Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөбәрәкша Сәфиулла улы Хәбибуллин
Тыуған көнө

23 апрель 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Талас ауылы

Вафат булған көнө

9 ноябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны

Бәләбәй ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

ер аҫты ремонтлау эштәре мастеры

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены — 1966

Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы (23 апрель 1917 йыл — 9 ноябрь 1997 йыл) — нефтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөбәрәкша Сәфиулла улы Хәбибуллин 1917 йылдың 23 апрелендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Талас‑Моҡша ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Талас ауылы) тыуған. Крәҫтиән ғаиләһенән.

1932 йылда Бишбүләк ауылында йәмәғәт малын көтә. Һуңғараҡ — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Арслан совхозының Үҙәк бүлексәһендә ат ҡараусы. 19351937 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Ишембай ҡасабаһында егеү базаһында күсер булып эшләй. «Башнефть» нефть промыслының икенсе тресында ер аҫты бригадаһында ябай эшсе була (1937—1938). Армияға киткән мәлендә, 1938 йылда, ер аҫты скважиналарын ремонтлау эшендә йөрөй, 1940 йылда Ҡыҙыл Армиянан Ишембайға әйләнеп ҡайта. 1-се һәм 6-сы нефть промыселдәрендә асҡыссы була, «Ишембайнефть» тресының ер аҫты ремонтлау эштәренең комплекслы бригадаһында мастер, оператор булып эшләй (1940—1955). 1955—1977 йылдарҙа —"Башнефть" ПО -ның (Бәләбәй ҡалаһы) "Аксаковнефть " нефть эшкәртеү ҡулайламаһы операторы, Карлин нефть промыселында ер аҫты ремонтлау мастеры.

Хәбибуллиндың вахтаһы беренселәрҙән булып ер аҫты скважиналарын ремонтлау эшендә күсмә агрегат ҡуллана башлай. Нефть етештереү идаралығы етештереүҙә күсмә агрегаттар ҡулланыу арҡаһында 56 мең аҡсаһын һаҡлап ҡалыуға өлгәшә.

1978 йылда «Башнефть» етештереү берекмәһенең Бәләбәй быраулау эштәре идаралығында такелажсы булып хеҙмәт итә.

1984 йылда хаҡлы ялға сыға. 1997 йылдың 9 ноябрендә Бәләбәй ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефть етештереү буйынса ете йыллыҡ планды үтәүҙә күренекле хеҙмәте һәм эшендәге юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 май Указы менән М. С. Хәбибуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ленин ордены (1966), миҙалдар, БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1962) менән бүләкләнә.

Шулай уҡ ҡарарға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]