Эстәлеккә күсергә

Тирупати

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара Кришна Аңы Йәмғиәтенең Тирупатила Радха-Говинда ғибәҙәтханаһы

Тирупати (Инглиз телендә: Tirupati, Телугу телендә: తిరుపతి) — Һиндостанның Андхра-Прадеш штатында Читтур даирәһендә ҡала.[1]. Раяласима төбәгенең иң эре шәһәрҙәрҙең береһе. Көнсығыш Гхата тауҙары итәгендә Ченнайнан 100 км төньяҡта Андхра-Прадеш штатының баш ҡалаһы Хайдарабадтан 550 км көньяҡҡа табан урынлашҡан. Тирупати Индуизм динендә рухи сәйәхәт ҡылыуҙың иң күренекле урындарының береһе булып тора. Тирупатинан 10 км төньяҡ-көнбайышҡа табан, Тирумала ҡалҡыулыҡтары диңгеҙ дәрәжәһенән 853 метр өҫтөндә, Тирумала Венкатешвара Ғибәҙәтханаһы урынлашҡан, ул Вишну Хоҙайҙың иң төп формаларҙың береһенә - Венкатешвараға бағышланған. Уға йыл һайын миллиондарса дини сәйәхәт ҡылыусылар зиәрәт ҡылалар. Тирупати шулай уҡ Андхра-Прадештың ҙур иҡтисади һәм белем алыу үҙәге булып тора.
Тамил теленән тәржемә иткәндә, исеме "Лакшми Алиһәһенең ире" тигәнде аңлата. Тирупатины элекке беренсе алыу Тамил әҙәбиәтенең биш бөйөк эпосы "Шиллападикарам" һәм "Манимехалай"ла бар (беҙҙең эраның V-IV быуаттар).

Һиндстан халҡының 2011 йыл санын ҡабул итеү буйынса Тирупатиның халҡы һаны - 459 985 кеше; 231 456 - һе ир-ат һәм 228 529 - ы ҡатын-кыҙҙар. 6 йәшкә тиклем балалар - 41 589. Уҡый-яҙа белеү дәрәжәһе - 85,22%.[2].

  1. Falling Rain Genomics, Inc - Tirupati. fallinggrain.com. Дата обращения: 27 апрель 2007. Архивировано 21 апрель 2012 года.
  2. http://www.censusindia.gov.in/2011-prov-results/paper2/data_files/India2/Table_3_PR_UA_Citiees_1Lakh_and_Above.pdf