Эстәлеккә күсергә

Иокогама

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иокогама
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-ja-hani" does not exist.
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1 апрель 1889[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы 横浜市
Кана әлифбаһында исеме よこはまし
Архивы хранятся в City of Yokohama Municipal Archives Reference Room[d]
Этнохороним 横浜市民, Jokohamano, 浜っ子 һәм 横浜都民
Гимн Yokohama City Song[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Япония[2]
Административ үҙәге Канагава[d]
Административ үҙәк Район Нака[d]
Административ-территориаль берәмек Канагава[d][2]
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Kanagawa 1st district[d], Kanagawa 2nd district[d], Kanagawa 3rd district[d], Kanagawa 4th district[d], Kanagawa 5th district[d], Kanagawa 6th district[d], Kanagawa 7th district[d], Kanagawa 8th district[d], Kanagawa 13th district[d] һәм Kanagawa 19th district[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Токийский залив[d], Port of Yokohama[d], Цуруми (река)[d] һәм Toriyama River[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Канто[d]
Иң юғары нөктә Mount Ōhira[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Yokohama[d]
Хөкүмәт башлығы Takeharu Yamanaka[d]
Закондар сығарыу органы Yokohama City Council[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы ординарные местные государственные организации[d]
Халыҡ һаны 3 757 630 кеше (1 сентябрь 2020)[3]
Административ рәүештә бүленә Цуруми[d], Канагава[d], Nishi-ku[d], Район Нака[d], Минами[d], Ходогайя[d], Исого[d], Канадзава[d], Кёхоку[d], Тотсука[d], Konan-ku[d], Асахи[d], Мидори (Иокогама)[d], Сейя[d], Сакаё[d], Izumi-ku[d], Аоба[d] һәм Судзуки[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 24 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Сан-Диего[d][4], Лион[d][4], Мумбай[4], Одесса[5][4], Ванкувер[6][4], Манила[4], Констанца[4], Шанхай[4], Майндағы Франкфурт[7], Бремен[d], Хошимин, Пекин, Пусан, Ханой, Инчхон һәм Кальяо[d]
Бойһонған ойошма (филиал) Yokohama City Minato Red Cross Hospital[d]
Милке Мицудзава[d] һәм Бейсбольный стадион «Иокогама»[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Yokohama City Hall[d], Honchō[d], Район Нака[d]
Сиктәш Кавасаки[d], Фудзисава[d], Ямато[d], Йокосука[d], Камакура[d], Дзуси[d] һәм Матида[d]
Алыштырған Kanagawa[d], Toda[d], Naka[d], Honmoku[d], Negishi[d], Koyasu[d], Byōbugaura[d], Ōokagawa[d], Tsurumi[d], Hodogaya[d], Asahi[d], Ōtsuna[d], Shirosato[d], Byōbugaura[d], Ōokagawa[d], Kusaka[d], Nishiya[d], Mutsuurashō[d], Nagano[d], Hiyoshi[d], Tsuoka[d], Futamatagawa[d], Kawawa[d], Niiharu[d], Tana[d], Nakazato[d], Yamauchi[d], Nakagawa[d], Nitta[d], Totsuka-machi, Kanagawa[d], Nakagawa[d], Kawakami[d], Toyoda[d], Hongō[d], Nakawada[d], Seya[d], Taishō[d] һәм Kanazawa[d]
Майҙан 437,71 км² (1 ғинуар 2021)[8]
Почта индексы 221-0001–221-0866[9]
Рәсми сайт city.yokohama.lg.jp
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL city.yokohama.lg.jp/seis…
Һештег 横浜市 һәм Yokohama
Юғары кимәлдәге интернет-домен .yokohama[d]
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Официальный символ роза[d][10], C. japonica[d][11], Кастанопсис[d][11], C. sasanqua[d][11], V. odoratissimum[d][11], G. biloba[d][11] һәм Z. serrata[d][11]
Вид в ночное время
Панорамный вид
Коллаж
Тема иҡтисады economy of Yokohama[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1442
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 171 435 һәм 40 500 ± 99[12]
Урындағы телефон коды 45
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Yokohama[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Yokohama[d]
Карта
 Иокогама Викимилектә

Иокога́ма, Йокоха́ма[13] (япон. 横浜市Ёкохама-си?) — Японияла иң ҙур ҡала, Канагава префектураһының административ үҙәге. Ҡаланың майҙаны 437, 38 км², халыҡ һаны — 3 709 686 кеше (2014 йылдың 1 авгусына), халыҡ тығыҙлығы — 8481, 61 кеше/км².

Иокогама (浜 横) һүҙмә-һүҙ «горизонталь пляж» тигәнде аңлата[14]. Майта паркы, Зока һәм Накамура йылғалары уратып алған хәҙерге территория асыҡ диңгеҙҙән ҡомло һайлыҡ менән айырылған ҡултыҡ. Был ҡомло һайлыҡ балыҡсылар ауылы Иокогама була. Ҡомло һыҙат ерҙән ҡарағанда, перпендикуляр, йәки, диңгеҙҙән ҡарағанда горизонталь рәүештә сығып торғанлыҡтан, ул «горизонталь пляж» тип атала[15].

Иокогама Токио ҡултығының көнбайыш ярында, Токионан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, уның менән тимер һәм шоссе юлдары, шулай уҡ Кавасаки ҡалаһы урамдары менән бәйләнгән.

Климат субтропик океанлы, ҡаланың яр буйына яҡын урынлашыуы арҡаһында йомшаҡ. Йылдың уртаса температураһы 16-17 °C; Уртаса температура ғинуарҙа һәм августа ярашлы 5,6 °С һәм 26,4 °С. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме 1630 мм, ә максимум июнь һәм сентябрь айҙарына тура килә (190 мм һәм 230)[16].

Иокогаманың һауа шарттары өсөн ямғырҙар, болоттар һәм ҡояш хас, һәм, ғәжәпкә, ҡыш ҡояшлы. Ҡышҡы температура нулдән һирәк түбән төшә, ә йәй дымлылыҡ йоғонтоһо арҡаһында ярайһы уҡ йылы[17]. Иң һалҡын температура 1927 йылдың 24 ғинуарында теркәлгән, ул саҡта температура −8,2 °C тиклем күтәрелгән, ә иң эҫе көн (2013 йылдың 11 авгусы) температура 37,4 °C еткән. Яуым-төшөмдөң айлыҡ иң күп күләме 2004 йылдың октябрь айында теркәлгән — 761,5 мм.

Иокогама бухтаһында сит ил суднолары
Ҡалала сит ил сауҙа йорто, 1861 й.

Ҡалаға 1858 йылда, ике ҙур булмаған ауылды — Канагава һәм Иокогаманы берләштереү юлы менән, нигеҙ һалына, уларҙың халҡы ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Артабан сил ил коммерция караптарын ҡабул итеүгә һәләтле порт төҙөлә башлай. Бында «халыҡ-ара ауыл» барлыҡҡа килә, унда экстерриториаль хоҡуҡта сит ил кешеләре йәшәй. Ул Каннай һәм Яматэ райондарында урынлаша. Бында хатта үҙ-ара аралашыу теле — иокогама-япон пиджин теле барлыҡҡа килә («иокогама диалект» кеүек билдәле), был тел япондар һәм сит ил кешеләре араһында аралашыу өсөн хеҙмәт итә (1910 йылда юҡҡа сыға).

Иокогама Япония һәм тышҡы донъя менән аралашыуҙың мөһим нөктәһе булыуы арҡаһында, бында тәүге тапҡыр Японияла күп кенә яңылыҡтар барлыҡҡа килә. Башлыса, Иокогамала Японияла беренсе тапҡыр икмәк бешерә башлайҙар (башта сит ултыраҡ кешеләре өсөн), 1865 йылда бында Япония өсөн тәүге тапҡыр туңдырма кафеһы асыла, ә 1872 йылда Иокогама Японияла урамдарҙы газ менән яҡтыртыусы беренсе ҡала була[18]. Шулай уҡ 1872 йылда Японияла беренсе Токио-Иокогама тимер юлы эшләй башлай.

1880 йылда бында «Bank Specie Yokohama» банкы ойошторола (артабан Япон империяһының иң эре банктарының береһе булып китә).

Киләһе ике тиҫтә йыл буйы Иокогама япон утрауҙарында иң эре порттарҙың береһе була, һәм 1889 йылда унда халыҡ һаны 122 мең кешегә етә. Ҡала инфраструктураһының үҫешендә һыу үткәргес төҙөлөшө (1887) һәм ҡала электрификацияһы (1890) ҙур уңыш килтерә. Ҡала тарихында иң драматик ваҡиғаларҙың береһе булып 1923 йылғы ер тетрәү тора, яҡынса 20 мең кеше һәләк була, 60 мең бина емерелә йәки янып юҡҡа сыға. Иокогаманың өс башняһы мөғжизә менән иҫән ҡала. Властарҙың һәм халыҡтың ҙур тырышлығы һөҙөмтәһендә, 1929 йылдың аҙағында ҡала тергеҙелә.

1931 йылда Цуруми йылғаһы тамағына ҡоро тупраҡ ташыу эштәре үткәрелә, унда һуңғараҡ күп сәнәғәт объекттары төҙөлә.

1934 йылдың 3 апрелендә Иокогамала Рәсәй фашистар партияһы лидеры К. В. Родзаевский һәм Бөтә Рәсәй фашистик ойошмаһы лидеры А. А. Вонсяцкий араһында 1-се протоколға ҡул ҡуйыла, унда Рәсәй фашистар партияһы һәм Бөтә Рәсәй фашистик ойошмаһының ҡушылыуы һәм Бөтә Рәсәй фашистик партияның ойошторолоуы тураһында иғлан ителә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 1942 йылдың 18 апрелендә «Дулиттл рейды» барышында АҠШ Хәрби-һауа көсәтеренең ике бомбардировщигы Иокогамаға беренсе бомбаларҙы ташлай, 1945 йылда Америка Ҡушма Штаттары Иокогаманы бер нисә тапҡыр көслө бомбаға тота, һөҙөмтәлә ҡала етди зыян күрә[19], 14 меңдән ашыу кеше һәләк була һәм һәм 80 меңгә яҡын бина емерелә.

1998 йылдан бында халыҡ-ара стадион асыла, ул 2002 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты финалын ҡабул итә.

2009 йылдан бында Иокогама ҡатын-ҡыҙҙар марафоны үтә.

Иокогамала Japan Marine United компанияһының Yokohama Blue Avenue Building штаб-фатиры бинаһы.

Иокогама Оло Токио районында эре сауҙа үҙәге булып тора. Ҡала көслө иҡтисади базаға эйә, ул башлыса диңгеҙ транспортынан, шулай уҡ биотехнология һәм ярымүткәргесле индустриянан ғибәрәт.

Суднолар төҙөүҙең ҙур үҙәге булып тора, бында ике эре суднолар төҙөү предприятиеһы урынлашҡан, улар Japan Marine United (JMU, «Марин Джапан Юнайтед»): «Цуруми кодзё» һәм «Исого кодзё» компанияларына ҡарай һәм хәрби заказдар үтәй[20].

Йокогама дәүләт университеты 1949 йылда ойошторолған.

Дәүләт башланғыс һәм урта мәктәптәр Иокогама ҡалаһы ҡарамағында ҡала. Туғыҙ дәүләт урта мәктәп бар, улар Иокогама ҡалаһы Мәғариф буйынса советы ҡарамағында тора.[21] һәм ҡайһы бер дәүләт урта мәктәптәре Канагава префектураһының Мәғариф буйынса совет ҡарамағында.

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Санкей-эн баҡсаһы

Иокогамала XX быуат башында «Европа тибындағы» архитектура һәйкәлдәре күп һаҡланған, улар Японияның яңырыу дәүерен дәлилләй һәм уның тышҡы донъя менән бәйләнешен раҫлай. Элекке Яматэ «сит ил биләмәһендә» бер нисә Европа тибындағы айырым йорттар (инеү өсөн асыҡ), сит ил зыяраты һәм ике сиркәү, Изге Иисустың рим-католик соборы һәм англикан Христос сиркәүе бар.

Ҡала үҙәгендә Иокогама портын асыуҙың мемориаль залы урынлашҡан, ул Европа стилендә Иокогама портының асылыуының илле йыллығы иҫтәлегенә төҙөлгән. Йәмәғәт урыны итеп үҙгәртелгән элекке порт районында, «ҡыҙыл кирбесле келәт» тип аталған XX быуат башындағы порт пакгауздары һаҡланып ҡалған.

Шулай уҡ популяр иҫтәлекле урын булып Чайнатаун тора, ул донъяла иң ҙур чайнатаундарҙың береһе һанала. Ҡаланың йәш булыуына ҡарамаҫтан, Иокогамала традицион япон баҡсаһы Санкей-эй бар (1906 йылда асылған).

XX быуат аҙағында Иокогамала эшлекле һәм туристик Минато-Мирай 21 районы ойошторола, уның төп иҫтәлекле урыны булып Yokohama Landmark Tower манараһы тора.

Ҡаланың мөһим музейҙары — Иокогама сәнғәттәр музейы һәм Канагава мәҙәни тарихының префектура музейы. Бынан тыш ҡалала бик күп махсус музейҙар, шул иҫәптән трамвайҙар музейы, ебәк музейы, рамэн музейы һәм башҡалар бар. Иокогаманың Тарихи архивы шулай уҡ музей экспозицияларына эйә. Иокогамала мәңгелеккә тороуға ике карап-музей, Ниппун Мару уҡыу елкәне һәм Хикава-мару лайнеһы ҡуйылған.

Иокогама Японияла ҙурлығы буйынса һәм халҡы һаны буйынса икенсе ҡала һәм Японияла иң тығыҙ ултырған муниципалитет булып тора. Ҡала халҡы 3 709 686 кеше тәшкил итә, ә тығыҙлығы — 8481 кеше/км. 1980 йылдан алып 2005 йылға тиклем халыҡ һанының үҙгәреүе:

1980 2 773 674 кеше
1985 2 992 926 кеше
1990 3 220 331 кеше
1995 3 307 136 кеше
2000 3 426 651 кеше
2005 3 579 628 кеше
Иокогама станцияһы
Минато-Мирайҙың 21 төнгө күренеше
Халҡы
Халыҡ иҫәбен алыу йылы Халыҡ Япония

ҡалалары араһындағы урыны

1920 422 942 6
1925 405 888 6
1930 620 306 6
1935 704 290 6
1940 968 091 5
1945 814 379 4
1950 951 189 4
1955 1143 687 4
1960 1375 710 3
1965 1 788915 3
1970 2238 264 3
1975 2621771 2
1980 2 773674 2
1985 2992 926 2
1990 3220 331 2
1995 3307 136 2
2000 3 426651 2
2005 3579 133 2
2009 3670 669 2
2013 3 702551[22] 2

92 139 кеше иҫәпләнгән Иокогаманың сит ил халҡы ҡытайҙар, корейҙар, филиппиндар һәм вьетнамдарҙы үҙ эсенә ала[23].

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 横浜市史資料室:「横浜市のあゆみ」略年表(chronological-table)
  2. 2,0 2,1 GEOnet Names Server — 2018.
  3. 神奈川県の人口と世帯 - 神奈川県ホームページ (яп.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 https://www.city.yokohama.lg.jp/lang/residents/en/about-us/other/shisei/kokusai/shimaitoshi/sisterfriendshipcity.html
  5. https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-pobratimi/iokogama-yaponiya/
  6. https://www.canadainternational.gc.ca/japan-japon/bilateral_relations_bilaterales/sistercity-jumelage.aspx?lang=eng
  7. https://frankfurt.de/english/international-city/international-affairs/city-partnerships
  8. https://www.gsi.go.jp/KOKUJYOHO/MENCHO/backnumber/GSI-menseki20210101.pdfИнститут географии Японии. — Б. 30.
  9. http://www.geopostcodes.com/Kanagawa_ku
  10. https://www.city.yokohama.lg.jp/city-info/yokohamashi/gaiyo/kisyo.html
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 https://www.city.yokohama.lg.jp/city-info/yokohamashi/gaiyo/shiminnoki.html
  12. Интерфейс программирования приложения YouTube
  13. Ҡалып:ГЕОСЛ
  14. Japan Times, meaning of «Yokohama» is mentioned // japantimes.co.jp
  15. Yokohama City History, pg. 3 // rekihaku.city.yokohama.jp
  16. Yokohama Weather, When to Go and Yokohama Climate Information. world-guides.com. Дата обращения: 11 ғинуар 2010. Архивировано 26 июль 2012 года.
  17. Yokohama Weather, When to Go and Yokohama Climate Information. world-guides.com. Дата обращения: 11 ғинуар 2010.
  18. Gvidlibro pri Jokohamo, havenurbo nova kaj malnova kaj Kamakura, ĉefurbo antikva. — Jokohamo: Mevo-libroj, 2005. — С. 78—79. — ISBN 4-88887-037-3.
  19. Иокогама // Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. Б. А. Введенский. 2-е изд. том 18. М., Государственное научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1953. стр.349
  20. Кошкин, Д. Судостроительная промышленность Японии (2017) // Зарубежное военное обозрение. — 2017. — № 12. — С. 60—67.
  21. Official Yokohama city website. City.yokohama.jp. Дата обращения: 5 май 2010. Архивировано 19 июнь 2010 года.
  22. Population News No.1046(Oct 1, 2013). Дата обращения: 14 октябрь 2013. 2014 йыл 5 май архивланған.
  23. 横浜市区別外国人登録人口(平成30年3月末現在). Дата обращения: 13 апрель 2018.