Венчурлы финанслау
Венчурлы финанслау |
Венчурлы финанслау — хосуси капиталды яңы барлыҡҡа килгән, фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән продукттар эшләүгә һәм етештереүгә йүнәлеш тотҡан юғары технологиялы перспективалы бәләкәй компанияларҙың (йә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән венчурлы предприятиеларҙың) акционерлыҡ капиталына уларҙы үҫтереү һәм киңәйтеү өсөн һалынған аҡсаларҙы ишәйтеүҙән табыш алыу маҡсатында оҙон мөҙҙәткә (5—7 йыл) юғары хәүефле инвестициялау.
Классик инвестицияларҙан (аҡсаны ҡайтарыуҙы күҙҙә тотҡан инвестицияларҙан) айырмалы, венчурлы финанслау моделенә һалған аҡсаларҙы юғалтыу ихтималлығы бик юғары булыуы хас (ҡағиҙә булараҡ, ихтималлыҡ кимәле 50 проценттан артып китә). Табышлылыҡҡа уңышлы инвестицияларҙан алынған юғары килем иҫәбенә өлгәшелә.
Венчурлы финанслау Икенсе донъя һуғышынан һуң үҫә башлай һәм 1980-се йылдарға ҙур күләмдәргә етә. Венчурлы индустрияла лидерлыҡты һәр ваҡыт АҠШ биләй. Европала ла венчурлы эшҡыуарлыҡ үҫешкән, унда алдынғылыҡты Бөйөк Британия алып тора. Израиль донъялағы венчурлы субъекттарҙың айырым категорияһында сығыш яһай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ноам Вассерман. Главная книга основателя бизнеса: Кого брать с собой, как делить прибыль, как распределять роли и другие вопросы, которые надо решить с самого начала = The Founder’s Dilemmas Anticipating and Avoiding The Pitfalls that Can Sink a Startup. — М.: Альпина Паблишер, 2014. — 364 с. — ISBN 978-5-9614-4445-2.
- Семенов А. С., Еремеева Е. А. Детерминанты уровня развития венчурной отрасли на примере России и США 2018 йыл 22 апрель архивланған. // Cloud of Science. 2016. Т. 3. С. 137-170.