Ченнаи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Ченнаи
там. சென்னை
ингл. Chennai
Chennai Montage.png
Ил

Һиндостан

Штат

Тамилнад

Округ

Ченнаи

Координаталар

13°05′24″ с. ш. 80°16′12″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

5 район

Мэр

М. Субраманиам

Нигеҙләнгән

1639

Элекке исеме

1996 йылға тиклем — Мадрас

Майҙаны

181,06 км²

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

6 м

Рәсми теле

тамил

Халҡы

4 590 267[1] кеше (2009)

Тығыҙлығы

24 418 кеше/км²

Агломерация

7 305 169[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+5:30

Телефон коды

+91 44

Почта индексы

600 xxx

Автомобиль коды

TN-01, TN-02, TN-04, TN-05,
TN-07, TN-09, TN-10

Рәсми сайт

chennai.tn.nic.in

Ченнаи (Һиндостан)
Ченнаи
Ченнаи
Ченнаи (Һиндостан Тамилнад)
Ченнаи

Ченнаи, шулай уҡ Ченнай[3] (1996 йылға ҡәҙәр — Мадра́с; там. சென்னை, ингл. Chennai) — Һиндостандың көньяғында ҡала, Тамилнад штатының баш ҡалаһы. Ҙурлығы буйынса илдә 6-сы ҡала, ҙурлығы донъяла 41-се ҡала агломерацияһы. 1639 йылда Коромандел ярында (Бенгал ҡултығының һыуҙары менән йыуылған Һиндостандың көньяҡ-көнсығыш яр буйында) нигеҙләнгән.

Топонимикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың элекке атамаһы Мадраспатнам (там. மதராசப்பட்டினம) торамаһынан барлыҡҡа килгән. Икенсе тораҡ пункт, Ченнапатнам бер ни тиклем көньяҡҡа табан урынлашҡан; һуңыраҡ был ике тораҡ пункт ҡушылғас, Британ Ост-Һинд компанияһы вәкидәре «Мадрас» (там. மதறாச) атамаһына өҫтөнлөк бирә. 1996 йылда ҡаланың атамаһы Ченнаи тип үҙгәртелә, сөнки власта булған Бхаратия джаната парти индустик милли партияһы «Мадрас» атамаһы португал теленән килгән тип иҫәпләй (шул уҡ ваҡытта был гипотеза дөйөм ҡабул ителмәгән).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраның I быуатынан Ченнаи тирәһе Паллавы, Чола, Пандья, Виджайянагар тамил королектәре составында була. Ҙур Ченнаи агломерацияһына кергән Милапур ҡалаһы ҡасандыр Паллавы короллегенең иң ҙур порты булған.

Фараз буйынса, беҙҙең эраның 52-70 йылдарҙа был урында Апостол Фома дин таратҡан. XVI быуатта Һиндостанға килгән португалдар бында Сан-Томе портына нигеҙ һала, һуңыраҡ был биләмәләр хәҙерге Ченнаинан төньяҡҡа табан Пуликатта нығытмалар төҙөгән голландтарҙың ҡулына күсә. 1639 йылда Британ Ост-Һинд компанияһы Мадраспатнам тирәһендә тораманы нигеҙләй, аҙаҡ уның тирәһендә колониаль ҡала үҫә.

1746 йылда ҡала Маврикий губернаторы француз генералы Бертран Франсуа де Лабурдонне тарафынан яулап алына. 1749 йылда инглиз-француз килешеүенә ярашлы Мадрас Бөйөк Британияға кире ҡайтарыла, бынан һуң француздарҙан һәм Майсур солтанлығынан һаҡланыу өсөн форт күпкә нығытыла.

Милапурҙа (Ченнаи) иң боронғо ғибәҙәтхана

XVIII быуат аҙағына ҡарай инглиздәр хәҙерге Тамилнадтың күп өлөшөн, һәм шулай уҡ Карнатака һәм Андхра-Прадеш штаттарының территорияһын яулап ала. Был биләмәләр Мадрас округына керә.

Инглиздәр власы аҫтында Мадрас эре ҡалаға һәм хәрби базаға әйләнә. XIX быуат аҙағында ҡала Бомбей һәм Калькутта менән тимер юлдары аша тоташа, был төньяҡ Һиндостан менән сауҙа итеүгә булышлыҡ итә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Мадрасҡа немец крейсеры «Эмден» һөжүм итә. 1947 йылда Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Мадрас шул уҡ исемдәге штаттың (1968 йылдан ууның исеме Тамилнад тип үҙгәртелә) баш ҡалаһы булып китә. 1965—1967 йылдарҙа ҡала һинд телен көсләп индереү буйынса тамил протестарының үҙәге була. 1983 йылда Шри-Ланкала Граждандар һуғышы башанғас, ҡала «Тамил Илам азатлыҡ юлбарыҫтары» ойошмаһы тамил сепаратистары өсөн сәп булып китә: 1984 йылда ҡала аэропортында шартлау 33 кешенең ғүмерен өҙә, ә 1991 йылда Мадрас янында Һиндостандың элекке премьер-министры Раджив Ганди үлтерелә.

2004 йылдың 26 декабрендә Суматра утрауы яр буйы янындағы ер тетрәүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән цунами арҡаһында Ченнаи ҙур зыян күрә. 2015 йылда ҡалала 100 йыл эсендә иң көслө һыу ташыуы була: 1—2 декабрҙә 24 сәғәт эсендә 500 мм яуым-төшөм яуа. 270 кеше һәләк була[4].

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалаға йыһандан күренеш

Ҡала Тамилнад штатының төньяҡ-көнсығышында яр буйы уйһыулығында (диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 6 метр, максималь бейеклеге — 60 метр). Яр буйлап донъяла иң оҙондарҙың береһе булған — 12 километрлы Marina beach пляжы һуҙылған. Ченнаи аша ике йылға аға — үҙәктә Кувам һәм көньяҡта Адьяр йылғалары. Кувам үтә ныҡ бысранған, Адьяр ваҡыт менән таҙартылып тора, уның эстуарияһында бәләкәй заказник ойошторолған. Яр буйына параллель рәүештә ике йылғаны ла тоташтырыусы 4 километрлыҡ Букингем каналы ҡаҙылған. Ҡаланың көнбайышында Ред-Хиллс, Шолаварам һәм Чембарамбаккам күлдәре урынлашҡан, улар ҡаланы эсәр һыу менән тәмьин итә, сөнки ер аҫты һыуҙары ныҡ тоҙланған. Һыу менән тәмьин итеү мәсьәләһе киҫкен тора, уны сисеү өсөн Кришна йылғаһынан (Андхра-Прадеш штаты) һыу үткәргес һәм Ченнаила сөсөләндереү заводын төҙөү ниәтләнә.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты субэкваториаль муссонлы, температураның тирбәлеүе йыл дауамында әллә ни ҙур түгел.

Йылдың күп өлөшөндә эҫе һәм дымлы. Иң юғары температура ғәҙәттә май аҙағы — июнь башында (уртаса +38 °C), ә иң түбән температура — ғинуарҙа (+24 °C) күҙәтелә. Минималь теркәлгән температура +14,8 °C, максималь — +44,1 °C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары — 1300 мм, уларҙың күп өлөшө төньяҡ-көнсығыш муссон осорона (сентябрь аҙағы — ноябрь уртаһы) тап килә. Ҡала йыш ҡына Бенгал ҡултығы циклондары үткән зонала була.

Ченнаи климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 34,8 39,6 39,0 42,6 44,8 43,2 40,0 39,7 39,2 38,4 36,0 38,0 44,8
Уртаса максимум, °C 29,5 31,5 33,8 35,8 38,1 37,3 35,5 34,8 34,2 32,2 29,9 29,0 33,5
Уртаса температура, °C 25,0 26,4 28,5 30,7 32,5 32,1 30,6 30,0 29,6 28,2 26,4 25,1 28,8
Уртаса минимум, °C 20,9 21,8 23,7 26,2 27,6 27,2 26,2 25,6 25,3 24,5 23,0 21,6 24,5
Абсолют минимум, °C 16,0 15,0 18,0 19,0 20,0 18,0 20,0 20,1 20,3 20,0 18,2 13,0 13,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 30 5 11 19 34 80 108 135 153 296 382 173 1427
Сығанаҡ: Погода и Климат

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ченнаи райондары: 1. Эгмор-Нунгамбакам 2. Форт Тондиарпет 3. Мамбалам-Гинду 4. Милапур-Трипликан 5. Перамбур-Пурасавалккам

Ҡала биш районға бүленгән: Эгмор-Нунгамбакам, Форт Тондиарпет, Мамбалам-Гинду, Милапур-Трипликан, Перамбур-Пурасавалккам. Ҙур Ченнаиға ҡаланан тыш Канчипурам һәм Тируваллур округтары керә.

Ченнаи төньяғында төп сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан. Эшлеклек әүҙемлеге үҙәктә тупланған. Көньяҡта йәшәү кварталдары, шулай уҡ бихисап IT-компанияларҙың офистары урынлашҡан.

Ченнаиның иң ҙур юлдаш-ҡалалары — көньяҡта Махабалипурам, көньяҡ-көнбайышта Ченгалпатту, көнбайышта Канчипурам, Шриперумбудур һәм Аракконам.

Идара итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙур Ченнаи мэр һәм уның урынбаҫары етәкләгән Ченнаи муниципалитеты менән идара ителә. Муниципалитет составында 155 депутат.

Шулай уҡ ҡалала Тамилнад штатының хөкүмәте һәм парламенты урынлашҡан. Ҡала юғары судының юрисдикцияһы Тамилнад штатынан тыш Пондишеригә лә (Путтуччерри) тарала.

Лок Сабхала 3 вәкил, ә Тамилнад парламентында 18 вәкил Ченнаи ҡалаһынан һайлана.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала башта уҡ эре порт һымаҡ төҙөлгән һәм хәҙерге заманда ла ул илдең иң ҙур порттарының береһе булып ҡала. Ҡалала күп кенә ҙур Һиндостан компанияларының филиалдары эшләй. Ченнаила Мадрас фонд биржаһы урынлашҡан.

Илдең иң эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе булып тора, Һиндостандың автомобиль баш ҡалаһы тип иҫәпләнә (Һиндостан автомобилдәренең 40 %-нан ашыуы Ченнаила етештерелә). Hyundai, Ford, Mitsubishi, TVS, Ashok Leyland, Royal Enfield, TI Cycles һәм MRF компанияларының заводтары башлыса Амбаттур-Пади сәнәғәт зонаһында урынлашҡан. Шулай уҡ BMW компанияһы ла Ченнаила завод асырға теләүен белдергән. «Авади» заводында хәрби техника, шул иҫәптән иң күп сығарылған Һиндостан «Арджун» танкы етештерелә. Integral Coach Factory заводы вагон эшләй. Көньяҡ Азияла иң ҙур сәнәғәт ҡеүәтен Ченнаила төҙөргә ниәтен Nokia компанияһы белдергән.

Ҡалала финанс һәм банк секторҙары электән үҫешкән, бында күп кенә халыҡ-ара банктарҙың филиалдары эшләй. 1990-сы йылдар аҙағынан IT-сектор етеҙ үҫеш ала. Ҡаланың көньяҡ-көнсығышында бер нисә технопарк урынлашҡан, улар араһында иң ҙуры TIDCO дәүләт компанияһы тарафынан төҙөлгән Tidel Park булып тора. Infosys компанияһы Ҙур Ченнаила донъялағы иң ҙур IT-үҙәк төҙөй. Шулай уҡ ҡалала биотехнологиялар бик тиҙ үҫеш алған.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Һиндостандағы һымаҡ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында ҡалала тәбиғи булмаған соотношение күҙәтелә — 1000 ир-егеткә 948 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Уҡыу-яҙа белеү 80 % (Һиндостанда уртаса 59 %). Халҡының 25 % трущобаларҙа көн итә.

Ченнаиның төп проблемаһы — халыҡтың артыҡ булыуы. Бейек йорттар төҙөлмәй тиерлек, был үҙ сиратында ҡаланың киңлеккә үҫеүенә һәм транспорт мәсьәләләре киҫкенләшеүенә, шулай уҡ ҡала ситендә санитар нормалары булмаған трущобаларҙың артыуына килтерә.

Халҡыны төп өлөшөн тамилдар тәшкил итә. Тамил теленән тыш, ҡалала инглиз теле киң таралыу алған. Ҡалала ҙур булмаған телугу телле диаспораһы йәшәй, шулай уҡ малаялам һәм каннада телдәре ҡулланыла.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың тарихи үҙәге порттан көньяҡҡа табан урынлашҡан.

Ченнаила артабанғы архитектура ҡомартҡылары урынлашҡан:

  • Капалишварар һәм Партасарати ғибәҙәтханалары (VII быуат)
  • Изге Фома католик соборы (1504)
  • Мең ут мәсете
  • маяҡ (1844)
  • Юғары судтың бинаһы (1892).

Ҡала тирәһендә Махабалипурам ҡалаһы урынлашҡан, бында VII-VIII быуатҡа ҡараған ғибәҙәтхана комплекстары, шулар иҫәбенә яр буйы ғибәҙәтханаһы, 10 мәмерйә ғибәҙәтханаһы, 5 тәгәрмәс-ғибәҙәтханалары, таштан яһалған һындар инә. Шулай уҡ Ченнаи ҡалаһы янында Чоламандалам рәссамдар ауылы бар[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. India: largest cities and towns and statistics of their population. World Gazetteer. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 август 2011. 21 июль 2009 тикшерелгән.
  2. India: metropolitan areas. World Gazeteer. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011. 21 июль 2009 тикшерелгән.
  3. Ченнай. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. Поспелов Е.М. 2001. (2001). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 ғинуар 2013. 31 декабрь 2012 тикшерелгән.
  4. Chennai floods: 'We had to pay a bribe to cremate our mother'. BBC (16 December 2015). 16 декабрь 2015 тикшерелгән.
  5. Страны и города: Современная иллюстрированная энциклопедия / Гл. редактор Горкин А.П. — М.: Росмэн, 2007. — Б. 505. — 576 б. — ISBN 978-5-353-02680-8.