Эстәлеккә күсергә

Әминев Тәлғил Исмәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәлғил Исмәғил улы Әминев
Тыуған көнө

4 октябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Йәрмәкәй районы, Тарҡаҙы ауылы

Вафат булған көнө

10 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (85 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан, Бәләбәй ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
РСФСР һәм БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Әминев Тәлғил Исмәғил улы (4 октябрь 1930 йыл10 сентябрь 2016 йыл) — педагог, крайҙы өйрәнеүсе, музей белгесе, энциклопедист. РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1967) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Тәлғил Исмәғил улы Әминев 1930 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ы Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылында тыуған.

1948 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлай. Башта Тарҡаҙы тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй.

1953—1954 йылдарҙа Иҫке Шах ете йыллыҡ мәктәбендә завуч, ә 1954—1957 йылдарҙа Яңы Шах ете йыллыҡ мәктәбендә директор вазифаларын башҡара.

1956 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.

1957—1961 йылдарҙа Иҫке Турай урта мәктәбенең директоры була.

1961 йылдың майынан Йәрмәкәй, ә 1962 йылдың декабренән — эреләтелгән Бәләбәй район халыҡ мәғарифы бүлектәре менән етәкселек итә.

1965 йылдың сентябренән 2006 йылдың ноябренә тиклем Бәләбәй педагогия училищеһында эшләй:

  • директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары,
  • директор (1970—1975),
  • ижтимағи фәндәр уҡытыусыһы.

Бәләбәй тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы ойоштороусыларының береһе, ә 1966—1986 йылдарҙа — ошо музей советының рәйесе була. 1982—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында «Педагогия кадрҙары әҙерләү урыны» музейын ойоштора һәм уның менән етәкселек итә.

Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының III съезы (1959), VII Бөтә союз мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар эшмәкәрҙәре профсоюзы съезы (1972) делегаты була. Иҫке Турай ауыл советы депутаты, Йәрмәкәй район советы депутаты һәм ағзаһы (1961—1963), Бәләбәй ҡала советының халыҡ депутаты (1971—1975) итеп һайлана. Уның исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» («Лучшие люди России», 2006) энциклопедияһына кертелгән.

Фәнни-педагогик, тарихи-крайҙы өйрәнеү китаптарының авторы (2 монография) һәм авторҙашы (13 китап). Үҙәк, республика һәм төбәк баҫмаларында, шул иҫәптән «Башҡорт энциклопедияһы» күп томлығына һәм «Йәрмәкәй районы энциклопедияһы. Башҡортостан Республикаһы» («Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан», 2010) китабына, 200-ҙән ашыу мәҡәлә яҙа.

  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1975)
  • «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе
  • «Бөйөк Октябрь инҡилабына 90 йыл» иҫтәлек миҙалы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының почётлы гражданы
  • Шарафлисламов М. Д. Аминев Тальгиль Исмагилович // Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан / В. Я. Бабенко (гл. ред.), Т. И. Аминев (отв. ред.) и др.. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2010. — 200 с. — ISBN 878-5-85051-504-1.