Эстәлеккә күсергә

Кувшинов Леонид Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кувшинов Леонид Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 5 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Йылайыр, Йылайыр районы
Вафат булған көнө 18 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Монино[d], Щёлковский район[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Монинское мемориальное военное кладбище[d]
Һөнәр төрө летчик-һынаусы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Кувшинов Леонид Михайлович (5 август 1914 йыл — 18 август 1973 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник (1957). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1957). СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1959).

Леонид Михайлович Кувшинов 1914 йылдың 5 авгусында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Преображенск заводы ауылында[1] эшсе ғаиләһендә тыуған. Рус. 1946 йылдан — КПСС ағзаһы.

7 кластан һуң педагогия техникумының 2 курсын тамамлай һәм Йылайыр районының Ҡананикольский ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1932 йылдан Мәскәүҙә йәшәй, «Шарикоподшипник» заводында эшләй, аэроклубта уҡый.

Ырымбур хәрби авиация училищеһын, 1937 йылда Борисоглеб хәрби авиация лётчиктар мәктәбен тамамлай. Инструктор-лётчик булып хеҙмәт итә.

1939 йылдан — СССР-ҙың Хәрби-һауа көстәре ғилми-тикшеренеү институтында (НИИ ВВС) осоу-һынау эшендә.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Көнбайыш фронтының махсус тәғәйенешле 401-се истребителдәр авиация полкы составында һуғыша. Артабан — ҡабаттан һынау эшендә.

И-185, Як-1б М-105ПА (1942), FW-190D-9 (1944), Як-3Т, Як-9УВ (1945), Як-3 с ВК-107А, Як-9П, «130» (Ла-9), И-301 (МиГ-9) (1946), СМ-12 (1958), СМ-30 самолеттарҙы һынауҙа ҡатнаша. 27 йыл дауамындағы осоу эшендә Л. М. Кувшинов 100-ҙән ашыу самолет төрөн һәм уларҙың модификацияларын үҙләштерә, бер нисә мең ҡатмарлы осош башҡара. Беренсе булып МиГ-17 реактив самолетын һынай. 3152 сәғәт һауала үткәрә. 1947 йылда СССР Һауа флоты көнөндә парадта ҡатнаша (Ла-11 с ПуВРД-ты йөрөтә).

Хеҙмәт бурысын өлгөлө үтәгәне, самолеттарға һәм башҡа техникаға һынау үткәргән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1957 йылдың 9 сентябрендә полковник Леонид Кувшиновҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

1962 йылдан полковник Кувшинов — запаста. Космонавтарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша.

1973 йылдың 18 авгусында вафат була. Мәскәү өлкәһенең Монино ҡасабаһында Монин мемориаль хәрби зыяратында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1957 йылдың 9 сентябрендә «Хеҙмәт бурысын өлгөлө үтәгәне һәм самолеттарға һәм башҡа техникаға һынау үткәргән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» полковник Кувшинов Леонид Михайловичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 11103 тапшырыла.
  • СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1959).
  • ике Ленин ордены,
  • дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • Миҙалдар.
  • Башҡортостандың Йылайыр районы Йылайыр ауылында Леонид Кувшинов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа, 1979.