Хемниц

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хемниц
нем. Chemnitz
Флаг[d]
Рәсем
Рәсми атамаһы Chemnitz
Ҡыҫҡаса атамаһы Ch[1]
Архивы хранятся в Municipal archive Chemnitz[d]
Кем хөрмәтенә аталған Кемниц[d]
Дәүләт  Германия
Административ үҙәге Карл-Маркс-Штадт[d], Карл-Маркс-Штадт-Ланд[d], Хемниц[d], Хемниц[d], Хемниц[d] һәм Хемниц[d]
Административ-территориаль берәмек Саксония
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кемниц[d], Bahrebach[d], Q105102622?, Q20184099?, Kappelbach[d], Pleißenbach[d], Würschnitz[d] һәм Zwönitz[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Central German Metropolitan Region[d]
Хөкүмәт башлығы Свен Шульце[d]
Ойошма ағзаһы Climate Alliance[d][2], Мэры за мир[d][3] һәм Kommunaler Sozialverband Sachsen[d]
Халыҡ һаны 248 563 кеше (31 декабрь 2022)[4]
Административ рәүештә бүленә Adelsberg[d], Altchemnitz[d], Altendorf[d], Bernsdorf[d], Borna-Heinersdorf[d], Ebersdorf[d], Einsiedel[d], Euba[d], Furth[d], Gablenz[d], Glösa-Draisdorf[d], Грюна[d], Harthau[d], Helbersdorf[d], Hilbersdorf[d], Hutholz[d], Kapellenberg[d], Kappel[d], Kaßberg[d], Klaffenbach[d], Kleinolbersdorf-Altenhain[d], Lutherviertel[d], Markersdorf[d], Mittelbach[d], Morgenleite[d], Хемниц-Рабенштайн[d], Reichenbrand[d], Reichenhain[d], Рёхсдорф[d], Ротлуф[d], Schloßchemnitz[d], Schönau[d], Зигмар[d], Sonnenberg[d], Stelzendorf[d], Витгенсдорф[d], Yorckgebiet[d] һәм Хемниц-Центрум[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 298 ± 1 метр һәм 302 метр
Туғандаш ҡала Тампере[d][5][6], Томбукту[d], Мюлуз[7], Лодзь[d], Волгоград[8][9], Аррас[d], Усти-над-Лабем, Манчестер[d], Дюссельдорф[d], Акрон[d], Тайюань[d], Ченнаи, Любляна һәм Калуга
Сиктәш Средняя Саксония[d], Цвиккау[d], Рудные Горы[d], Флёа һәм Горнау
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 221,05 км² (2016)[10][11]
Почта индексы 09001–09247
Рәсми сайт chemnitz.de
Урынлашыу картаһы
Вид в ночное время
Изображение знака с названием места или объекта
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1143
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 209 һәм 216
Урындағы телефон коды 0371, 037200, 037209, 03722 һәм 03726
Номер тамғаһы коды C
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Хемница[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Chemnitz[d]
Карта
 Хемниц Викимилектә

Хе́мниц[12], Ке́мниц[13] (нем. Chemnitz [ˈkʰɛmnɪʦ] , үр.-луж. Kamjenica; 1953 йылдан 1990 йылға тиклем — Карл-Маркс-Штадт (нем. Karl-Marx-Stadt)) — Германиялағы, Саксония федераль ерендәге ҡала. Хемниц округы үҙәге. Рәсми коды — 14 5 11.

2015 йылда халыҡ иҫәбе 248 645 кеше була[14].

Атамаһының килеп сығыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хемниц Цвиккауэр-Мульде йылғаһы ҡушылдығы Кемниц йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан. Сhemnitz лужицк сербтары телендә «ташлы инеш» тигәнде аңлата. Чех телендә ҡала Saská Kamenice булараҡ билдәле, йәғни «Саксония Каменецы».

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XII быуатта император Лотарь II Кемниц (Каменица) йылғаһы кисеүе эргәһендә ҡалаға нигеҙ һала. Ул үҙ атамаһын ташлы йылға булыуынан ала, һуңынан йылға атамаһы ҡалаға исем бирә.

1308 йылға тиклем Хемниц империя ҡалаһы була. Урта быуаттарҙа ул, бигерәк тә XIV быуатта туҡымаларҙы ағартыу өҫтөнлөгө бирелеүе арҡаһында, иҡтисад үҙәгенә әйләнә.

1531 йылдан Хемницта билдәле немец ғалимы, минералогияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Георгий Агрикола йәшәй. 1546 йылда курфюрст Мориц Агриколаны Хемниц бургомистры итеп ҡуя, артабан был бер йыллыҡ вазифаға ул 1547, 1551 һәм 1553 йылдарҙа һайлана. Был бик үҙенсәлекле була, сөнки Агрикола — католиком, ә ул ваҡытта Саксония халҡының күпселеген протестанттар тәшкил итә. Агрикола 1555 йылдың 21 ноябрендә Хемницта вафат була. Ҡала халҡы католикты ерләүҙән баш тартҡас, уны Хемництан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Цайцҡа алып киләләр.

XVIII быуат һуңында Хемниц Германия сәнәғәтенең иң эре үҙәктәренең береһенә әйләнә. Халыҡ һаны үҫешә, ә ҡала «Саксония Манчестеры» һәм «ҡоромло Кемниц» ҡушаматтарын ала.

Хемницта халыҡтың иң күп һаны 1930 йылға тура килә һәм 360 мең кешегә етә.

Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында ҡала Британия-Америка авиацияһы утына тотола. 1945 йылдың 5 мартындағы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә ул ныҡ емерелә.

ГДР хөкүмәтенең 1953 йылдың 10 майындағы ҡарарына ярашлы ҡала Карл Маркс хөрмәтенә Карл-Маркс-Штадт (нем. Karl-Marx-Stadt) тип үҙгәртелә. 1990 йылдың 23 апрелендә халыҡтың 76 проценты ҡалаға элекке атамаһын кире ҡайтарыу өсөн тауыш бирә. 1990 йылдың 1 июненән ул ҡабаттан Хемниц исемен йөрөтә.

Германия берләшкәндән һуң ҡалалағы эре предприятиелар ябылғас, Хемництан халыҡ күпләп ситкә китә, һөҙөмтәлә 2000 йылда халыҡ һаны 1990 йыл менән сағыштырғанда 20 проценттан күберәккә кәмей. Әле лә халыҡ һаны кәмеүе дауам итә, әммә уның темптары әкеренәйә.

1990 йылдар урталарында ҡаланың үҙәге үҙгәртеп ҡорола башлай. Ратуша бинаһы эргәһендә бик күп магазиндар барлыҡҡа килә.

Иҫке һәм яңы ратуша

2007 йылдан «Кемниц — заманса ҡала» (Stadt der Moderne) ҡаланың рәсми лозунгы булып тора.

Мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл башня

Ҡалала драма һәм опера театрҙары, ҡурсаҡ театры, бәләкәй формалағы бер нисә театр, концерт залы бар. Музейҙар бик күп, шул иҫәптән:

  • сәнәғәт музейы;
  • Саксония тимер юлдары музейы;
  • тәбиғәтте өйрәнеү музейы;
  • «Фельзендоме» шахта-музейы;
  • уйындар музейы;
  • Шлоссберг замогындағы музей (крайҙы өйрәнеү);
  • король Альбрехт музейы (художество;
  • Гунценхаузер музейы (экспрессионистарҙың эштәре тупланмаһы);
  • заманса сәнғәттең яңы саксон галереяһы.

Хемницта ҙур булмаған зоопарк бар.

Хемництың иң мөһим иҫтәлекле урындарының береһе — совет скульпторы Кербель Лев Ефимович эшләгән Карл Маркс һәйкәле. 6 метрлыҡ бронза бюст 1971 йылда ҡуйыла. Ул, Рашмор тауынан эшләнгән Америка президенттарының гигант баштарын иҫәпләмәгәндә, Улан-Удэлағы Ленин башынан ҡала, донъялағы иң ҙур баш бюсының икенсеһе.

Карл Маркс һәйкәле

Ҡаланың икенсе символы булып Ҡыҙыл башня тора, уның беренсе ҡаттары XII быуат һуңында — XIII быуат башында һалына. XII быуатта башня торлаҡ була, һуңынан ҡала нығытмаларының бер өлөшөнә әйләнә. Артабан башняла суд һәм ҡала төрмәһе урынлаша.

Архитектура күҙлегенән ҡарағанда, ҡаланың грюндер дәүере стилендә төҙөлгән Касберг районы ҡыҙыҡлы.

1996 йылдан ҡалала халыҡ-ара «Schlingel»[de] балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивале үткәрелә.

Сәнәғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала Гартмандың машиналар эшләү заводы эшләй, ул паровоздарҙың төрлө серияһын, атап әйткәндә XII H2 паровозын сығара, һәм микроавтобустар, Barkas B1000 моделендәге фургондар, шулай уҡ еңел йөк машиналары етештереүсе VEB автозаводы бар.

Әлеге ваҡытта ҡалала металл эшкәртеү, автоматлаштырыу системалары етештереү һ.б. менән шөғөлләнеүсе сәнәғәт предприятиелары бар. Уларҙың ин эреһе — Volkswagen компанияһының автомобилдәр двигателе заводы. 2013 йылда унда 1500 кеше эшләй.

Фән һәм мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хемниц техник университеты

Почётлы граждандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғандаш ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет йылдарында Иркутск һәм Карл-Маркс-Штадт ҡалалары туғандаш була. Иркутскиҙа 1999 йылға тиклем бер проспект Карл-Маркс-Штадт тип аталып йөрөтөлһә (хәҙер — маршал Жуков проспекты), Хемницта Иркутск урамы һәм Волгоград аллеяһы бар [2][15].

Әлеге ваҡытта Хемниц менән туғандаш ҡалалар[16]:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  2. http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  3. http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
  4. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.)DESTATIS, 2023.
  5. https://www.chemnitz.de/chemnitz/de/unsere-stadt/chemnitz-international/partnerstaedte/tampere/index.html
  6. https://www.tampere.fi/en/organisation/international-affairs/twin-cities
  7. https://www.mulhouse.fr/ma-mairie/relations-internationales-et-cooperation-transfrontaliere/jumelages-europe-asie/
  8. https://www.chemnitz.de/chemnitz/de/unsere-stadt/chemnitz-international/partnerstaedte/wolgograd/index.html
  9. http://www.volgadmin.ru/d/about/TwinCities
  10. https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
  11. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal)Federal Statistical Office.
  12. Суперанская А. В. Словарь географических названий. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. — 208 с. — С. 128.
  13. - ҡала атамаһы славян «камень» һүҙенән барлыҡҡа килә һәм тел нөсхәһендә «К» аша әйтелә. Рәсәйҙә «Х» аша яҙыу ҡабул ителгән.[1] 2014 йыл 3 февраль архивланған. В последних атласах, издаваемых Роскартографией, название города вновь пишется через «К», см. Атлас мира / Федеральная служба геодезии и картографии России. — М.: ФГУП Производственное картосоставительское объединение «Картография», 2003. — 360 с.
  14. Aktuelle Einwohnerzahlen nach Gemeinden 2013 Численность населения по состоянию на 31 декабря 2013 (с учётом данных переписи населения 9 мая 2011 года)
  15. статья в газете Пятница от 07.09.2007-Иркутск и Карл-Маркс-Штадт — бывшие побратимы 2012 йыл 26 март архивланған.
  16. Partnerstädte (нем.). Stadt Chemnitz. Дата обращения: 9 декабрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2012 йыл 5 март архивланған.