Йәрмәкәй
Ауыл | |
Йәрмәкәй башҡ. Ермекеево | |
Шарлама йылғаһы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһә | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34741 |
Почта индексы |
452190 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Йәрмәкәй (рус. Ермекеево) — Башҡортостандың Йәрмәкәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 3937 кеше[2]. Почта индексы — 452190, ОКАТО коды — 80 225 807 001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 3937 | 1873 | 2064 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихи белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Ҡаҙан даругаһы Ҡыр-Елан волосы Әбделкәрим ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса яҫаклы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр катлауына күсә) нигеҙ һала. Тәүге төпләнүсе Йәрмәкәй Сөйөндөковтың (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Йәрмәк Бәйкәшевтың) исеме менән аталған. 1749 йылдан бире керҙәш башкорттар, 18 быуат аҙагында — шул уҡ волостың Исламбахты ауылы татарҙары (дәүләт игенселәре) килеп утыра. 1795 йылда 11 йортта 59 кеше йәшәгән, 1865 йылда Йәрмәкәй (Бәйкәй) исеме менән теркәлгән, 140 йортта — 749 кеше. Игенселек, терлекселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. волос идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 3 бакалея кибете, теркәлгән; ауылда волос идараһы урынлашҡан була.
А.Х.Ғәлләмов, Ф.Г.Гиләжев, З.М.Йәнекәева, Г.М.Золоева, Э.А.Имелбаева, М.Х.Садыкова шул ауылда тыуған.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиләжев Фуат Ғарифулла улы [9.05.1924–16.11.2000), ғалим-хоҡуҡ белгесе, прокуратура органдары ветераны, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972–1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының юридик факультет деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Юридик фәндәр кандидаты (1970). РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1974). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[3].
- Зарипов Әбүзәр Ғариф улы (1.01.1938—11.02.2005), нефтсе-ғалим, шағир һәм публицист. Техник фәндәре кандидаты (1978), профессор, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2004). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994). Йәрмәкәй районының почётлы гражданы[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклпедияһы — Ғиләжев Фуат Ғарифулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2019)
- ↑ Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Зарипов Абузар Гарифович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғафаров Ғ. Ә., Әминев Т. И. Йәрмәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был Йәрмәкәй районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |