Һары диңгеҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары диңгеҙ
Mar Amarillo - BM WMS 2004.jpg
Майҙаны416 мең км²
Күләме17 мең км³
Иң ҙур тәрәнлек106 м
Уртаса тәрәнлек40 м
Yellow Sea.PNG
Commons-logo.svg Һары диңгеҙ Викимилектә

Һары диңгеҙ (ҡыт. ябайл. 黄海, пиньин: Huanghai «хуан-хай», кор. 황해 «хван-хэ») — Азияның көнсығыш яр буйынан алып Корея ярымутрауының көнбайыш ярына тиклем Тымыҡ океандың ярым ябыҡ диңгеҙе. Атамаһы Ҡытай йылғаларының килтерелгәненән һәм аҙыраҡ дәрәжәлә саңлы ҡойондар йоғонтоһонда үҙгәргән диңгеҙ һыуының төҫө буйынса бирелгән. Яҙын саңлы ҡойондар бик көслө була, был диңгеҙҙәге судноларға хәрәкәтен туҡтатырға мәжбүр итә.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һары диңгеҙ Азияның ҡоро еренә инеп тора һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы һәм Корея Республикаһы ярҙарын йыуа.

Майҙаны — 416 мең км². Һыуҙың уртаса күләме — 17 мең км³.

Уртаса тәрәнлеге — 40 м, максималь тәрәнлеге — 106 м. Тәрәнлеге төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 84—92 метрға тиклем арта, ә иң көньяҡ-көнсығышында — 105 метрға тиклем. Грунт — ләм һәм ҡом.

Һары диңгеҙ Корея, Ляодун һәм Шаньдун ярымутрауҙары менән уратып алынған.

Төп порттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]