Эстәлеккә күсергә

Венчурлы эшҡыуарлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венчурлы эшҡыуарлыҡ

Венчурлы эшҡыуарлыҡ (ингл. venture — хәүефле[1]) — хәүефле (ышанысһыҙ) фәнни-техник йә технологик эшҡыуарлыҡ. Венчурлы эшҡыуарлыҡ фундаменталь һәм ҡулланма фән сығарылмаһы булараҡ иҡтисади үҫеш талабына яуап һәм фән менән производство араһындағы сынйыр булараҡ донъяға килә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (7 ноября 2010)">источник не указан 3120 дней</span>].

Әлеге ҡиәфәтендә ул тәүләп АҠШ-тағы Кремний үҙәнендә хасил була һәм унан, төрлө милли һыҙаттар алып, алдынғы үҫешле һәм үҫештәге эре илдәргә (Ҡытай, Һиндостан, Бразилия һ.б.) тарала.

Венчурлы эшҡыуарлыҡ (ҡыҫҡаса — венчур) хәҙерге замандың һөҙөмтәле һәм конкуренцияға һәләтле иҡтисадын хасил итеү барышында ҙур әһәмиәткә эйә.

Венчур нигеҙендә барлыҡҡа килтерелгән юғары технологиялар «баҫтырып барыусы иҡтисадлы» илдәргә яҡын киләсәктә йән башына тура килгән килем буйынса үҫештәге илдәргә яҡынлашырға мәмкинлек бирә. Мәҫәлән, Яңы Зеландия, донъялағы иң үҫешкән ауыл хужалыҡлы ил, йән башына тура килгән ЭТП буйынса үҫешкән илдәр исемлегенең аҫҡы өлөшөндә ҡала. Шул уҡ ваҡытта Сингапур, үҙендә инновациялы венчурлы эшҡыуарлыҡты ныҡлы үҫтереп, был күрһәткес буйынса донъяның алдынғы илдәренә тиңләште.

Венчурлы инновациялы эшҡыуарлыҡ юғары технологиялар кластерҙарын төҙөү бурысын башҡара. Венчурлы эшҡыуарлыҡ тулҡынлы инновациялы процестың төп ижадкәр өлөшө, уның система йәҙрәһе булып тора.

Үҫешкән венчурлы технологик эшҡыуарлыҡ постиндустриаль һәм яңы иҡтисадтың нигеҙ өлөшө һанала, ул илдең донъяла алдынғы технологиялар буйынса конкуренцияға һәләтле урындарҙы биләү һәләтен билдәләй.

Венчурлы эшҡыуарлыҡты барлыҡҡа килтереү һәм үҫтереү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венчурлы эшҡыуарлыҡты АҠШ хөкүмәте 1950-се йылдарҙа ойоштора башлай. Ошо маҡсатта махсус институт — SBA (Small Business Administration) асыла һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа инвестициялар тураһында махсус закон ҡабул ителә. Дәүләт бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа льготалы кредиттар бирә башлай. Әгәр SBA берәй проектты хуплаһа, дәүләт уға льготалы кредит бирер була[2]. АҠШ-та венчурлы эшҡыуарлыҡтың үҫеш баҫҡыстары: 1) 1970-се йылдар — ярымүткәргестәр һәм биотехнологиялар (ген инженерлығы); 2) 1980-се йылдар — персональ компьютерҙар; 3) 1990-сы йылдар — Интернет-эшҡыуарлыҡ.

Эксперттар фараз итеүенсә, венчурлы эшҡыуарлыҡ үҫешенең киләһе баҫҡыстары түбәндәгеләр буласаҡ: • киң мәғәнәлә хәүефһеҙлек технологиялары (шәхси, мәғлүмәт, корпоратив, дәүләт хәүефһеҙлеге һ.б.); • нанотехнологиялар; • биотехнологиялар.

Алдынғы илдәрҙәге венчурлы эшҡыуарлыҡты ойоштороу баҫтырып барыусы иҡтисадлы илдәр өсөн өлгәшергә кәрәкле үрнәк булып хеҙмәт итә ала.

«Баҫтырып барыусы» иҡтисадлы илдәрҙә (Япония, Сингапур, Финляндия, Израиль, Тайвань, Көньяҡ Корея) венчурлы эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе финанслау тәжрибәһе шуны раҫлай: юғары дәрәжәлә коррупцияланған бюрократиялы дәүләт һөҙөмтәле тура инвестор булмай.

Венчурлы проекттарҙы ҡатнаш йә тура дәүләт инвестиция финанслауы әҙ коррупцияланған бюрократиялы  үҫешкән Финляндия, АҠШ кеүек дәүләттәрҙә ярайһы уҡ һөҙөмтәле була.

Баҫтырып барыусы иҡтисадлы илдәр АҠШ-тан һәм башҡа алдынғы илдәрҙән килеүсе венчурлы эшҡыуарҙар һәм менеджерҙар өсөн ылыҡтырғыс шарттар тыуҙыра. Мәҫәлән, Израиль шәхси фондтарҙы финанслашыу һәм хәүефтең бер өлөшөн дәүләттең үҙ өҫтөнә алыуы юлы менән сағыштырмаса тиҙ сит ил венчурлы инвесторҙарын һәм менеджерҙарын йәлеп итә һәм уларҙың тәжрибәһен үҙләштерә алған.

Сингапур башҡа юлды үтә. Инвестицияларҙы ул 1980-се йылдарҙа Кремний үҙәненә һала, килемде ҡабат шунда инвестициялай. Яйлап сингапурҙар Америка венчурлы эшҡыуарҙары һәм менеджерҙары менән тотороҡло бәйләнештәр ҡора. Венчурлы эшҡыуарҙар иһә Сингапурҙағы партнерҙарына үҙҙәре килә.

Үҫештәге илдә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә милли венчурлы эшҡыуарҙарҙың барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел. Уларҙы алдынғы илдәрҙән килгән «остаздар» ярҙамында үҫтерәләр.

Венчурлы инвестициялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венчурлы эшҡыуарлыҡ булдырған илдәр ошо алымдарҙы файҙаланған: 1) компанияларға тура дәүләт инвестициялары; 2) венчурлы шәхси фондтарға дәүләт инвестициялары; 3) ҡатнаш инвестициялауҙар[3].

Үҫештәге илдәрҙә икенсе схема ҡулланылған: дәүләт фонды ойошторолған. Ул венчурлы шәхси фондтарға инвестициялар күсергән. Ә был фондтар венчурлы проекттарҙы инвестициялаған. Шәхси фондтарға милектәштәр сифатында льготалы финанслау иҫәбенә алдынғы илдәрҙән венчурлы эшҡыуарҙар саҡырылған[4].

Венчурлы эшҡыуарлыҡты уңышлы үҫтереү өсөн түбәндәгеләр кәрәк: — оҙон мөҙҙәтле дәүләт инновация сәйәсәте һәм венчурлы эшҡыуарлыҡты финанслауға ҡушылыуҙың аныҡ программаһы; — венчурлы эшҡыуарлыҡты барлыҡҡа килтереүҙең һәм һөҙөмтәле итеүҙең нигеҙе булған кеше капиталын үҫтереүгә ҙур инвестициялар һалыу; — венчурлы эшҡыуарҙар (эшҡыуарлыҡ фәрештәләре), улар, ҡағиҙә булараҡ, венчурлы менеджерҙарҙан үҫеп сыға; — венчурлы менеджерҙар; — үҫешкән фундаменталь һәм ҡулланма фәндәр, уларҙың венчурлы эшҡыуарлыҡ өсөн асыштар, уйлап табыуҙар, яңылыҡтар тәҡдим итеү һәләте; — белем биреүҙең хәҙерге заманға тап килгән һәм үҫешкән системаһы; — венчурлы эшҡыуарлыҡта конкурентлы мөхит.

Венчурлы эшҡыуарҙарҙың һәм менеджерҙарҙың бик юғары интеллектуаль һәм профессиональ кимәле венчурлы эшҡыуарлыҡтың үҙенсәлеге булып тора. Бындай профессионалдарҙы үҫтереү ябай түгел. Уларҙың белеме һәм тәжрибәһе фундаменталь һәм ҡулланма фәндәр, инновациялы менеджмент, юғары технологиялы производстволар киҫелешендә ята. Шуның өсөн милли венчурлы эшҡыуарлыҡты булдырыу программалары һәм проекттары комплекслы һәм системалы булырға, тулы ҡиммәтле финанслау, белгестәр әҙерләү, инфраструктура, хәүефһеҙлек системаһын хасил итеү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итә алырға тейеш.

Венчурлы фирма үҙенең үҫешендә түбәндәге баҫҡыстарҙы үтә: орлоҡ булыу баҫҡысы (иң башланғыс осорҙа компаниялар — сәсеү капиталы фондтары — тарафынан инвестицияға тиклемге финанслау) → старт → үҫештең башланыуы → экспансия → IPO йәки стратегик инвесторға һатыу.

Венчурҙы үҫтереүҙең төп интенсив факторы булып юғары сифатлы кеше капиталы тора.

  1. Кэтрин Кемпбелл. Венчурный бизнес: новые подходы. Издательство: «Альпина Паблишер», 2008. ISBN 978-5-9614-0799-0
  2. Корчагин Ю. А. Российский человеческий капитал: фактор развития или деградации? — Воронеж: ЦИРЭ, 2005. 2010 йыл 2 октябрь архивланған.
  3. Корчагин Ю. А., Маличенко И. П. Инвестиции и инвестиционный анализ. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2010. ISBN 978-5-222-17143-1
  4. Корчагин Ю. А. Современная экономика России.- Ростов-на-Дону: Феникс, 2008. ISBN 978-5-222-14027-7