Эстәлеккә күсергә

Шәрәфлисламов Мәҡсүт Динислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрәфлисламов
Мәҡсүт Динислам улы
Тыуған көнө

12 июнь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

журналист

Шәрәфлисламов Мәҡсүт Динислам улы (Мәҡсүт Шәрәф; 12 июнь 1950 йыл) — журналист. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).

Мәҡсүт Динислам улы Шәрәфлисламов 1950 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылында тыуған.

1969 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлай. Ҡыйғаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы була. Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, йәнә Ҡыйғаҙы мәктәбенә уҡытырға ҡайта.

1977 йылдан Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. 1980 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1986 йылдан «К новым победам» (хәҙерге «Ермекеевские новости») район гәзите мөхәрриренең урынбаҫары вазифаһын үтәй. 2007 йылдан «Ермекеевские новости» гәзитенең башҡорт телендә сыҡҡан «Етегән» ҡушымтаһы мөхәррире булып эшләй.

1987—1989 йылдарҙа Йәрмәкәй район Советы депутаты була. 1997 йылдан «Йәрмәкәй шишмәләре» әҙәби берләшмәһен етәкләй.

«Йәрмәкәй ере» («Земля Ермекеевская», 1999) китабының авторҙашы, «Күңел балҡыштары» («Күңел балкышлары», 1999) шиғри альманахының һәм «Во имя Победы. Ермекеевцы на фронтах Великой Отечественной войны 1941—1945» (2005) китабының автор-төҙөүсеһе, «Тулҡын йыры» («Дулкын җыры», 2005) шиғри йыйынтығының авторы.

«Йәрмәкәй районы энциклопедияһы. Башҡортостан Республикаһы» («Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан», 2010) китабына мәҡәләләр яҙа. С. М. Васильевтың «Әсә» поэмаһын тәржемә итеп башҡорт һәм татар телдәрендә баҫтырып сығара.

  • Аминев Т. И. Шарафлисламов Максут Динисламович // Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан / В. Я. Бабенко (гл. ред.), Т. И. Аминев (отв. ред.) и др.. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2010. — С. 178. — 200 с. — ISBN 878-5-85051-504-1.