Эстәлеккә күсергә

Microsoft

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Microsoft
Тармаҡ технологическая промышленность[d], индустрия программного обеспечения[d], разработка программного обеспечения[d] һәм Халыҡ-ара стандарт тармаҡ классификацияһы[d]
Нигеҙләү датаһы 4 апрель 1975
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Microsoft Corporation
Әүҙемлек урыны Microsoft Silicon Valley Campus[d]
Нигеҙләүсе Билл Гейтс һәм Пол Аллен[d]
Генераль директор Сатья Наделла[d][1]
Члены правления Рид Хоффман[d][1], Hugh Francis Johnston[d][1], Teri List[d][1], Сатья Наделла[d][1], Пенни Прицкер[d][1], Charlie Scharf[d][1], Джон Стантон[d][1], Emma Walmsley[d][1], Sandi Peterson[d][2], Carlos Rodriguez[d][3], Catherine MacGregor[d][4] һәм Mark Mason[d][4]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[5]
Ойошма ағзаһы Фонд OpenStreetMap[d][6] һәм Business Software Alliance[d][7]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Washington corporation[d][8]
Совокупные активы 411 976 000 000 $ (30 июнь 2023)[9]
Собственный капитал 206 223 000 000 $ (30 июнь 2023)[9]
Дөйөм килем 211 915 000 000 $ (2023)[9]
Чистая прибыль 72 361 000 000 $ (2023)[9]
Операционная прибыль 88 523 000 000 $ (2023)[9]
Рыночная капитализация 2 270 000 000 000 $ (26 август 2021)[10]
Барлыҡҡа килеү урыны Альбукерке[d]
Хужаһы Vanguard Group[d][4] һәм BlackRock[d][4]
Бойһонған ойошма (филиал) Xbox Game Studios[d], Avanade[d], Microsoft Algeria[d], Microsoft India R & D[d], Lionhead Studios[d], Microsoft Mobile[d], Microsoft Production Studios[d], Rare[d], Ensemble Studios[d], магазин Microsoft[d], ProClarity[d], Danger, Inc.[d], Perceptive Pixel[d], GreenButton[d], Microsoft Research Asia[d], Sysinternals[d], Massive Incorporated[d], Jellyfish.com[d], Powerset[d], Tellme Networks[d], Visio Corporation[d], AQuantive[d], Turn 10 Studios[d], Fast Search & Transfer[d], Digital Anvil[d], Razorfish[d], DATAllegro[d], Microsoft Kids[d], Microsoft Egypt[d], Microsoft Israel[d], Microsoft (United Kingdom)[d], Microsoft (Netherlands)[d], Microsoft s.r.o.[d], Майкрософт Украина[d], LinkedIn Corporation[d][11], Microsoft (France)[d], Havok[d], Microsoft Ireland Research[d][11], Microsoft Global Finance[d][11], Microsoft Ireland Operations[d][11], Microsoft Online[d][11], Microsoft Operations[d], Microsoft Regional Sales[d], LinkedIn Ирландия[d][11], Microsoft Saudi[d], Skype Technologies[d], Microsoft Japan[d], Softomotive[d][12], DreamWorks Interactive[d], ZeniMax Media[d], Microsoft Switzerland[d], Microsoft Canada[d], GitHub[d], Clipchamp Pty Ltd[d][13], Microsoft Morocco[d], Nuance Communications[d][11], Activision Blizzard[d] һәм Q112660923?
Милке TechNet[d], BigPark[d], Games for Windows[d], Microsoft Academic Search[d], Mojang Studios[d], Live Search[d], Windows Live Home[d], Groove Music[d], so.cl[d], MSN Groups[d], Cambria[d], Office Web Apps[d], Windows Live Call[d], Windows Live Web Messenger[d], Havok[d], Bing News[d], Bing Webmaster Center[d], Ms. Dewey[d], MSN Games[d], Xamarin[d], Live Search Academic[d], Live Search Books[d], Microsoft Pinpoint[d], Hotmail[d], Microsoft Popfly[d], Revolution Analytics[d], Aces Studio[d], Bing Health[d], MSN Travel[d], Bing Videos[d], The Coalition[d], Channel 9[d], docs.com[d], Good Science Studio[d], MGS Mobile Gaming[d], MSN China[d], MSN Internet Access[d], MSN Music[d], Massive Incorporated[d], Каталог Центра обновления Майкрософт[d], System Center Advisor[d], Launchworks[d], Microsoft Vine[d], Xbox[d], Кортана[d], Press Play[d], Microsoft Sway[d], .bing[d], Microsoft Garage[d], Microsoft Translator[d], Xbox Entertainment Studios[d], .NET My Services[d], Microsoft Academic[d], Microsoft s.r.o.[d], Columbia Data Center[d], Microsoft Casual Games[d], GitHub[d], Xbox Game Studios[d], Turn 10 Studios[d], Yammer[d], Bing[d], Проигрыватель Windows Media[d], MSN[d], LinkedIn[d], Outlook.com[d], Powerset[d], CodePlex[d], Skype Technologies[d], Corbel[d], Ensemble Studios[d], Ciao[d], Windows Live Admin Center[d], Windows Live ID[d], Hotmail Calendar[d], Digital Anvil[d], Windows Live[d], Microsoft Developer Network[d], Microsoft Bing Maps[d], Microsoft OneDrive[d], Windows Live Spaces[d], Microsoft PowerToys[d], OpenAI Global[d] һәм Microsoft[d]
Бизнес-бүлексәләр Microsoft Research[d]
В партнёрстве с ID2020[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Редмонд[d], Америка Ҡушма Штаттары
Биржа Nasdaq[14] һәм Гонконгская фондовая биржа[d][15]
Хеҙмәткәрҙәр 221 000 кеше (2022)[16]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Продукция Windows, Microsoft Office[d], Microsoft Servers[d], Skype, Windows Azure[d], Microsoft Dynamics[d], Visual Studio[d], Xbox[d], Microsoft Surface[d], Microsoft Mobile[d], Bing[d], аппаратное обеспечение[d], Xbox[d] һәм программа менән тәьмин итеү
Отпечаток публичного ключа 998D 7EC1 A516 E3D1 7FF9 0480 EF14 8D3C DE71 4E0D[17], 9CB2 E4CA 21D6 BE7F 2492 643C 9B11 7025 DE05 46F9[18], 996C E103 C899 C36C DD36 343A 3B2F 3EFD 405D B2D9[19] һәм BC52 8686 B50D 79E3 39D3 721C EB3E 94AD BE12 29CF[20]
Диапазон IPv4 52.96.0.0/12[21], 52.112.0.0/14[22], 20.160.0.0/12[23], 52.130.0.0/15[24], 52.132.0.0/14[25], 52.136.0.0/13[26], 20.180.0.0/14[27] һәм 20.184.0.0/13[28]
Электрон почта opensource@microsoft.com[29]
Рәсми сайт microsoft.com
Рәсми блог blogs.microsoft.com
Тасуирлау биттәре fundinguniverse.com/comp…
Ссылка на условия использования microsoft.com/en-us/lega…[30]
URL политики конфиденциальности privacy.microsoft.com/en…[31]
Внешний аудитор Deloitte & Touche LLP[d][32]
Профсоюз Microsoft worker organizations[d]
Значок
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 640 000 ± 9999[33]
Рейтинг посещаемости от Similarweb 44[34]
Official jobs URL careers.microsoft.com/us…
Ссылка на страницу обратной связи support.microsoft.com/en…[35]
Код MAC Address Block Large 0050F2, 3059B7, 4C0BBE, 501AC5, 5882A8, 6045BD, 7C1E52, 7CED8D, B4AE2B, C0335E, 000D3A, 0003FF, 00125A, 00155D, 0017FA, 001DD8, 002248, 0025AE, 0C413E, 0CE725, 102F6B, 149A10, 206274, 20A99B, 2816A8, 281878, 2C2997, 2C5491, 3C8375, 485073, 4886E8, 5CBA37, 74E28C, 80C5E6, 8463D6, 949AA9, 985FD3, 9C6C15, B84FD5, BC8385, C49DED, C83F26, D0929E, D48F33, EC59E7, EC8350, F01DBC, F06E0B һәм DCB4C4
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Microsoft
Маска URL для поиска https://www.microsoft.com/zh-cn/search/result.aspx?q=$1&form=MSHOME һәм https://www.microsoft.com/zh-cn/search/shop/games?q=$1
Shortened URL formatter https://msft.it/$1
 Microsoft Викимилектә

Microsoft Corporation ( ҡыҫҡ. MS; «Microsoft корпорацияһы» ингл.; «ма́йкрософт корпоре́йшн»[36] тип уҡыла) — төрлө-төрлө хисаплау техникаһы (шәхси һанаҡтар, уйын ҡушылмалары, кеҫә шәхси һанағы, кеҫә телефоны һ.б.) өсөн проприетар программа тәьминәте етештереүсе, әлеге осорға донъяла иң киң ҡулланыла торған Windows  операцион системаһын  эшләгән трансмилли компания. 

Компанияның бүлексәләре шулай уҡ  Xbox уйын консолдәре,  шәхси һанаҡтар өсөн кәрәк-яраҡ (клавиатура, төрткө һ.б.[37]) етештерә. 2012 йылдан Surface планшет һанағын сығара.  Microsoft продукцияһы донъяның 80-ләп илендә һатыла,  программалары 45-тән ашыу телгә тәржемә ителгән.

Штаб-фатиры Редмонд ҡалаһында, АҠШ-тың Вашингтон штаты, урынлашҡан. 

2014 йылдың 5 июненә корпорацияла 127104 кеше эшләй.[38]

Рәсәйҙә 1992 йылдың ноябренән  Microsoft вәкиллеге (2004 йылдың июленән — «Майкрософт Рус» ЯСЙ[36]) бар.

2002 йылғы ярашыу килешеүе һөҙөмтәһендә Microsoft суд күҙәтеүе аҫтында тора[39].

Microsoft Corporation. Логотиптар тарихы
Логотип Йыл
Microsoft 1982 йылдың 26 авгусында USPTO-ға ошо логотипты теркәтергә ғариза бирә һәм уны 1987 йылға тиклем файҙалана[40].
Скотт Бейкер төшөргән логотип  1987 йылдан  2006 йылғаса файҙаланыла, уға яҙылған лозунг -  «Бөгөн ҡайҙа барғығыҙ килә?»[41][42]
Microsoft был логотипты  2006 — 2011 йылдарҙа ҡуллана. Рәсәйҙә уның  слоганы - «Һеҙҙең һәләттәр. Беҙҙең илһам.»
 «Артабан ни булһа ла булыр» тигән лозунг менән йөрөтөлә (2011—2012).
 «Цифрлы технологиялар донъяһы»н кәүҙәләндерә[43].

Компания тарихы 1975 йылда баш ала, ул саҡта Гарвард студенттары  Билл Гейтс менән Пол Аллен, 1975 йылдың 1 ғинуарында «Popular Electronics (ингл.)» журналында Altair 8800 тигән яңы шәхси һанаҡ тураһында мәҡәлә уҡығандан һуң уның өсөн Basic тел интерпретаторы яҙа. 1 февралдә был һанаҡты етештереүсе Micro Instrumentation and Telemetry Systems (MITS) компанияһы менән Basic'ты  Altair өсөн ҡулланыу тураһында лицензиялы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Үҙҙәренең компанияһын улар "Аллен һәм Гейтс" тип атарға итәләр ҙә, был исем юридик компанияға барыр ине, тигән фекергә киләләр. Пол Micro-Soft  (microprocessors һәм software ҡыҫҡартып алынған) тип атарға тәҡдим итә. Беренсе йылды өс кешенән торған яңы компания $16 005 әйләнеш менән тамамлай (сағыштырыу өсөн: 2000 йылда корпорацияның һатыуҙан килеме $25,3 млрд, ә килеме $7,3 млрд-тан ашыу тәшкил итә).

1980-се йылдар башында компанияны нигеҙләгән икәүҙең юлдары айырыла: Аллендың хәтирәләре буйынса, ул бөтә ғүмерен Microsoft'ҡа бағышларға теләмәй, Гейтс иһә эшкә сума[44]

1983 йылда Аллен Microsoft'тан китә, акцияларының һәр береһен $10 менән һата[44]. Был килешеү һөҙөмтәһендә ул донъялағы иң бай кешеләр иҫәбенә инә: 2011 йылда ул Forbes журналы исемлегендә $13 млрд капитал менән 57-се урынды биләй[45].

Ҡушылыуҙар һәм йотолоуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылға тиклемге осорҙоң иң эре килешеүе  — Microsoft'тың  интернет-реклама менән шөғөлләнеүсе aQuantive корпорацияһын  һатып алыуы. 

2008 йылда Microsoft $48 млрд-ҡа Yahoo!'ны ҡулға төшөрөргә тырышып ҡарай, ләкин уның миноритар акционерҙары ҡаршы булыу сәбәпле ниәт бойомға ашмай[46].

2011 йылда  корпорация интернет-телефонияға махсуслашҡан  Skype Limited компанияһын $8,5 млрд.-ҡа һатып ала. 

2013 йылдың сентябрендә Microsoft финдарҙың Nokia'һының  кеҫә телефондары етештереүсе һәм хеҙмәтләндереүсе Devices & Services  бүлексәһен 5,44 млрд евроға алырға йыйыныуын белдерә. Килешеү  2014 йылдың 24 апрелендә ғәмәлләшә[47].

2014 йылдың сентябрендә Microsoft Minecraft уйынын эшләгән Mojang AB швед  компанияһын йота[48][49][50][51][52].

Милекселәре һәм етәкселеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Microsoft акцияларының бүленеше: Билл Гейтс — 7,55 %, Стив Балмер — 4,66 %-ҡа эйә, корпорацияның башҡа менеджерҙарында — 1%-тан кәмерәк, ҡалған ҡиммәтле ҡағыҙҙар — NASDAQ: MSFT биржаһында ирекле әйләнештә. 2010 йылдың майына компанияның баҙарҙағы капиталлашыуы — $247,23 млрд[53].

Компанияның директорҙар советының башҡарма булмаған рәйесе  — Джон Томпсон (John W. Thompson), баш идарасыһы (CEO) — Сатья Наделла (Satya Nadella)[54].

Microsoft корпорацияһы киң спектрлы программа һәм аппарат тәьминәте етештереүсеһе булып тора, бөтә донъяла билдәлелекте уға тәү сиратта Windows ғаиләһенә ингән операцион системалар, шулай уҡ документтар менән эшләү өсөн Microsoft Office программалары килтерә[источник не указан 455 дней]. Бөгөн корпорация ғәйәт күп төрлө продукттар етештерә: сервер программалары тупланмалары, уйындар, программалар  эшкәртмәләү саралары, Xbox уйын консолдәре. 

Microsoft даими рәүештә башҡа программа тәьминәте эшләнмәселәрен йота[источник не указан 455 дней]. Атап әйткәндә, Navision, Solomonruen, Great Plainsruen компанияларын һатып алды, һөҙөмтәлә,  Microsoft эшмәкәрлегендә  Microsoft Dynamics (әүәлерәк Microsoft Business Solutions тип атала) тигән яңы ҙур йүнәлеш барлыҡҡа килде. Рәсәйҙә был йүнәлештең өс сиселеше йөрөй:  Axapta, Navision ERP-системалары һәм  Microsoft Dynamics CRM мөнәсәбәттәргә идара итеү системаһы. 

Microsoft  Groove музыка сервисын булдырыуы тураһында белдерҙе. Ул әлеге Xbox Music сервисын алмаштыра һәм оҡшаш мөмкинлектәргә эйә: Windows Store'ҙан йырҙар һәм альбомдар йөкмәү, тректарҙы ағымлы тапшырыу, шул иҫәптән OneDrive'ҡа һәм радиоға тейәлгәндәрен (һайланған тректар, альбомдар йә башҡарыусылар нигеҙендә композицияларҙы автоматик һайлау юлы менән) йөкмәү.[55]

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 2010 йылда штатта 89 мең даими эшләүсе хеҙмәткәр була[56].

 2006 финанс йылында һатыуҙан килеме — $44,3 млрд, саф килеме — $12,6 млрд[57].

2010 финанс йылында һатыуҙан килеме — $62,5 млрд, операцион килеме — $24,1 млрд, саф килеме — 18,8 млрд[56].

2012 йылда һатыуҙан килеме — $74 млрд, саф килеме — яҡынса $17 млрд[58].

2015 йылдың  4 финанс кварталы йомғаҡтары буйынса Microsoft һатыуҙан 22,2 млрд килем кереүе һәм 2,1 миллиард долларлыҡ зыян күрелеүе хаҡында белдерҙе.[59]

Microsoft'тың бизнес-мәҙәниәте эшләнмәселәр тирәләй төҙөлгән. Йыл һайын йәш программа тәьминәте эшләнмәселәрен йәлеп итеүгә һәм компанияла тотоуға бик ҙур аҡсалар тотонола. 

Иң яҡшыларҙы ылыҡтырыу өсөн Microsoft мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары менән эш алып бара. Тармаҡҡа күберәк ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында компания  DigiGirlz көндәре һәм өлкән кластарҙа уҡыусы ҡыҙҙар өсөн йәйге лагерҙар ойоштора.

2013 йылда  Microsoft АҠШ-тың иң яҡшы 100 эш биреүсеһе рейтингында 75-се урынды алды. 

Компанияла кадрҙар алмашыныуы 8 % тәшкил итә. Бер вакансияға 1 млн 300 мең резюме тура килә. Microsoft'та тулыһынса түләүле оҙайлы отпуск биреү практикаһы ҡулланыла (саббатикал). 100 % медицина страховкаһы бирелә. Спортклуб картаһы түләнә. Алыҫтан тороп һәм ҡаҫҡартылған эш көнө буйынса эшләү мөмкинлеге бар[60].

Компания гомосексуалдарҙы, бисексуалдарҙы һәм  трансгендерҙарҙы өҫтөн күрә, 15 йыл инде бындай кешеләрҙең махсус корпорация профсоюзы GLEAM (Gay, Lesbian, Bisexual and Transgender Employees at Microsoft) эшләй, уның  700-ҙән ашыу ағзаһы бар[61].

 АҠШ-та Microsoft бер нисә дәүләт сәйәси  институтын аҫрай, улар араһында — American Enterprise Institute, Cato Institute, Стратегик һәм халыҡ-ара тикшеренеүҙәр үҙәге һәм  «Мираҫ» фонды. Донъяның төрлө илдәрендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, Microsoft Software Donation программаһы эш итә, компанияның рәсми сайтынан күренеүенсә[62], ул хөкүмәттеке булмаған ойошмаларға (шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға йәки NGO-ға)  программа тәьминәтен түләүһеҙ биреү менән шөғөлләнә.

Microsoft  2006 йылдан бирле Сиэтлдағы гей-парадтың платина бағыусыһы булып тора[63].

 Microsoft компанияһындағы бүлексәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Платформа продукттары һәм хеҙмәттәре бүлексәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был бүлексә төп тауарҙы —   Windows операцион  системалар ғаиләһен етештерә. Компания барлыҡҡа килгәндән алып Windows 1.0-ҙән Windows 3.ҡа тиклем MS-DOS өсөн график тышлыҡтар; MS-DOS менән ярашыусанлыҡты мираҫ иткән Windows 95, Windows 98, Windows ME операцион системалары өсөн график тышлыҡтар; шулай уҡ NT (эн-ти́ тип уҡыла) ғаиләһенә ингән  Windows NT 4, Windows 2000 (Windows NT 5.0), Windows XP (Windows NT 5.1), Windows Server 2003 (Windows NT 5.2), Windows Vista (Windows NT 6), Windows 7 (Windows NT 6.1), Windows 8 (Windows NT 6.2), Windows 8.1 (Windows NT 6.3) үҙаллы операцион системалары сығарҙы. Ошо уҡ бүлексәгә MSN интернет-сервисы,  MSNBC кабелле телевидение станцияһы һәм  Microsoft Slate интернет-кибете ҡарай. 1997 йылда  Microsoft  Hotmail'ды һатып ала, уның исеме Microsoft Hotmail тип үҙгәртелә. 1999 йылда  етеҙ хәбәрҙәр менән алмашыу өсөн MSN Messenger программаһы сығарыла, ул  AOL Instant Messenger популяр интернет-пейджерынан өҫтөнлөк алыу маҡсатын ҡуя.  

Microsoft Visual Studio программа яҙыу һәм компиляторҙар өсөн утилиталар тупланмаһы булып тора. Был программалар тупланмаһы график интерфейс өсөн тәғәйенләнгән һәм  Microsoft'тың сит китапханаларын ҡуллана.

Шулай уҡ  Microsoft  компанияһы Microsoft Servers (элек — Windows Server System) тигән атама аҫтында һатылыусы  сервер программаларын тәҡдим итә. Уның төп өлөшө булып (ағымдағы версия)  Windows Server 2012  — серверҙар өсөн операцион система тора. System Center Configuration Manager — алыҫтан тороп контролләү һ.б. кеүек төрлө сервер операциялары өсөн утилиталар йыйылмаһы  — был тупланманың тағы бер мөһим программаһы булып тора. 

Был бүлексәнең төп бурысы — төрлө компаниялар өсөн финанс һәм бизнес ҡушымталары эшләү. Ул компанияның Microsoft Office офис ҡушымталары рәтен сығара, уға түбәндәгеләр инә: Word (Текст процессоры), Access (Бирелмәләр базаһына идара итеү), Excel (Электрон таблицалар төҙөү), Outlook (Электрон почта һәм күмәкләп инеү рөхсәт ителгән хеҙмәттәр менән эшләү, мәҫәлән, Microsoft Exchange), PowerPoint (Презентациялар менән эшләү), Microsoft FrontPage (HTML мөхәррир).

Күңелле мәшғүллектәр ҡорамалдары бүлексәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Microsoft башҡа баҙарҙарға Windows брендын даими этәреү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, КПК  өсөн Windows CE һәм Windows Mobile менән  Windows Phone ОС идараһындағы смартфондар ижад итеү.  Бүлексәнең башлығы — Робби Бах.

2013 йылдың 11 июлендә Microsoft'тың генераль директоры Стив Балмер  IT-компанияны үҙгәртеп ҡороу тураһында белдерә. Корпорацияла яңы дүрт төркөм ойошторола. Беренсеһе — Терри Майерсон етәкселегендәге  операцион системалар төркөмө. Икенсеһе — ҡорамалдар һәм башҡа техник тәьминәт кәрәк-ярағы етештереү буйынса Джулия Ларсон-Грин етәкселегендәге төркөм. Өсөнсөһө — Ци Лю етәкселегендә ҡушымталар һәм хеҙмәттәр күрһәтеү (Microsoft Office) менән шөғөлләнеүсе төркөм.  Сатья Наделла етәкселегендәге дүртенсе төркөм  «болот» технологиялары өсөн яуап бирә. Бер нисә бәләкәй төркөм дә ойошторола: перспектив тикшеренеүҙәр, маркетинг, финанс, юридик һ.б. төркөмдәр. Кадрҙарҙа ла үҙгәрештәр бар. Үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсаты — бөтә компания өсөн берҙәм стратегия булдырыу, глобаль веб-хеҙмәттәр һәм мобиль ҡулайламалар баҙарында биләнгән урынды нығытыу[58].

Корпорацияның ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Компанияға  директорҙар советы идара итә, ул ун кешенән тора. Был ун кеше акционерҙарҙың йыл һайын үтә торған ултырышында һайлана. Төрлө мәсьәләләрҙе ҡарау менән түбәндәге 5 комитет шөғөлләнә: аудит (аудитҡа ҡағылышлы мәсьәләләр), компенсациялар (компания хеҙмәткәрҙәре өсөн компенсацияларҙы раҫлай), финанс (финанс мәсьәләләре), идара итеү һәм тәҡдим итеү (төрлө эске мәсьәләләр) һәм кризисҡа ҡаршы (кризистарҙы күҙаллау һәм булдырмау).

Монополияға ҡаршы санкциялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы йылдарҙа компания ЕС-тың монополияға ҡаршы комиссияһы һәм конкуренттарының дәғүәләре буйынса яуапҡа тарттарылғылаған[64]. Һөҙөмтәлә компания Windows Media Player'ы булмаған Windows N  продуктын сығарҙы, ул  Windows дистрибутивына түләүһеҙ өҫтәмә булып тора. 

2004 йылдың мартында  Европа комиссияһы компанияны Европала программа тәьминәте баҙарындағы өҫтөнлөклө урыны менән файҙаланыуҙа ғәйепләй һәм  €497 млн.-лыҡ штраф һала, Microsoft'тан сит эшләнмәселәргә, улар үҙ-ара яраша торған программалар сығара алһын өсөн, үҙ продукттары тураһында мәғлүмәттәр биреүҙе талап итә.  Microsoft был ҡарарға буйһонмағас, 2006 йылдың июлендә уға 280,5 млн. евролыҡ тағы бер штраф һалына. Ошонан һуң ғына Еврокомиссияның талабы  үтәлә.

 2007 йылдың 13 декабрендә Норвегияның Opera Software компанияһы, Opera  веб-браузеры эшләнмәсеһе, Microsoft өҫтөнән Еврокомиссияға ялыу биреүен белдерә. Opera Software үҙенең ялыуында Microsoft'тан, Windows  менән бергә конкуренттарының браузерҙарын да ҡуйып йәки Internet Explorer'ҙы төп ҡуйылыштан айырып, файҙаланыусыларға браузер һайлау мөмкинлеген биреүҙе үтенә. Бынан тыш, компания  Internet Explorer'ға асыҡ веб-стандарттарҙы  ҡуйып сығарыу талабын ҡуя[65].

2008 йылдың 27 февралендә  Европа чиновниктары тарафынан, АҠШ монополисы  конкуренттарынан «күмәк эшкә кәрәкле сервер системалары эшендә ҡатнашҡан документтарға инеү өсөн нигеҙһеҙ юғары хаҡ» һорай, тип табыла, ошо сәбәпле Microsoft тағы  899 млн. евроға  (ул мәлгә был Еврокомиссия тарафынан айырым компанияға һалынған иң ҙур суммалы штраф була) штраф язаһы ала[66][67][68].

2008 йылдың июлендә Microsoft Евросоюздан 2004 йылғы монополияға ҡаршы бойороҡтоң шарттарын үтәмәгән өсөн һалынған $1,35 млрд.-лыҡ штрафты ғәмәлдән сығарыуҙы үтенә. Microsoft штрафты «самаһыҙ һәм нисбәтһеҙ» тип атай, Европа комиссияһы  штраф суммаһын сығарғанда күп һанлы хаталарға юл ҡуйғанлығын белдерә[69].

2009 йылдың 16 ғинуарында Еврокомиссия  Microsoft корпорацияһына монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуҙа яңы ғәйепләүҙәр сығара. Еврокомиссия иҫәпләүенсә,  Windows операцион системаһына  Internet Explorer браузерын ҡушылма итеп беркетеп, Microsoft конкуренция тураһындағы законды боҙа.

Корпорация конкуренттарын (айырыуса Linux системаһын таратыуҙы) ентекле күҙәтә, төрлө баҫым яһау ысулдарын ҡулланып, үҙ монополияһын һаҡларға тырыша.  

Microsoft  үҙ продукттарының күбеһен йәшертен эшләүҙә ғәйепләнә,  хатта судтарға барып еткән эштәр бар. Мәҫәлән,  Google  Microsoft'ты судҡа биргән саҡта үҙенең Google Desktop эшләнмәһен ғәмәлгә ашырыу өсөн Windows Vista эҙләү системаһы тураһында белешмәләр һәм башҡа бирелмәләрҙе алыу маҡсатын ҡуя. 

Internet Explorer конкуренттарҙың уға оҡшаш продукттарына ҡарағанда һуңыраҡ барлыҡҡа килә (мәҫәлән, Netscape Navigator). Шуға ҡарамаҫтан, Microsoft, үҙенең Internet Explorer'ын ябыҡ технологияларға ҡушылма итеп, сит браузерҙарҙы әүҙем ҡыҫырыҡлау менән шөғөлләнә; йәнә  Internet Explorer  7.0 версияһына тиклем ғәмәлләштереүҙең документлаштырылмаған  үҙенсәлектәре менән сығарылды, шул арҡала версткалаусыларҙың эше ҡатмарлаша. Шунлыҡтан тик  Internet Explorer'ҙа ғына эшләгән сайттар барлыҡҡа килде, улар, бәлки, әле лә барҙыр[70]. W3C стандарттары буйынса ғына эшләнгән сайттар IE8 версияһында боҙоҡло булып асыла[71].

Microsoft'ты Рәсәй Федерацияһында авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоусыларҙы эҙәрләгән өсөн, шулай уҡ Поносов эше буйынса ярашыу килешеүенә ҡул ҡуйырға баш тартҡан өсөн тәнҡитләйҙәр[72][73].

 Microsoft'тың Office Open XML-дә (OOXML)  үҙенең текст документтары форматын тағыуын да оҡшатмайҙар. 

  • Пол Аллен, Миллиардер из Кремниевой долины. История соучредителя Microsoft, Москва: Альпина Бизнес Букс, 2012. ISBN 978-5-91657-361-9

Microsoft  мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  •  Компанияның үҫеш тарихы «Пираты Силиконовой долины» фильмында сағыла
  • Документаль сериал «Загрузка. Подлинная история Интернета (англ.)»,  1 өлөш: «Битва браузеров»
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/789019/000119312519268531/d791036ddef14a.htm#toc791036_24
  2. https://news.microsoft.com/exec/sandra-e-peterson/
  3. https://web.archive.org/web/20221004033624/https://news.microsoft.com/exec/carlos-rodriguez/
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 https://view.officeapps.live.com/op/view.aspx?src=https://c.s-microsoft.com/en-us/CMSFiles/2023_Proxy_Statement.docx?version=b617ae33-ddc6-cfbe-26b9-e49437222a01
  5. Global Research Identifier Database (ингл.) — 2015.
  6. https://blog.openstreetmap.org/2023/10/25/microsoft-pledges-150k-to-support-openstreetmap/
  7. https://web.archive.org/web/20240406093257/https://www.bsa.org/membership
  8. Майкрософт MICROSOFT CORPORATION FORM 10-K For the Fiscal Year Ended June 30, 2020
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/0000789019/000095017023035122/msft-20230630.htm — 2023.
  10. Microsoft (MSFT) Stock Key Data
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 EX-21
  12. https://www.geekwire.com/2020/microsoft-acquires-rpa-platform-softomotive-will-add-desktop-automation-tech-power-automate/
  13. https://clipchamp.com/en/terms/
  14. Microsoft Corporation // (unspecified title)
  15. https://www.hkex.com.hk/eng/invest/company/quote_page_e.asp?WidCoID=4338&WidCoAbbName=&Month=&langcode=e
  16. Microsoft to Announce Job Cuts as Soon as This WeekBloomberg News, 2014.
  17. https://www.microsoft.com/en-us/msrc/pgp-key-msrc
  18. https://www.microsoft.com/en-us/msrc/pgp-key-mapp
  19. https://www.microsoft.com/en-us/msrc/pgp-key-gsp
  20. https://learn.microsoft.com/en-us/linux/packages
  21. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=52.96.0.0
  22. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=52.112.0.0
  23. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=20.160.0.0
  24. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=52.130.0.0
  25. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=52.132.0.0
  26. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=52.136.0.0
  27. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=20.180.0.0
  28. https://tools.wmflabs.org/whois/gateway.py?lookup=true&ip=20.184.0.0
  29. https://github.com/Microsoft
  30. https://www.microsoft.com/en-us/
  31. https://www.microsoft.com/
  32. https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/789019/000156459019027952/msft-10k_20190630.htm
  33. Интерфейс программирования приложения YouTube
  34. https://www.similarweb.com/top-websites/
  35. Contact Us - Microsoft Support
  36. 36,0 36,1 Майкрософт Рус — Microsoft, ООО 2011 йыл 13 август архивланған..
  37. һанаҡ сысҡандары, төймәтаҡталары, веб-камералар и һ. б.
  38. 15.07.2014 :: top.rbc.ru :: Microsoft готовит самые масштабные сокращения в истории 2015 йыл 14 сентябрь архивланған.
  39. Южная Корея наказала Microsoft 2009 йыл 11 февраль архивланған. — Компьюлента, 9 декабря 2006
  40. Serial Number: 7338210.
  41. The Rise and Rise of the Redmond Empire.
  42. Randi Schmelzer.
  43. Microsoft Unveils a New Look.
  44. 44,0 44,1 Роберт Гат, Ник Уингфилд.
  45. The World’s Billionaires 2011.
  46. Анастасия Голицына, Александр Силонов. $8,5 млрд за облака. Ведомости № 83(2849) (11 мая 2011). Проверено 11 мая 2011. .
  47. Nokia закрыла сделку по продаже своего мобильного бизнеса компании Microsoft. ИТАР-ТАСС (25 апреля 2014). Проверено 26 марта 2014. .
  48. Owen.
  49. Minecraft to join Microsoft (en-us), Microsoft News (15 сентября 2014). Проверено 22 сентября 2014. 
  50. Microsoft купила создателей Minecraft за $2,5 млрд  (рус.
  51. Илья Логунов.
  52. Артемий Козлов Microsoft купила Minecraft. Что дальше? (рус.). — Игромания, 2014.
  53. Ольга Проскурина, Игорь Цуканов.
  54. Nick Wingfield.
  55. Microsoft представила музыкальный сервис Groove
  56. 56,0 56,1 Microsoft Annual Report to Security Holders 2013 йыл 8 апрель архивланған.
  57. Тимофей Дзядко.
  58. 58,0 58,1 Miscrosoft объявляет о реорганизации 2013 йыл 16 октябрь архивланған.. Проверено 12 июля 2013. .
  59. Рейтинг 100 лучших работодателей США, Fortune, 2013
  60. NGO Connection
  61. Microsoft и ЛГБТ: Get the Facts 2013 йыл 7 июнь архивланған.
  62. США против Майкрософт 3DNews
  63. Opera пожаловалась в Еврокомиссию на Microsoft. Лента.ру (13 декабря 2007). Проверено 20 января 2009. .
  64. Михаил Оверченко, Виктория Сункина. Штраф за «болтовню» // Ведомости № 36 (2058), 28 февраля 2008
  65. Еврокомиссия выписала Microsoft рекордный штраф. Лента.ру (27 февраля 2008). Проверено 20 января 2009. .
  66. Сергей и Марина Бондаренко.
  67. Microsoft попросила Евросоюз аннулировать миллиардный штраф. Лента.ру (8 июля 2008). Проверено 20 января 2009. .
  68. ЕС вновь обвинил Microsoft в нарушении антимонопольного законодательства. Лента.ру (17 января 2009). Проверено 20 января 2009. .
  69. Чаплюк Андрей.
  70. Microsoft покупает Yahoo за $44,6 млрд :: Экономика :: Top.rbc.ru 2009 йыл 2 февраль архивланған.
  71. Телекомпания НТВ. 2009 йыл 4 февраль архивланған.
  72. Документы Microsoft Office 2007 не соответствуют стандарту OOXML, принятому ISO 2012 йыл 28 ғинуар архивланған..
  73. Microsoft Office 2007 Fails OOXML Conformance Tests, Alex Brown Admits, Hopes For the Best.
  • microsoft.com — официальный сайт Microsoft
  • Microsoft — статья в Лентапедии. 2012 год.