Процент

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
%


Проце́нт (лат. per cent — на сотню) — йөҙҙән бер өлөш. « тип тамғалана. Нимәнеңдер бөтөнгә ҡарата өлөшөн тамғалау өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, 500 кг-дың 17%-ы һәр береһе 5-әр кг булған 17 өлөштө аңлата, йәғни 85 кг. 500 кг -дың 200%-ы 1000 кг тип әйтеү ҙә дөрөҫ, сөнки 500 кг-дың 1%-ы 5 кг тәшкил итә, һәм 5 ∙ 200 = 1000.

Килеп сығыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Римдә, унарлы иҫәпләү системаһы инерҙән күп алда, иҫәпләүҙәр 1/100-гә бүленгән ҡабатлашыусы булған кәсерҙәр менән башҡарылған. Мәҫәлән, Октавиан Август аукционда һатылған тауарҙарға 1/100 өл!ш миҡдарында налог алған, был Centesima Rerum Venalium (һатылған әйберҙәрҙең йөҙөнсө өлөшө) булараҡ билдәле булған. Ҡабатлашыусылар менән иҫәпләү процентын иҫәпләүгә оҡшаш булған. Урта быуаттарҙа валюта деноминациялағанда 100 знаменателе менән иҫәпләүҙәр күнегелгәнерәк була бара, ә XV быуат аҙағынан XVI быуат башына иҫәпләүҙең был ысулы арифметик иҫәпләүҙәр булған бөтә ерҙә ҡулланыла башлай. Был ысул килем һәм зыянды, процент ставкаларын иҫәпләгәндә, шулай уҡ өсәү ҡағиҙәһендә ҡулланылған. XVII быуатта иҫәпләүҙең был формаһы йөҙөнсө өлөштә процент ставкаларын күрһәтеү өсөн стандарт булып китә[1]. Рәсәйҙә процент төшөнсәһен беренсе булып Пётр I индерә. Ләкин бындай иҫәпләүҙәр Болалы осорҙа ҡулланыла башлаған тип иҫәпләнә. Был һум тәүҙә 10 ун тинлек аҡсанан, ә һуңғараҡ 100 тиндән торғанда, донъя тарихында тәүгә һуғылған аҡсаның 100-гә 1 менән бәйлелегенең һөҙөмтәһе булараҡ килеп тыуа[сығанаҡ 3377  көн күрһәтелмәгән].

Проценттарҙың һәм унарлы кәсерҙәрҙең нисбәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 0 % = 0;
  • 0,07 % = 0,0007;
  • 45,1 % = 0,451;
  • 100 % = 1;
  • 146 % = 1,46;

Йыйыу ҡағиҙәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Текста процент тамғаһы цифрҙар менән яҙылған һандар алдында ғына ҡулланыла һәм һандан буш урын менән айырыла. Процент тамғаһы шулай уҡ һан һәм процентлы тигән сифат ярҙамында төҙөлгән ҡатмарлы һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып яҙғанда ҡулланыла. Мәҫәлән:20%-лы ҡаймаҡ (егерме процентлы ҡаймаҡ тигәнде аңлата), 10%-лы эретмә, 20%-лы эретмәгә, ләкин ҡаймаҡтың ҡуйылығы 20 % тәшкил итә, эретмәнең концентрацияһы 10 % һ.б.

Был хәрефтәрҙе йыйыу ҡағиҙәһе 1982 йылда ГОСТ 8.417—81 (аҙағыраҡ ГОСТ 8.417—2002-ҡа алмаштырыла) норматив документ менән ғәмәлгә индерелә; элекке ҡағиҙә буйынса процент тамғаһы алдындағы һандан буш урын менән айырылмай ине. Хәҙерге ваҡытта процент тамғаһын айырыу ҡағиҙәһе дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙә булып тормай. Әлегә тиклем күп рәсәй нәшриәттәре ГОСТ 8.417—2002 тәҡдимдәрен үтәмәйҙәр, йәғни хәреф йыйғанда процент тамғаһы алда килгән һандан айырылмай.

Һөйләштә ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Процент өсөн эшләү» — килем йәки әйләнешкә бәйле иҫәпләнгән хаҡҡа эшләү.
  • «Йөҙ процентҡа» — бөтә йәһәттән һәйбәт; бөтөнләй, тулыһынса, тотошлай, бөтөн көйө[2].
  • «Процентщик» — ҙур процент менән бурысҡа аҡса биреп тороусы кеше, ростовщик- риба алыусы.

Процентлы пункт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп күрһәткестәр проценттарҙа иҫәпләнгән экономикала был күрһәткестәрҙең үҙгәреүен баштағы күрһәткестән проценттарҙа түгел, ә күрһәткестең элекке һәм яңы ҡиммәттәренең айырмаһын белдергән «процентлы пунктта» иҫәпләйҙәр. Мәҫәлән, әгәр ниндәйҙер илдә эш активнлығы индексы 50%-тан 51 %-ҡа тиклем үҫкән булһа, ул -ҡа үҙгәрҙе, ә процентлы пунктта үҙгәреш тәшкил итә.

Дәүмәлдәрҙе проценттарҙа сағыштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы ваҡыт ике дәүмәлде уларҙың ҡиммәттәренең айырмаһы буйынса түгел, ә проценттарҙа сағыштырыу уңайлы. Мәҫәлән, ике тауарҙың хаҡын һумдарҙа сағыштырмайҙар, ә бер тауарҙың хаҡы икенсеһенең хаҡынан нисә процентҡа ҙур йәки бәләкәй икәнен баһалайҙар. Әгәр айырма буйынса сағыштырыу бер мәғәнәлә булһа, йәғни һәр саҡ бер дәүмәл икенсеһенән күпмегә ҙәр йәки бәләкәй икәнен табып булһа, проценттарҙа сағыштырғанда ниндәй дәүмәлгә ҡарата процент иҫәпләнгәнен күрһәтергә кәрәк. Бер дәүмәл икенсеһенән 100-ҙән ҙурыраҡ процентҡа ҙур тип әйткәндә ниндәй дәүмәлгә ҡарата икәнлеген күрһәтеү кәрәкмәй. Был осраҡта процент иҫәпләүҙең бер генә юлы бар, айырманы ике һандың бәләкәйенә бүлеү һәм һөҙөмтәне 100-гә ҡабатлау.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Smith, D. E. (1951∨1958). History of Mathematics 2. Courier Dover Publications. pp. 247—249. ISBN 0-486-20430-8.
  2. Фразеологический словарь русского литературного языка(недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Математик тамғалар Ҡалып:Өлөштәр