Эстәлеккә күсергә

Маскат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Маскат
ғәр. مسقط
Флаг
Ил Оман
Координаталар 23°36′36″ с. ш. 58°32′24″ в. д.HGЯO
Солтан Ҡабус бин Сәйет
Майҙан 3500 км²
Үҙәк бейеклеге 69 м
Климат төрө Ҡоро тропик
Халыҡ 734 700 кеше (2010)
Тығыҙлыҡ 184,57 кеше/км²
Сәғәт бүлкәте UTC+4
Рәсми сайт omanet.om
 (ғәр.)  (инг.)
Картаны асырға/йәшерергә
Маскат (Оман)
Точка
Маскат
Точка
Ҡалаға дөйөм күренеш

Маска́т (ғәр. مسقط‎) — Омандың баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы. Маскат губернаторлығы үҙәге. Һинд океанының Оман ҡултығы яр буйындағы порт.

Халҡы — 650 мең кеше (2005 йыл).

Маскаттың ҡала яны менән бергә территорияһы Баш ҡала районы тип атала, уның майҙаны яҡынса 1500 км².

Маскат климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 34,2 37,0 41,4 44,0 47,0 48,3 49,2 46,8 43,6 42,0 37,8 33,0 49,2
Уртаса максимум, °C 25,5 26,1 29,8 34,7 39,5 40,4 38,6 36,2 36,3 35,0 30,5 27,1 33,3
Уртаса температура, °C 21,3 21,9 25,2 29,8 34,2 35,2 34,3 32,0 31,4 29,7 25,7 22,6 28,6
Уртаса минимум, °C 17,3 17,6 20,7 24,7 29,1 30,6 30,4 28,4 27,5 24,9 20,9 18,9 24,2
Абсолют минимум, °C 11,5 12,5 14,4 17,5 19,6 24,5 25,0 23,3 23,0 17,5 14,3 14,4 11,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 12,8 24,5 15,9 17,1 7,0 0,9 0,2 0,8 0,0 1,8 6,8 13,3 101,1
Сығанаҡ: NOAA

Борон ҡала «Ладан юлы»нда[1] урынлашҡан бәләкәй торама булған. XVI быуатта португалдар тарафынан баҫып алына. 1649 йылда ҡалаға Оман ғәрәп шәйехе хужа була һәм уға баш ҡала статусын бирә. Оман хакимдарының биләмәләре көньяҡҡа ҡарай Мозамбикка тиклем һуҙылған булған, ил ҡолдар һатыу менән байыған.

1803 йылда Оман солтаны ваххабиттар һөжүмен кире ҡаға. XIX быуат уртаһына ҡарай ҡолдар менән сауҙа итеү тыйыла, ҡала бөлгөндөккә төшә, ә солтан үҙенең баш ҡалаһын Занзибар утрауына күсерә.

1970 йылдан Оманда модернизация башланғас, Маскатта инфраструктура һәм урбанизация йылдам үҫешә бара. Эргә тирәләге торамалар аҡрынлап мегаполис составына керәләр.

Ҡаланың үҙәк өлөшөн өс төркөмгә бүлергә мөмкин:

  • Көнбайыш Маскат: Әл-Сиб, Удхайаба, Баушер, Әл-Губра һәм Гала;
  • Үҙәк Маскат: Әл-Хувэйр, Мединат Солтан Ҡабус, Шаты-аль-Курм, Курм һәм Рас-аль-Хамра;
  • Восточный Маскат: Вуттайя, Руви, Матрах, Кальбух, Старый Маскат, Сидаб и Аль-Бустан.
  • Маскат халыҡ-ара аэропорты
  • Маскат диңгеҙ порты

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Был «Хуш еҫле юл» буйлап борон Рим империяһына ладанды оҙатҡандар.
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.