Телугу теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Телугу теле
телугу теле తెలుగు
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан[1]
Барлыҡҡа килгән Андхра-Прадеш[d], Чхаттисгарх[d], Карнатака[d], Махараштра[d], Одиша[d], Пондичерри[d], Тамилнад[d] һәм Телингана[d]
Тел төрҙәре SOV[d], агглютинатив телдәр һәм флектив тел[d]
Килештәр каузатив[d]
Яҙыу телугу[d]
Телдә һөйләшеүселәр 82 000 000 кеше (2019)[2]
Ethnologue каталогында тел статусы 2 Төбәк[d][2]
Карта распространения
Викимедиа проекттарында тел коды te
 Телугу теле Викимилектә

Те́лугу телеҠалып:Словуд (తెలుగు) — дравид телдәренең береһе. Андхра-Прадеш һәм Телингана исемле Һиндостан штаттарында таралған, бында ул официаль статусҡа эйә, шулай уҡ телугу халҡы күпселекте тәшкил иткән илдәрҙә — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә, Фиджи һәм Маврикий утрауҙарында.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телугу — иҫке яҙыу теле; уның иң бороңғо һәйкәлдәре  беҙҙең быуатҡа тиклем V Iбыуат аҙағы —  VII быуат башында билдәләнә. Телугу телендә әҙәбиәт, башҡа дравидия телдәренә ҡарағанда, һуңыраҡ формалаша. Телугу әҙәбиәтенең йолаһының башын(джайни әҙәбиәтенең иң иртә һәйкәлдәре IX—XI быуатта Андхрала индуизм ҡабул иткәндән һуң бөтөрөлә) XI (Нанная Бхатта) һәм XIII быуатта (Тикканга, Ерапрагада) ижад итеүсе шағирҙар һала; улар телугу теленә классик боронғо һинди эпосы  Махабхаратаны әйләндерә (был эш һөҙөмтәһе Андхра Махабхарата исемен ала, бында Андхра — телугула һөйләшкән халыҡ  һәм улар йәшәгән ил исеме; ара- тирә был термин  телугу теленең тағы бер исеме булараҡ ҡулланыла.. Оригиналь әҫәрҙәре  XIV быутта барлыҡҡа килә, ә әҙәби теленең ҡәғиҙәләре санскрит и пракрит, санскританы мираҫ итеп алған,урта һинди әҙәби телдәре йоғонтоһонда XV—XVI быуаттарҙа формалаша.

Башҡа иҫке яҙыу дравидия телдәрендә һымаҡ уҡ, телугула классик әҙәби һәм һөйләү теле ныҡ айырыла. Ләкин бхати хәрәкәтенең дингә өндәүселәр шиғриәтендә (XII—XIII быуаттарында, ә һуңынан XV быуатында) һөйләү теле ҡулланылған, ә XIX быутта юлбашсыһы  яҙыусы Г. Аппарао булған хәрәкәт барлыҡҡа килә. Был хәрәкәт үҙенең маҡсаты итеп яңы, һөйләү теленә  яҡын булған, әҙәби тел булдырыруҙы ҡуйалар. XX быуатта яңы әҙәби тел нәфис әҙәбиәттә һәм киң мәғләмәт сараларында алдынғы позициялар ала. 1968 йылдан алып телугу академияһы эшләп килә, ул яңы әҙәби телдең грамматикаһын эшләү вазифаһын ала («вьявахарика»); иҫке әҙәби тел  («грантхика») тик сикләнгән өлкәләрҙә, атап әйткәндә- шиғриәттә һаҡлана

 Шабдачинтамани телугуның беренсе грамматикаһын («Талисман слов»)  Наннайа Бхатта XI быуатында төҙөй; хәҙерге ваҡытта телугуны өйрәнеү XIX быуатта башлана (Ч. П. Браун грамматикаһы һәм башҡа эштәре). 1832 йылда балалар өсөн үҙ эсенә телугуның яҙыуы һәм фонологияһы тураһында төп мәғлүмәт алған  Педда балашикша энциклопедияһы төҙөлә. Европа ғалимдарынан башҡа, телугу һинди ғалимдары менән дә Хайдарабад, Тирупати и Вишакхапаттанам ҡалаларының университеттарында өйрәнелә.

Лингвистик белешмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дравидия ғаиләһе
    • Көньяҡ-көнсығыш төркөмө 
    • Телугу теле

Тел төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 СтруктураҺы буйынса телугу «дөйөмдравидия стандартына» яҡын. Фонетик яҡтан каннада теле менән оҡшаш (бороңғо заманда уларҙын оҡшашлыҡтары тағы ла күберәк булған). Морфологияһында телугу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар заты формалары юҡлығы характерлы  (берлек һанында ир-ат заты һәм ир-ат заты булмаған заттарҙы айыралар, күплектә — исемдәрҙе атар өсөн «эпицен» һәм башҡа төрлө исемдәр өсөн урта зат.); бының менән телугу төньяҡ дравидия телдәре менән оҡшаш — курух һәм малто. Инде бороңғо телугула, башҡа дравидия телдәре менән сағыштығанда килеш системаһы ябайлаштырыла (уртаса алты килешкә ҡаршы дүрт килеш). Алмаш подсистемаһында, дравидия телдәренең күбеһендә һымыҡ, инклюзив («беҙ һеҙҙең менән») һәм эксклюзив («беҙ һеҙҙән башҡа») күплектең беренсе бите формалары айырыла. В изъявительном һәйкәлешенең позитив затында бер- береһенә ҡаршы ике ваҡыт формаһы ҡуйылған - хәҙерге - киләсәк ваҡыт һәм ябай үткән ваҡыт.; һәйкәлештәр һаны (изъявительное, повелительное, потенциальное и условное), киреһенсә, башҡа күп дравидия телдәренә ҡарағанда кп төрлөрәк. Синтаксис  дравидия телдәренә хас.

Яҙыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телугу ижек алфавит яҙыуы ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Телугу-рус практик транскрипция
  •  Телугу халҡы
  • Аччулу
  • Телугу телендә кинематограф (Толливуд)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ScriptSource - India
  2. 2,0 2,1 Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]