Инчхон
Инчхон (кор. 인천광역시, 仁川廣域市, элекке исеме Чемульпо (кор. 제물포시, 濟物浦市)) — Корея ярымутрауында, Корея Республикаһында урынлашҡан ҡала һәм порт. Сеулдың Канхваман ҡултығындағы, Һары диңгеҙ буйындағы аванпорты. Инчхон халыҡ һаны буйынса Корея ҡалалары араһында, Сеул һәм Пусандан һуң, өсөнсө урында тора. Инчхон илдең мөһим транспорт үҙәге булып тора, сөнки ҡалала ярымутрауҙың көнбайыш яр буйындағы иң ҙур порт, шулай уҡ илдәге иң ҙур Инчхон аэропорты урынлашҡан. XXI быуатта ҡала, илдәге иң бейек биналарҙың береһе булған Төньяҡ-Көнсығыш Азия Сауҙа Манараһы (305 м) урынлашҡан футуристик юғары технологиялы New Songdo City проекты тирәһендә тупланған халыҡ-ара бизнес үҙәгенә әүерелде.
Инчхон порты, Ханган йылғаһы тамағында уңайлы урынлашыуы арҡаһында, Пусан портынан ҡала икенсе иң ҙур портҡа әйләнде. Порт 1883 йылда Чемульпхо (кор. 제물포, элекке транскрипцияла Чемульпо) исеме аҫтында нигеҙләнгән һәм унда ни бары 4700 кеше йәшәгән. Хәҙер иһә был динамик рәүештә үҫешкән, 2,5 миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡала. Инчхон шулай уҡ сит ил инвестицияларын йәлеп итеү өсөн ирекле иҡтисади зона (ИИЗ) статусына эйә. Кореяла бөтәһе ике ИИЗ бар (икенсеһе - Пусан-Чинхэ).
Инчхонды йыш ҡына «Корея баш ҡалаһының ҡапҡаһы» тип атайҙар һәм Оло Сеулдың бер өлөшө итеп ҡарайҙар. Сеул һәм Инчхон метрополитены бер-береһе менән бәйләнгән. Шулай ҙа Инчхон – үҙаллы административ-территориаль берәмек һәм Кореяның мөһим ҡалаларының береһе. Йонсу-гу районында «Хамбак маыль» тип аталған ауыл бар, унда күп «Корё-сарам» йәшәй.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше ултыраҡтары был ҡала урынында неолит дәүеренән үк барлыҡҡа килә башлаған. IV быуат аҙағынан һәм бөтә Урта быуаттар буйына Кореяның мөһим сауҙа үҙәктәренең береһе булып торған. Кореяның сит ил сауҙаһы өсөн асылған тәүге порттарының береһе (XIX быуат аҙағы). Япон оккупацияһы ваҡытында Дзинсэн (яп. 仁川) тип аталған. Инчхон, 1981 йылдың 1 июлендә тура буйһоноусы ҡала (хәҙерге көндә метрополия-ҡала) статусын алғанға тиклем, Кёнгидо провинцияһы составында булған.
1950 йылда, Корея һуғышы ваҡытында, бында Инчхон десант операцияһы үткәрелгән.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхон климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 0,8 | 2,7 | 8,1 | 15,0 | 20,4 | 24,3 | 27,0 | 28,4 | 24,8 | 19,2 | 11,2 | 4,0 | 15,4 |
Уртаса температура, °C | −3,1 | −1,2 | 3,9 | 10,5 | 15,9 | 20,1 | 23,7 | 24,9 | 20,5 | 14,4 | 7,0 | 0,0 | 11,3 |
Уртаса минимум, °C | −6,5 | −4,5 | 0,6 | 6,8 | 12,3 | 17,0 | 21,3 | 22,2 | 16,8 | 10,3 | 3,4 | −3,4 | 8,0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 21 | 22 | 40 | 86 | 82 | 107 | 285 | 252 | 152 | 48 | 50 | 20 | 1165 |
Сығанаҡ: World Climate |
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхон 8 районға («ку») һәм 2 өйәҙгә («кун») бүленгән.
- Пупхён (부평구; 富平區)
- Тонку (동구; 東區)
- Кэян (계양구; 桂陽區)
- Чунку (중구; 中區)
- Мичухол (미추홀구; 彌鄒忽區)
- Намдон (남동구; 南洞區)
- Соку (서구; 西區)
- Йонсу (연수구; 延壽區)
- Канхвагун өйәҙе (강화군; 江華郡)
- Онджингун өйәҙе (옹진군; 甕津郡)
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XXI быуат башында ул — 2,5 миллион кеше йәшәгән эре порт ҡалаһы, үҫешкән машиналар эшләү, караптар төҙөү, ҡорос ҡойоу, нефть эшкәртеү, химия, электротехника, туҡыу, он тартыу сәнәғәте булған ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге. Ҡалала шулай уҡ яҫы быяла һәм фарфор-фаянс әйберҙәр етештереү үҫешкән. Ҙур йылылыҡ электр станцияһы эшләй.
Ирекле иҡтисади зона
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхондың ирекле иҡтисади зонаһы өс өлөштән тора. Улар Нью-Сондо-Сити (кор. 송도신도시), Чхонна (кор. 청라) һәм Йонджон утрауы (кор. 영종). Зонаның дөйөм майҙаны 20 938 гектар тәшкил итә. Инчхон ИИЗ-ының маҡсаты - был өс участканы төньяҡ-көнсығыш Азияның халыҡ-ара сауҙа, логистика, ял һәм туризм үҙәктәренә әүерелдереү. Был ИИЗ Корея хөкүмәте тарафынан 2003 йылдың авгусында иғлан ителде һәм Кореяла тәүгеһе булды.
Нью-Сондо-Сити
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]New Songdo City проекты 1994 йылда башланды һәм ҡайтанан эшкәртелгән ерҙә төҙөлә[13]. Планға ярашлы, ҡаланың был өлөшө төрлө профилдәге халыҡ-ара компанияларҙың, халыҡ-ара сауҙаның, юғары технологияларҙың үҙәгенә һәм экологик яҡтан таҙа ҡала тормошо өсөн урынға әйләнергә тейеш. Проектты 2020 йылға тулыһынса тамамлау планлаштырыла. 2008 йылда районда амбициоз проект — бейеклеге яҡынса 600 метр (151 ҡат) булған игеҙәк манаралар төҙөү тормошҡа ашырыла башланы. Иҡтисади проблемалар арҡаһында, артабан комплексның планлаштырылған бейеклеге 487 метрға (102 ҡат) тиклем кәметелде, төҙөлөштө тамамлау ваҡыты күсерелде, һәм 2015 йылға ҡарата проект әле тамамланмаған.
Майҙаны: 5327 га Планлаштырылған халыҡ һаны: 252 000 кеше Төҙөлөш ваҡыты: 1994~2020 Ҡалып:Обновить
Йонджон утрауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны: 13 833 га Планлаштырылған халыҡ һаны: 144 800 кеше Төҙөлөш ваҡыты: 2002~2016
Чхонна халыҡ-ара районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны: 1778 га Планлаштырылған халыҡ һаны: 90 000 кеше Төҙөлөш ваҡыты: 2004~2008
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхон – Кореяның төп транспорт үҙәктәренең береһе.
Һауа транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхон халыҡ-ара аэропорты – Көньяҡ Кореяның төп аэропорты һәм Азиялағы иң ҙур хабтарҙың береһе. 2005 йылда Инчхон аэропорты 160 843 рейсҡа хеҙмәт күрһәткән (157 134 халыҡ-ара, 3 709 эске). Уртаса көнөнә 441 рейс (431 халыҡ-ара, 10 эске). Рейстарҙың 59,7% -ына Кореяның ике милли авиакомпанияһы – Korean Air һәм Asiana Airlines хеҙмәт күрһәтә. Сит ил авиакомпаниялары ҡалған 40,3% рейсҡа хеҙмәт күрһәтә. Skytrax версияһы буйынса, 2009 йылда донъялағы иң яҡшы аэропорт[14].
Диңгеҙ транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхон порты – Пусан портынан ҡала ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Ҡала паром кисеүҙәре менән төньяҡ Ҡытайҙың күп ҡалалары менән тоташҡан:
- Далянь, Даньдун, Ляонин провинцияһында
- Циндао, Вэйхай, Шаньдун провинцияһында
- Циньхуандао, Хэбэй провинцияһында
- Тяньцзинь (үҙәк буйһоноуҙағы ҡала)
Тимер юл транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылда Кимпхо аэропорты менән Инчхон аэропорты араһында юғары тиҙлекле линия (AREX) асылды. Был линияның 6 станцияһы һәм 40,3 км юлы бар.
Метрополитен
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала Сеул метрополитены менән тоташҡан метрополитен эшләй. Метрополитендың 28 станциянан торған бер линияһы бар. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 29,4 км тәшкил итә. Беренсе линияны оҙонайтыу һәм икенсеһен төҙөү планлаштырыла. Икенсе линия 27 станциянан һәм 29,2 км юлдан торасаҡ. Уның төҙөлөшө 2009 йылдың 26 июнендә башланды һәм 2014 йылға тиклем дауам итәсәк. Korail компанияһы 2013 йылға тиклем Инчхондан Сувонға тиклем тағы бер метро линияһын төҙөйәсәк. Был линияның Инчхон территорияһында 10 станцияһы буласаҡ.
Автобус бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхон автовокзалынан Кореяның бөтә өлөштәренә лә ҡала-ара автобус бәйләнеше булдырылған. Ҡала эсендә, шулай уҡ күрше ҡалаларға (Пучхон, Кимпхо, Сеул һәм Сихын) йөрөү өсөн күп һанлы автобус маршруттары бар. Инчхон менән Сеул араһында юғары тиҙлекле автобус бәйләнеше эшләй.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инчхон Юнайтед – Инчхондан футбол клубы. 2003 йылда ойошторолған. Көньяҡ Корея футболының юғары дивизионы булған K-League-ла сығыш яһай. 2014 йылда ҡалала Йәйге Азия уйындары үткәрелде.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Инчхон ҡала музейы – Кореяның тәүге йәмәғәт музейы, 1946 йылдың апрелендә Инчхондың тарихын һәм мәҙәни ҡиммәттәрен өйрәнеү һәм тикшереү маҡсатында асылған.
- 1984 йылда, Инчхондың йөҙ йыллығына, ҡалала Инчхон десант операцияһына арналған мемориаль зал һәм комплекс асылды. Музейҙа десанттың бөтә этаптары тураһында һөйләгән фото- һәм видеоматериалдарҙың ҙур коллекцияһы бар. Комплекс составына 18 метрлыҡ мемориаль башня һәм Корея һуғышында ҡатнашҡан ун алты илдең дәүләт флагтары инә[15].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кан Хеджон – көньяҡ корея актрисаһы һәм фотомоделе
- Peggy Gou – көньяҡ корея диджейы, йырсы, йырҙар авторы һәм продюсеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://kosis.kr/eng/statisticsList/statisticsListIndex.do?menuId=M_01_01&vwcd=MT_ETITLE&parmTabId=M_01_01&statId=1962001&themaId=#SelectStatsBoxDiv
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 https://www.incheon.go.kr/en/EN020101
- ↑ https://topovl.ru/netcat_files/userfiles/vladivostok-sister-cities/015-Incheon-city.pdf
- ↑ https://topovl.ru/vladivostok-sister-cities/
- ↑ http://www.wb.dl.gov.cn/index.php/home/index/news_list/id/890/column_id/2.html
- ↑ 7,0 7,1 https://www4.honolulu.gov/docushare/dsweb/Get/Document-113550/03-210.pdf
- ↑ 8,0 8,1 https://www4.honolulu.gov/docushare/dsweb/Get/Document-128448/RES12-153,%20CD1.pdf
- ↑ http://mail.camara.rj.gov.br/APL/Legislativos/contlei.nsf/50ad008247b8f030032579ea0073d588/3f4147a57ed8aa3483257e8800663664?OpenDocument
- ↑ https://www.city.kitakyushu.lg.jp/soumu/file_0233.html
- ↑ https://www.city.kitakyushu.lg.jp/kikaku/01300111.html
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ д/ф «Город будущего» 2014 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Incheon International Airport The World’s Best Airport 2009 (ингл.). Архивировано 5 август 2013 года. Skytrax. World Airport Awards
- ↑ Visit Korea: Destinations by Region — Incheon Landing Operation Memorial Hall 2016 йыл 6 март архивланған. (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡала сайты . Архивировано из оригинала 7 ғинуар 2006 года.
- Любительский сайт-путеводитель по Инчхону
- Инчхон: Добро пожаловать в Южную Корею . Архивировано из оригинала 6 март 2016 года.
- Мега стройки S4E5 Инчхон күпере төҙөлөшө тураһында документаль фильм // Discovery