Венчурлы капитал
Венчурлы капитал | |
Венчурлы капитал Викимилектә |
Венчурлы капитал (ингл. venture — хәүефле, авантюралы) — вкладсыларҙың үҫеш кисереүсе йә баҙарҙа урын биләү өсөн көрәшеүсе йәш предприятиеларҙы һәм фирмаларҙы (стартаптарҙы) финанслау өсөн тәғәйенләнгән, шунлыҡтан бик юғары йә сағыштырмаса юғары хәүефкә дусар булған капиталы; ышанысһыҙ ҡиммәтле ҡағыҙҙарға йә предприятиеларға юғары килем өмөт итеп һалынған оҙон мөҙҙәтле инвестициялар. Классик инвестицияларҙан (аҡсаның кире ҡайтарылыуы) айырмалы, венчурлы финанслау моделенә һалған аҡсаны бик юғары юғалтыу хәүефе хас, ә табышлылыҡ уңышлы һалынмаларҙан юғары килем алыуҙан тора. Венчурлы капитал менән, ҡағиҙә булараҡ, инновациялы компаниялар эш итә.
Венчурлы фонд — предприятиеның сит вкладсыларның фонд ойоштороу юлы менән инвестициялау өсөн финанс капиталын туплау механизмы, ғәҙәти капитал баҙары һәм банк заемдары өсөн үтә юғары юғалтыу хәүефе менән бәйләнгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге венчурлы капитал индустрияһының атаһы тип генерал Джорджиз Дориот иҫәпләнә. 1946 йылда Дориот Америка ғилми-тикшеренеү корпорацияһын (АНИК) төҙөй, уның иң ҙур уңышы булып Диджитал Эквипмент Корпорейшн тора. Диджитал Эквипмент 1968 йылда үҙенең акцияларын биржаға урынлаштырғас, АНИК йылына 101 % рентабеллелеккә етә. АНИК 1959 йылда Диджитал Корпорейшнға инвестициялаған 70 мең доллар 1968 йылда 37 миллион доллар капитал хаҡына өлгәшә. Венчурлы финанслау юлы менән ойошторолған беренсе компания тип 1959 йылда Венрок Эсоушиэйтс фирмаһы нигеҙләгән Фэйрчайлд Семикондактор иҫәпләнә. Икенсе донъя һуғышына тиклем венчурлы капитал рәүешендәге инвестициялар менән бик бай кешеләр һәм ғаиләләр генә шөғөлләнә. Профессиональ нигеҙҙә эшләүсе венчурлы индустрияны үҫтереүгә беренсе аҙым булып АҠШ-та 1958 йылда сыҡҡан «Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа инвестициялар тураһында» закон тора.
Дөйөм алғанда, венчурлы капитал технологик яҡтан новатор предприятиелар, башлыса АҠШ предприятиелары менән тығыҙ бәйләнгән.
Кремний үҙәненең үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы һәм 1970-се йылдарҙа венчурлы фирмалар үҙ вкладтарын яңы үҫә йә киңәйә башлаған компанияларға һала. Ҡағиҙә булараҡ, был компаниялар электрон һәм мәғлүмәт технологиялары, шулай уҡ медицина өлкәләрендәге ҡаҙаныштарҙы файҙалана. Һөҙөмтәлә венчурлы финанслау технологияларҙы финанслау синонимына әүерелә. 1974 йылда венчурлы фирмалар фонд биржаһы емерелеүгә бәйле ваҡытлыса һүлпәнәйә, сөнки был осорҙа инвесторҙар инвестициялар фондының яңы төрөнә ышанып етмәй. 1978 йыл күрһәткестәре венчурлы капитал өсөн рекордлы юғарылыҡта була. Был индустрияның табыштары 1978 йылда 750 миллион доллар тәшкил итә.
1980-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980 йылда АҠШ ҡануниәте пенсия фондтарына стартап кеүек альтернатив капитал төрҙәрен инвестицияларға рөхсәт итә. 1983 йылда Америка фонд баҙары киҫкен үҫеп китә. Ошо уҡ йылды әле лә эшләгән уңышлы ҙур компанияларҙың күбеһе нигеҙләнә.
1980-се йылдарҙа беренсе тапҡыр урынлаштырылған акцияларҙың үтә күп булыуы, шулай уҡ венчурлы фондтарға идара итеүселәрҙең күбеһенең тәжрибәһеҙлеге арҡаһында венчурлы капиталдан табыш бик аҙ алына. Венчурлы фирмалар үҙҙәренең портфель компанияларын уңышлыға әйләндерер өсөн сығымдарын кәметә, бик тырышып эшләй.
Интернет-компаниялар үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдар аҙағында Сэнд Хилл Роудта — Менло-Паркта (Калифорния) булған донъяға билдәле венчурлы компанияларҙың дәррәү үҫеше күҙәтелә. 2000 йылда Американың фонд биржаһы NASDAQ-та акциялар ҡырҡа арзаная, технологиялар өлкәһендә түбән тәгәрәү күҙәтелә. 2003 йылда венчурлы индустрия күләме 50 процентҡа тиклем ҡыҫҡара. Интернет-компанияларҙың әүҙемләшеүе (Microsoft компанияһының Skype ip-телефон селтәрен, News Corporation компанияһының MySpace веб-сайтын һатып алыуы, Google-дың уңышлы IPO компаниялары) венчурлы индустрияны йәнлдәндерә.