Пусан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пусан
ФлагГерб
Slogan of Busan Dynamic Busan Asian Gateway.svgSymbol of Busan.svg
Рәсем
Этнохороним Pusanano һәм 부산시민
Дәүләт Flag of South Korea.svg Көньяҡ Корея
Административ-территориаль берәмек Көньяҡ Корея
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Busan[d]
Хөкүмәт башлығы О Го Дон[d]
Закондар сығарыу органы Busan municipal council[d]
Халыҡ һаны 3 440 484 кеше (2016)[1]
Административ рәүештә бүленә Кансогу[d], Buk District[d], Sasang District[d], Saha District[d], Кымджонгу[d], Тоннэгу[d], Йонджегу[d], Пусанджингу[d], Dong District[d], Чун-гу[d], Seo District[d], Йондогу[d], Намгу[d], Суёнгу[d], Хэундэгу һәм Киджан[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 30 Метр
Сәғәт бүлкәте UTC+09:00[d]
Туғандаш ҡала Владивосток, Тихуана[d], Гаосюн[d], Лос-Анджелес, Симоносеки[d], Барселона, Рио-де-Жанейро, Фукуока[d], Шанхай, Сурабая, Окленд[d], Вальпараисо, Монреаль, Истанбул, Дубай, Чикаго[d], Манила[d], Касабланка[d], Санкт-Петербург, Бангкок, Салоники, Нагасаки, Дубай һәм Цзюлунпо[d]
Милке Busan Gudeok Stadium[d] һәм Sajik Baseball Stadium[d]
Майҙан 769,83±0,01 км²
Почта индексы 46000, 49599[2]
Рәсми сайт busan.go.kr
Урынлашыу картаһы
Категория с картами на Викискладе Maps of Busan
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы [d]
Урындағы телефон коды 051
Commons-logo.svg Пусан Викимилектә

Пусан (кор. 부산?, 釜山?) — Корея Республикаһындағы ҡала. - Ҡала-метрополия (1995 йылға тиклем — тура буйһоноу ҡарамағындағы ҡала).

Ҙурлығы буйынса Сеулдан һуң илдең икенсе ҡалаһы. Илдең эре порты, «Корея Республикаһының диңгеҙ баш ҡалаһы» булараҡ билдәле. Ҡаланың рәсми исеме Пусан ҡала-метрополиһы (кор. 부산광역시?, 釜山廣域市? Пуск-кванъекси). Пусан Корея ярымутрауының көньяҡ-көнсығыш осонда Корея боғаҙы ярында урынлашҡан. Иң тығыҙ ултырған райондары Нактонган һәм Суёнган йылғаларының үҙәндәре араһында ята, тауҙар ҡайһы бер ҡала райондарының тәбиғи сиктәре булып тора.

2002 йылда Пусанда Азия уйындары һәм футбол буйынса донъя чемпионаты World Cup FIFA үтә, ә 2005 йылда ҡала Азия -Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге форумының баш ҡалаһы була. 2005 йылдың 14 ноябрендә Пусан Ульсан менән бергә 2028 йылда Олимпия уйындарын үткәреүгә дәғүә итеүсе тип иғлан ителә.

Пусан — Азияның иң заманса ҡалаларының береһе. Ҡала үҙенең ныҡ бейек йорттары һәм башҡа иҫтәлекле урындары менән билдәле. Бында донъялағы иң ҙур универмаг — «Синсеге Сентум Сити» урынлашҡан. Ҡалала шулай уҡ башҡа ҙур ҡоролмалар — бейек йорт «Сентум Лидерс Марк» һәм илдең иң юғары «Пусан халыҡ-ара финанс үҙәге» офисы урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусан дымлы субтропик климат зонаһында урынлашҡан (Кёппен климаттар классификацияһы буйынса Cfa). Ныҡ юғары һәм ныҡ түбән температура бик һирәк теркәлгән. Май айынан алып июлгә тиклем, һуң яҙҙа һәм иртә йәйҙә океан эффекты арҡаһында ҡалала ярымутрауҙың эске өлкәләренә ҡарағанда ғәҙәттә һалҡыныраҡ. Йәй аҙағында һәм көҙ башында, августан алып сентябргә тиклем эҫе, тынсыу һауа торошо була, был ваҡытта ҡалаға тайфундар ябырылыуы мөмкин. 1959 йылдың 15 сентябрендә Сара тайфуны ҡаланың яры буйлап үтеп, ҡот осҡос зыян килтерә. 2003 йылдың 12 сентябрендә Мэми көслө тайфуны шулай уҡ караптарға һәм биналарға байтаҡ зыян килтерә, 48 кеше һәләк була.

Октябрь һәм ноябрь —Пусанда асыҡ һауа һәм һәйбәт температура менән иң уңай ваҡыт. Ҡыш ҡоро һәм көслө елдәр менән һалҡын, әммә Кореяның башҡа өлөштәренә ҡарағанда, Чеджудо һәм бер нисә көньяҡ яр буйҙарын иҫәпкә алмағанда, күпкә йомшаҡ. Пусан һәм уға йәнәшә территорияларҙа бүтән төбәктәргә ҡарағанда ҡар әҙ. Ҡар йылына уртаса 6 көн самаһы яуа. Хатта күп булмаған ҡар өйөмдәре лә был ҡалаға урындың таулы булыуы арҡаһында зыян килтереүе мөмкин, сөнки урындағы автомобиль йөрөтөүселәрҙең ҡар буйлап йөрөү өсөн күнекмәләре юҡ.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C {{{Ғин_ср_макс}}} 9,1 13,0 17,8 21,5 24,0 27,3 29,2 26,1 22,1 16,1 10,3 18,7
Уртаса температура, °C {{{Ғин_ср}}} 4,3 8,3 13,4 17,4 20,5 24,2 25,7 22,1 17,3 11,3 5,6 14,4
Уртаса минимум, °C −0,7 0,5 4,6 9,7 14,0 17,7 21,9 23,2 19,2 13,7 7,6 1,8 11,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 38 45 86 136 154 223 259 238 167 62 60 24 1492
Сығанаҡ: Korea Meteorological Administration

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусандың административ сиктәренә 15 муниципаль район инә, улар 209 кварталдан, 1 һәм өйәҙҙән тора.

Суенман ҡултығы күренеше
Исеме Хангыль Майҙаны, км2 Халҡы, кеше
Муниципаль райондары
Пукку 북구 39.44 313,553
Пусанджингу 부산진구 29.69 398,174
Тонгау 동구 9.78 102,859
Тоннэгу 동래구 16.63 283,636
Кансогу 강서구 180.24 66,269
Кымджонгу 금정구 65.17 257,662
Хэундэгу 해운대구 51.46 429,477
Чунгу 중구 2.82 50,555
Намга 남구 26.77 301,904
Сахагу 사하구 40.96 362,697
Сасангу 사상구 36.06 261,673
Согому 서구 13.88 127,068
Суенгу 수영구 10.20 179,208
Йондогу 영도구 14.13-сө 148,431
Йонджегу 연제구 12.08 213,453
Өйәҙ
Киджан 기장군 218.04 103,762

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Самгук сага» буйынса ҡала Кочхильсангук (йәки Кочхильсангун), Тонногук, йәки Чансангук Нэсангук исеме аҫтында беҙҙең эраның башында барлыҡҡа килә, ә яңы Кончхильсангун — Тоннэ исемен 757 йылда ала[3]. Пусан исеме беренсе тапҡыр Чосон дәүерендә «Синджын тонгук ёджи сыннам» географик тасуирламаһында телгә алына[3]. «Синджын тонгук ёджи сыннаму» буйынса Пусан һүҙе Тоннэ округы ҡалаһының көньяғындағы порттың һәм балыҡсылар ауылының исеме була, ә ул ауыл эргәһендәге тау формаһы буйынса «көршәк-тау» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан[3]. Порт был ауылда Пусанпхо тип аталған.

XV быуат башынан алып 1592 йылға тиклем Тоннэлағы Пусанпхо илдең төп сауҙа порты була. Элек унан аша Япония менән сауҙа бәйләнештәре булған. 1592 йылда Тоётоми Хидэеси етәкселегенәде япон ғәскәрҙәре баҫып ингәндән һуң Имдин һуғышы башлана. 1598 йылдан алып 1876 йылға тиклем Пусан тышҡы сауҙа өсөн ябыла, һуңынан беренсе булып уның өсөн сауҙаны кире аса, әммә Япония менән 1883 йылға тиклем генә һатыу итә. Порт асылғандан һуң японлылар Пусанда үҙҙәренең урамдарын, һуңынан кварталдарын булдыра. 1910 йылдан Япония протекторатына күсә һәм япон кварталы биләмәһе, Пусан исеме аҫтында бойондороҡһоҙ ҡала булып, Тоннэнан айырыла, ә Тоннэ түбән статусты ала - өйәҙ булып ҡала.

Пусан ҙур сауҙа һәм сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Ул япон ҡалаһы Симоносеки менән тимер юлы паромы менән бәйле. 1925 йылдан Пусан — Кёнсан-Намдо провинцияһының административ үҙәге[4]. 1950—53 йылдарҙағы Корея һуғышы ваҡытында Корея Республикаһының ваҡытлыса баш ҡалаһы булып тора, сөнки КХДР сигенән иң алыҫ нөктәһендә ята, шулай уҡ Корея территорияһында АҠШ-тың һәм уның союздаштарының төп хәрби базаһы була. 1950 йылдың 4 авгусынан алып 18 сентябренә тиклем Пусан периметры Көньяҡ Корея оборонаһының һуңғы һыҙығы була. Һуғыштан һуң 1963 йылға тиклем ҡала провинцияның үҙәге, артабан Тоннэның күп территорияларын берләштереп, тура буйһоноуҙағы ҡала була, ә 1995 йылдың ғинуарынан — ҡала-метрополия була[5].

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусандың төнгө күренеше

Киджан өйәҙендә Көнсығыш Азияла иң ҙур «Кори» атом электр станцияһы урынлашҡан. Көнбайыш Пусанда Renault. Samsung Motors компаниһының заводы урынлашҡан.

Финанс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусанда Корея биржаһы һәм Пусан халыҡ-ара финанс үҙәге урынлашҡан.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусан порты— Корея Республикаһында иң ҙур порт, оҙонлоғо 330 метрлыҡ һәм 12,5 м батым менән 50 мең тонна ауырлыҡтағы караптар үтә ала[6].

Шулай уҡ пассажирҙар өсөн һыу «трамвайы», тимер юл үҙәге, үҫешкән автобустар һәм такси системаһы бар. Пусанда Көньяҡ Кореяның иң оҙон Кванан күпере бар. Понённо ҡалала һәм илдә беренсе автомобиль магистрале, төньяҡтан көньяҡҡа үтә.

Ҡаланың көнбайышында халыҡ-ара Кимхэ аэропорты урынлашҡан. Пусан Рәсәй ҡалаһы Владивосток менән туранан-тура авиабәйләнеш менән бәйле. Пусанда метрополитен эшләй.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусан милли театры
Пусан мәҙәни үҙәге

Пусан театр исемлеге:

  • Пусан мәҙәни үҙәге;
  • Пусан кугак милли үҙәге;
  • Пусан граждандары залы;
  • Кымджон мәҙәни үҙәге;
  • Пусан опера театры

Филармонияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пусан муниципаль филармонияһы
  • Пусан традицион муниципаль филармонияһы
  • Пусан каягымдар оркестры

Фестивалдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусанда йыл һайын күп фестивалдәр үтә. Уларҙың ҡайһы берҙәре:

  • Пусан халыҡ-ара кинофестивале
  • Пусан халыҡ-ара фейерверктар кинофестивале
  • Пусан биенналеһы
  • Пусан порты фестивале
  • Чагальчхи фестивале

Музейҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пусан музейы
  • Милли диңгеҙ музейы— Кореяла иң ҙур музей, ҙурлығы буйынса илдә өсөнөсө
  • Пусан милли фән музейы
  • Покчхон музейы
  • Пусандың хәҙерге заман тарихы музейы
  • Пусан художество музейы
  • Пусандың тәбиғи тарих диңгеҙ музейы
  • Тонсам-донда ҡабырсаҡ өйөмө күргәҙмә залы
  • Ваҡытлыса баш ҡаланың мемориаль музейы — Корея һуғышы ваҡытында Корея Республикаһы президенты резиденцияһы.
  • Балыҡсылар ҡасабаһының Пусан музейы
  • Чонгван музейы
  • Пусан милли университеты музейы

Китапханалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пусан ҡала-метрополияһының Чунан муниципаль китапханаһы
  • Пусан ҡала-метрополияһының Симин муниципаль китапханаһы
  • Пусан ҡала-метрополияһының Суенгу муниципаль китапханаһы

Будда храмдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Помоса
  • Хэдон Ёнгунса
  • Оннёнсонвон
  • Самгванса
  • Кыннёнса
  • Тхэджонса
  • Махаса
  • Унсуса
  • Нэвонджонса

Сиркәүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Изге Георгий Победоносец ҡорамы[7]

Туризмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала үҫешкән туристик инфраструктура бар. Пусан пляждары корея һәм сит ил туристарын йәлеп итә.

Майҙандары һәм парктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парк Йондусывать
  • Чунан паркы— ҡаланың үҙәк паркы.
  • Пусан ҡала паркы — ҡала үҙәк өлөшөндәге ҙур парк.
  • Тхэджондэ — Йондо-гу көньяҡ районында тәбиғәт паркы . Унда обсерватория, сәйәхәт лайнерҙары өсөн диңгеҙ вокзалы, күңел асыу паркы бар.
  • Сон Санхён майҙаны — Пусандың үҙәк майҙаны, Кореяның иң ҙур майҙаны.
  • Йондусан — Пусандың үҙәгендәге парк, ҡаланың иң боронғо паркы.
  • Пусан башняһы — илдә беренсе туристик манара, донъяла иң юғары маяк, ҡаланың символы. Йондусан паркында тора.

Пляждары һәм курорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусан Кореяның йәйге баш ҡалаһы тип атайҙар, уның данлыҡлы алты пляжы бөтә илдән туристарҙы йәлеп итә. Хэундэ матур ҡунаҡханалары, ял итеү өсөн үткәрелгән яр буйындағы таҡта түшәмәләре, карнавалдары менән билдәле. Иҫтәлекле урындарына Кваналли яры буйындағы Кванан күпере инә.

  • Ончхонджан — күп һанлы мунсалары һәм ҡунаҡханалары, ресторандары, клубтары һәм сауҙа кварталдары менән тәбиғи курорт.

Билдәле урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нампо районы урамы-Донг

Төньяҡта, Пусан милли университеты янында студент театры, кафе, ресторандар, шулай уҡ ял көндәрендә концерттар һәм башҡа мәҙәни саралар үткәреү өсөн асыҡ майҙансыҡтар бар. Пугён Милли университеты һәм Кенсон Университетыянында шулай уҡ күп кафелар, ресторандар һәм барҙар бар. Порт районында, «Сит ил кешеләре өсөн магазин урамдары» булараҡ билдәле (уны йыш ҡына «Street Texas», ә СССР-ҙан килгән урыҫ диңгеҙселәре һәм корейҙар-репатрианттар ҡыҫҡаса «Техас» тип кенә атайҙар), сит ил һәм урындағы урыҫ телле халыҡ караптарының экипаждарын хеҙмәтләндереүсе күп предприятиелар бар. Тәүҙә район тик ҡытайҙарҙың йәшәү урыны булған, унда хәҙер ҡытай мәктәптәре урынлашҡан. Тап ҡытай диаспораһы арҡаһында 1940—50 йылдарҙа район, тәү сиратта, америка һалдаттары өсөн сауҙа һәм күңел асыу үҙәге була. Бөгөн «Техас» элекке СССР-ҙан килгән кешеләрҙең бәләкәй бизнес: кибеттәр, кафе, алмаштырыу пункттары урыны. Ул яйлап рус телле районы исемен ала

Тауҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡта Кымджонсан тауы — урындағы әүҙем ял итергә яратыусылар араһында популяр урын. Был тауҙа Кымджонсансон, Корея ярымутаруында иң ҙур ҡәлғә һәм Помоса, илдә иң боронғо һәм иң ҙур будда ғибәҙәтханаларҙың береһе урынлашҡан.

Тарихи урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тоннэыпсон — Тоннэ-гу районында Чосон династияһы осорондағы ҡәлғә.
  • Кымджонсансон — Кореяла иң ҙур ҡәлғә. Тауҙа Кымджонсан урынлашҡан
  • Чхуннёльса — ғибәҙәтхана, унда Кореяға япондар баҫып инеү ваҡытында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу хөрмәтенә табличкалар һаҡлана.
  • Пусанджинда тышҡы ҡәлғә — 1593 йылда Кореяға япондар баҫып инеү ваҡытында генерал Мори Тэрумото тарафынан төҙөлгән.
  • Чуксон-нила Вэсон, Киджан — ҡәлғә, ул 1593 йылда Кореяға япондар баҫып инеү ваҡытында япон генералы Курол Нагамаса тарафынан төҙөлгән.
  • Помоса — илдә иң ҙур һәм иң боронғо ғибәҙәтханаларҙың береһе.
  • Йондо күпере — илдә берҙән-бер һәм тәүге күтәрелә торған күпер, ҡаланың символы.
  • Ваҡытлы баш ҡаланың президент резиденцияһы — Корея һуғышы ваҡытындағы Корея Республикаһы президенты резиденцияһы
  • Тонсам-донда ҡабырсаҡтар өйөмө — археологик ҡомартҡы, Йондо-гу районының көнбайыш яры буйындағы сүп өйөмө.

Күперҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кога күпере
  • Ыльсукто күпере
  • Намхан күпере
  • Йондо күпере — илдә берҙән-бер һәм тәүге күтәрелә торған күпер, ҡаланың символы.
  • Пусан күпере
  • Пусанхан күпере (һүҙмә-һүҙ «Пусан порты күпере») — Пусан порт аша автомобиль күпере.
  • Кванан күпере — күпер оҙонлоғо буйынса илдә икенсе, ҡаланың һәм Суёнгу районының символы
Gwangan Bridge at night.JPG Yeongdobridge.JPG Busan Harbor Bridge at Night.jpg Busandaegyo.jpg
Кванан-тэгё Йондо-тэгё, илдә беренсе һәм берҙән-бер күтәрелә торған күпер Пусанхан-тэгё Пусан-тэгё

Гимны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пусандың 1984 йылдың 15 июнендә рәсми муниципаль гимнына һүҙҙәрен Юн Пхёнвон, музыкаһын Ли Бомхи яҙа.

Тәүләп йырсы Юн Синэ башҡара [8] (윤시내). 25 сентябрҙән муниципаль хөкүмәт тарафынан әүҙем тарала, киң мәғлүмәт саралары тапшыра, төрлө спорт сараларында һ.б. башҡарыла[8]

Пусанда юғары белем пуск.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пусан университеты
  • Пусан сит ил телдәре университеты
  • Пугён университеты
  • Корея диңгеҙ университеты
  • Пусан педагогия университеты
  • Тон университеты
  • Кёнсон университеты
  • Силла университеты
  • Тонсо университеты
  • Тонмён университеты
  • Консин университеты
  • Пусан католик университеты
  • Ёнсан университеты
School of Medicine in PNU Yangsan.jpg BUFS.jpg Pukyong Natl Univ by Ficell 003.jpg
Пусан университеты Пусан сит ил телдәре университеты Пуген универсиитеты

Спорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда Пусан XIV йәйге Азия уйындарының баш ҡалаһы һәм футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү урындарының береһе була.

Пусандың медицина учреждениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Партнер ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Корея айырым ҡала

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. (unspecified title)(untranslated).
  2. (unspecified title)
  3. 3,0 3,1 3,2
    김강식 (Ким Гансик). 조선 시대 행정과 국방의 중심, 동래 (Тоннэ — үҙәктәр һәм оборона осоро чосон. администрацивный) — «교재 교실 역사와 강의 문화재 동래» (тарих һәм мәҙәни мираҫ Тоннэ өсөн Дәреслек курсы буйынса) (Пуск). 2016. — 56 б.
  4. [ Пусан] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. оф. сайт города.
  6. Лоция порта Пусан (Тихий океан)  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 февраль 2012. 12 октябрь 2009 тикшерелгән.
  7. Administrator Храм святого Георгия Победоносца (Пусан)  (рус.). mission-center.com. 31 март 2018 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 부산찬가 (ko). — Ноты, текст и сведения о гимне Пусана на официальном сайте его муниципального правительства. 9 ғинуар 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]