғлан ителгән өс йыллыҡ матәмдән һуң власть уның улына — Ким Чен Ирға күсә.

1998 йылдың 5 сентябрендә КХДР Юғары халыҡ йыйылышы Конституцияға үҙгәрештәр индерә һәм Ким Ир Сен вафат булғандан һуң буш торған КХДР Президенты вазифаһын бөтөрә һәм уны «КХДР-ҙың Мәңгелек Президенты» тип иғлан итә.

Шәхес культы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ким Ир Сен тыуған йорт (Мангёндэ, КХДР)

Ким Ир Сен үҙенең власын нығытыуҙы үҙ-уҙен маҡтатыу кампанияһы менән бер ҡатарҙан алып бара. 1960 йылдарҙан уның шәхес культы бығаса булмаған формаларҙа тормошҡа ашырыла, 1972 йылда 60 йәшен билдәләгәндән һуң уны маҡтау тағы ла көсәйә. Ким Ир Сендың «күпертелгән» титулдары бик күп — Бөйөк Юлбашсы, Милләт Ҡояшы, Барыһын да еңеүсе Тимер Полковдец, Ҡеүәтле Республика Маршалы, Кешелекте Азат итеү нигеҙе һ.б. Бәлиғ булған барлыҡ корейҙар уның портреты төшөрөләгән значоктар тағырға тейеш була. Уның һүрәттәре барлыҡ торлаҡ һәм хеҙмәт биналарына, метро һәм поездар вагондарына урынлаштырыла. Тау битләүҙәренә юлбашсы хөрмәтенә бер нисә метрлы һаулыҡ теләктәре сүкеп яҙыла. Ил буйынса бары тик Ким Ир Сенға һәм уның туғандарына ғына һәйкәлдәр ҡуйыла, юлбашсының тыуған көнөндә һәр корей шундай һәйкәлдәргә сәскә һалыуҙы үҙенең бурысы тип һанай.

Ким Ир Сендың биографияһын балалар баҡсаһынан өйрәнә башлайҙар һәм ул мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында белем алғанда ла дауам итә, уның хеҙмәттәрен корейҙар ятлап ала. Балалар баҡсаһында балалар бәхетле бала саҡ өсөн юлбашсыға бер тауыштан рәхмәт белдерә. Ким Ир Сен булған барлыҡ урындар махсус мемориаль таҡтаташтар менән билдәләнә, улар милли мираҫ итеп иғлан ителә һәм ентекле һаҡлана. Уның исеме Төньяҡ Кореяның һәр йырында иҫкә алына, фильм геройҙары, уға һөйөү менән рухланып, мөмкин булмаған ҡаһарманлыҡтар эшләй. Пхеньяндың йәмғиәтте өйрәнеүселәре бөтөн донъя тарихи процесында юлбашсының ролен өйрәнеү буйынса «революция юлбашыларын өйрәнеү» (кор. 혁명적 수령관) тип аталған махсус дисциплинаһын булдыра.

Тормош образы буйынса Ким Ир Сен «икенсе донъя» диктаторҙарының күпселегенән айырылып тора. Уның баш ҡала ситендә һарайы, ил буйынса резиденциялары булһа ла, ул бик йыш сәфәрҙә йөрөй. Юлбашсының бай поезы (ул самолеттарҙы яратмай һәм хатта сит илдәргә йөрөгәндә лә тимер юлына өҫтөнлөк бирә) әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа саба, Ким Ир Сен предприятиеларға, ауылдарға бара, учреждениеларҙа һәм мәктәптәрҙә була.

Ким Ир Сендың Пхеньян метроһындағы портреты.

Яҡынса 1970 йылдар башынан Ким Ир Сен КХДР-ҙы монархия кеүек итеп, унда вариҫ итеп улы Ким Чен Ирҙы ҡалдырыу идеяһы менән йәшәй башлай. Ошо ваҡыттан башлап Ким Чен Ир үҫеш баҫҡыстары буйлап үрләй башлай. Чиновниктар араһында 1970 йылдар уртаһында был идеяға ҡаршы сығыусылар ҡәнәғәт булмаусыларҙың юғалыуы менән тамамлана.

1980 йылда Корея Хеҙмәт партияһының VI съезында Ким Чен Ир атаһының вариҫы тип иғлан ителә. Пропаганда уның иҫ киткес аҡылын Ким Ир Сендың эшмәкәрлеген маҡтаған кеүек маҡтай башлай. Ким Ир Сендың үлеменән һуң КХДР-ҙа уның шәхес культы һаҡлана һәм уға улының — вариҫының шәхес культы өҫтәлә.

Ким Ир Сендың тыуған көнөндә КХДР-ҙа Ҡояш көнөн байрам итәләр.

Ерләнеү урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлбашсының мәйете «Кымсусан» мемориаль комплексында −1995 йылда Ким Ир Сендың Пхеньяндағы элекке президент резиденцияһында булдырылған мавзолейҙа һаҡлана. Ул залдарҙың береһендә быяла саркофаг эсендә ята, изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусылар һәм сит ил ҡунаҡтары уны бер ҡаршылыҡһыҙ инеп ҡарай ала. Килеүселәр юлбашсыға баш эйә, бәләкәй төркөмгә бүленеп саркофагты дүрт яҡтан урап үтә. Кымсусан һарайында Ким Ир Сендың ҡайһы бер әйберҙәре, шул иҫәптән автомобиле, хатта бронялы тимер юлы вагоны ла һаҡлана.

Хәрби карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РККА капитаны КХДРМаршалы Генералиссимус
1940 йылдар 1953 йылдың 7 феврале
1992 йылдың 14 апреле

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • КХДР Геройы (өс тапҡыр)[17]
  • КХДР Хеҙмәт Геройы — 1953
  • «Еңеүгә индергән өлөшө өсөн» ордены — 2006 (үлгәндән һуң)[18]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (КХДР)
  • Алтын йондоҙ ордены (КХДР)
  • I дәрәжә Дәүләт флагы ордены (1951, КХДР)[19]
  • I дәрәжә «Азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ» ордены (1952, КХДР)
  • Карл Маркс ордены
  • Ленин ордены (14.04.1972)
  • «Социализмдың еңеүе» ордены
  • Пакистандың[20] Куайд-и-Азам университетының маҡтаулы докторы

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пхеньянда футбол стадионы,Төньяҡ Кореяның төп университеты, Пхеньяндың үҙәгендәге төп майҙан, Төньяҡ Кореяның башҡа ҡалаларында бик күп урамдар һәм башҡа объекттар Ким Ир Сен исемен йөрөтә. Уның 70 йыллыҡ юбилейы уңайынан Пхеньянда Триумфаль арка ҡуйылған. КХДР-ҙың иң юғары Дәүләт наградаһы — Ким Ир Сен исемендәге орден.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ким Ир Сен. Сочинения : в 46 т. — Пхеньян : Издательство литературы на иностранных языках, 1980—2007.
  • Ким Ир Сен. О Чучхе в нашей революции : в 3 т. — Пхеньян : Издательство литературы на иностранных языках, 1980—1982.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Де-факто все полномочия Ким Ир Сена закончились с его смертью, 8 июля 1994 года. Де-юре он находится у власти с 28 декабря 1972 года
  2. 2,0 2,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Kim Il-Sung // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. 김일성 세기와 더불어 (кор.)평양시: 외국문출판사, 1992.
  6. 6,0 6,1 6,2 Ланьков А. Н. Ким Ир Сен: Попытка биографического очерка // Северная Корея: вчера и сегодня. — М.: Восточная литература, 1995. (расширенная версия)
  7. В северокорейских публикациях имена Ким Ир Сена, Ким Чен Ира и Ким Чен Ына выделяются жирным шрифтом
  8. Ланьков А. Н. КНДР вчера и сегодня. Неформальная история Северной Кореи. — М.: Восток-Запад, 2005. — 448 с. — 3000 экз. — ISBN 5-478-00060-4.
  9. 와다 하루키 (Вада Харуки). 김일성과 만주항일전쟁(Ким Ир Сен и антияпонская война в Маньчжурии) p.28.
  10. Справка К. Ф. Вилкова, И. П. Плышевского, А. Г. Зюзина и А. И. Когана «Состояние партийных организаций и партизанского движения в Маньчжурии», Москва, 23.05.1941 // РГАСПИ. Ф. 514. Оп.1. Д.944. Л.14-104
  11. ВКП(б), Коминтерн и Корея. 1918—1941. Под редакцией Харуки Вада. М., 2007. С. 743
  12. 和田春樹『金日成と満州抗日戦争』平凡社、1992年 (Харуки Вада. Ким Ир Сен и антияпонская война в Маньчжурии. Токио, 1992)
  13. Соркин Наум Семёнович. Биография и послужной список
  14. Доклад Цзин Жичэна и других представителей Наньманьского партийного комитета КПК, Хабаровск, 1.01.1941 // РГАСПИ. Ф. 514. Оп.1. Д.1041. Л.2-8
  15. Иванов В. И. «В тылах Квантунской армии. Правда о 88-й китайско-корейской бригаде Дальневосточного фронта». М., 2009. С. 243
  16. Мао Аньин — достойный сын Мао Цзэдуна, Жэньминь жибао, 29.04.2005 2012 йыл 20 март архивланған.
  17. Биография Ким Ир Сена на сайте Корейской Ассоциации дружбы (KFA)
  18. Агарков, Валерий. Отец и мать лидера КНДР награждены российскими орденами «За вклад в Победу». ИТАР-ТАСС (8 август 2006). Дата обращения: 30 октябрь 2010. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2007 йыл 6 ғинуар архивланған.
  19. Реферат: Ким Ир Сен
  20. Смирнов В. М. Ордена Ким Ир Сена // Дуэль. — 10 июля 2001. — № 28 (222).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Краткая история революционной деятельности товарища Ким Ир Сена, Пхеньян: Издательство литературы на иностранных языках, 1969
  2. Ланьков A. Н. Неформальная история Северной Кореи. М.: Восток-Запад, 2004
  3. Шатаев А. В. И. В. Сталин, СССР и КНР в судьбах КНДР. Горно-Алтайск. 2013. 146 стр.
  4. Балканский А. Ким Ир Сен. М.: 2011. Молодая гвардия. (Серия ЖЗЛ: серия биографий; выпуск 1343).272 стр.
  5. Товарищ Ким Ир Сен — гениальный мыслитель и теоретик. Пхеньян: Издательство литературы на иностранных языках, 1975.
  6. Сделан в СССР (История Великого Кормчего) // «Совершенно секретно», No.9/268, Анатолий ЖУРИН, 1 Сентября 2011
  7. Грибачёв Н. М. Ким Ир Сен (поэма, 1950).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдан килеүсе:
Вазифа булдырылған
КХДР Министрҙар кабинеты рәйесе

9 сентябрь 194828 декабрь 1972
Һуңынан килеүсе:
Ким Ир
Алдан килеүсе:
Вазифа булдырылған
Чхве Ён Гон
КХДР Юғары халыҡ йыйылышы рәйесе кеүек үк Ил башлығы
КХДР Президенты

28 декабрь 19728 июль 1994
Һуңынан килеүсе:
(1998 йылдың 5 сентябренә тиклем вариҫ урын буш)
Ким Ир Сен
КХДР-ҙың Мәңгелек президенты
(1998 йылдың 5 сентябренән)
Ким Ён Нам
КХДР Юғары халыҡ йыйылышы рәйесе кеүек үк Ил башлығы
Алдан килеүсе:
Ким Ду Бон
Төньяҡ Кореяның Хеҙмәт партияһы
Үҙәк комитеты генераль секретары кеүек үк
Кореяның Хеҙмәт партияһы
Үҙәк комитеты генераль секретары

30 июнь 19498 июль 1994
Һуңынан килеүсе:
1997 йылдың 8 сентябренә тиклем вариҫ урын буш
Ким Чен Ир