Эстәлеккә күсергә

Солтан Кабус мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Солтан Кабус мәсете
جامع السلطان قابوس الأكبر
Мәсеттең тышҡы күренеше
Мәсеттең тышҡы күренеше
Ил Оман
Урыны Маскат
Координаталар 23/35/2/N/58/23/21/E
Конфессия Ислам
Бина тибы Мәсет
Төҙөлөшө 19952001 йылдар
Сайт Рәсми сайт

2001

Солтан Кабус мәсете йәғни Маскат йәмиғ мәсетеОман солтанлығының баш ҡалаһы Маскатта урыынлашҡан төп йәмиғ мәсет.

Үҙенең хакимлыҡ итеүенең беренсе көнөнән уҡ солтан Кабус бин Сәйет үҙенең подданыйҙарының материаль мәнфәғәттәрен генә түгел, ә рухи мәнфәғәттәрен дә ҡәнәғәтләндереүҙе ҡайғыртҡан: үҙ аҡсаларына бөтә Оман солтанлығы буйлап йөҙәрләгән мәсеттәргә нигеҙ һалына.

1992 йылда солтан Кабус бин Сәйет фарманына ярашлы, Оман солтанлығында үҙенең «бөйөк мәсете» булырға тейеш булған. 1993 йылда мәсет төҙөү проектына конкурс иғлан ителә, һәм 1995 йылда мәсет төҙөлөшө башлана. Төҙөлөш эштәре алты йыл һәм дүрт ай араны биләй. Ә 2001 йылдың майында Маскат ҡалаһында хәҙерге заман архитектураһының шедеврҙарның береһе — солтан Кабус йәмиғ мәсете үҙ ишектәрен аса.

Йәмиғ мәсете Һиндостандан килтерелгән 300 000 тонна ҡомташтан төҙөлә.

Төп намаҙ ҡылыу залы квадрат формалы (74.4 x 74.4 метр), уның өҫтөндә 50 метр бейеклектә үҙәк көмбәҙ күтәрелгән. Көмбәҙ һәм төп манара (бейеклеге 90 метр) һәм дүрт ситке манаралар (бейеклектәре 45,5 метр) шулай уҡ мәсеттең төп визуаль үҙенсәлектәре булып тора. Төп намаҙ ҡылыу залы бер үк ваҡытта 6,5 меңдән ашыу кешене һыйҙыра ала, шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар намаҙ ҡылыу залы (ҙурлығы 31 х 18 метр) тик 750 кешене генә һыйҙыра ала. Тышҡы ғиәҙәт ҡылыу территорияһы 8 мең кешенә һыйҙыра ала, шулай итеп дөйөм алғанда мәсет 20 меңгә тиклем кешенә һыйҙыра ала.

Солтан Кабус йәмиғ мәсете 416 мең метр квадрат майҙанды биләй. Мәсет интерьеры аҡ һәм көлһыу мәрмәр менән ҡапланған. Керамик сәскә семәрҙәре арканы һәм башҡа урындарҙы биҙәй.

Бейеклектә урынлашҡан көмбәҙ ике ҡатлы: эсе яғы алтын менән латылған мозаика менән ҡапланған, тышҡы яғы ажур япмаһынан тора. Төп намаҙ ҡылыу залын 35 люстра яҡтырта; Австрияла етештерелгән иң ҙур люстраның диаметры 14 метр тәшкил итә, унда 1122 лампа бар, ә уның ауырлығы — 8 тонна. Һәр бер гәлсәр һәм Swarovski кристаллда яһалған люстраларҙа мәсеттең күп һанлы манаралары һүрәтләнгән.

Иранда эшләнгән фарсы балаҫы төп намаҙ ҡылыу залын биҙәй, уның ауырлығы 21 тонна тәшкил итә. Фарсы балаҫының биҙәктәре 28 төҫтән тора, шул уҡ ваҡытта уны яһағанда тик үҫемлек (тәбиғи) буяуҙары ҡулланылған. Фарсы балаҫының оҙонлоғо — 70 метр, ә киңлеге — 60 метр, ул һуңынан бер балаҫҡа тоташтырылған 58 өлөштән тора. Был балаҫты дүрт йыл дауамында ике сменалап эшләгән 600 ҡатын-ҡыҙ туҡыған. Балаҫты йәйеп һалыу бер нисә айға һуҙылған. Был донъялағы иң ҙур балаҫ тип иҫәпләнә.