Преображенск заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Преображенск заводы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1750

Преображенск заводы — Йылайыр йылғаһы буйындағы Ырымбур губернаһының баҡыр иретеү заводы. 650 завод крәҫтиәне һәм оҫталары эшләгән завод тирәләй ошо уҡ исемле ауыл барлыҡҡа килә, хәҙер Йылайыр ауылы. 1750 йылда Нуғай даруғаһы Бошман Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә төҙөлгән. Хужалары — Твердышев Яков Борисович һәм [[Мясников Иван Семёнович|[1]. Преображенск тау округына ингән.

1782 йылдан алып Т. Я. һәм Г. И. Бибиковтар — завод хужалары, 1783 йылда Г. И. Бибиков Преображенск заводын Ырымбурҙың атаҡлы гражданы Дмитрий Кузьмич Крашенинниковҡа һата. 1789 йылда Крашенинников Мәскәүҙә билдәле кеше булған Гусятников Петр Михайловичҡа заводты 200 мең һумға һатып ебәрә. 1846 йылдан — М. В. Пашков, 1867 йылдан алып завод — Дворяндар опекаһы, 1870 йылдан — «Прогден, Леббок һәм К°», 1871 йылдан — «Рус баҡыры» ҡарамағында, 1884 йылда һәм 1891 йылда — В. Н. Охотников, 1890 йылдан — Пашковтар хужалыҡ итәләр[2].

Йылайыр ауылында завод янындағы быуа.

XVIII быуат аҙағында заводҡа яҡынса 105 мең дисәтинә ер ҡарай, 92 руднигынан 12-һе эшләй; 6 баҡыр иретеү мейесе, 4 шплейзофен һәм 3 йәмшәйтеү горны, 1870 йылдарҙа 11 баҡыр иретеү мейесе, гармахер, шплейзофен һәм штык горндары, 2 сүкеше, пар машиналары була. Заводта XVIII быуат аҙағында — 726, XIX быуат уртаһында 2371 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә. XVIII быуатта — 300,6 мең бот, эшләү дәүерендә 992,6 мең бот баҡыр иретелә, максималь етештереүсәнлек — 17,9 мең бот (1855), йылына уртаса етештереүсәнлек 14,3 мең бот тәшкил итә (XVIII быуат)[2].

Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Преображенск заводы халҡы Пугачев ихтилалына 1773 йылдың октябрендә ҡушылалар һәм 1774 йылдың апрель башына тиклем заводты үҙ ҡулдарынан ысҡындырмайҙар[3] Май аҙағында баш күтәреүсе башҡорттар производство биналарын һәм ҡоролмаларҙы емерәләр, ҡорамалдарҙы сафтан сығаралар. Тергеҙеү эштәре ике йыл дауамында бара: 1776 йылдың көҙөндә генә завод продукция сығара башлай[4][5].

1867—1872 йылдарҙа һәм 1880—1906 йылдарҙа завод эшләмәй. 1908 тулыһынса йылда ябыла[2].

Хәҙерге завод ҡасабаһы урынында Йылайыр районының Йылайыр ауылы (район үҙәге) урынлашҡан. Оҫтахана биналары (1748) — архитектура ҡомартҡыһы итеп танылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Твердышевы, Иван Борисович и Яков Борисович // Русский биографический словарь : в 25 томах — СПб.М., 1896—1918.
  2. 2,0 2,1 2,2 ПРЕОБРАЖЕНСК ЗАВОДЫ // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Об этом упоминал А. С. Пушкин в подготовке к «Истории Пугачева», Пушкин. Т.IX. С.779, 780, 785
  4. Павленко Н. И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962. С.240, 241
  5. Андрущенко А. И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. М., 1969. С.328, 329

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]