Ҡыҙыл таң (гәзит)
Уҡыу көйләүҙәре
(Кызыл таң битенән йүнәлтелде)
«Ҡыҙыл таң» | |
Тип |
Республика ижтимағи-сәйәси гәзите |
---|---|
Форматы |
4 A2 бите |
Тиражы |
29 мең (2015) |
Веб-сайты |
http://www.kiziltan.ru/ Наградалары: |
Ҡыҙыл таң (татар. Кызыл таң) — Башҡортостан Республикаһының татар телендә Өфөлә нәшер ителгән ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хɵкүмəте.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1918 йылдың 1 мартында «Башҡортостан» гәзите менән бергә Ырымбурҙа баҫтырыла башлай. Ошо дата гәзиттең барлыҡҡа килеү көнө тип иҫәпләнә.
- 1924 йылдың апреленән башлап «Башҡортостан» гәзитенең татар телендә ҡушымтаһы булып сыға. Ошо уҡ йылдың 2 авгусынан «Яңы ауыл» («Яңа авыл») исеме менән баҫыла.
- 1930 йылдан 1941 йылғаса «Коммуна» исеме менән нәшер ителә.
- 1941 йылдың 8 июленән 1944 йылдың 12 мартына хәтлем гәзитте сығарыу туҡтатылып тора — гәзиттең бар журналистары һуғышҡа китә.
- 1944 йылдың 12 мартынан башлап үҙаллы баҫма булып хәҙерге исеме менән баҫтырыла.
Баш мөхәррирҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1918—????: Бәхтигәрәй Шәфиев.
- 1924—1937: Муса Йосопов, Ғайса Ғәббәсов һәм Имай Насыри;
- 1937—1941: Мөхәммәт Бикбулатов, Шәрәфи Шаймарҙанов;
- 1944: Ғәли Ризуанов;
- 1944—1948: Ғата Нурулла улы Алмаев;
- 1948—1950: Ғарифулла Ғөзәйеров;
- 1950—1951: Фәйзи Ғилметдин улы Шаяпов;
- 1951—1964: Ғата Нурулла улы Алмаев;
- 1964—1967: Таһир Ахунйәнов;
- 1967—1986: Рәмил Мирғәзиән улы Дашкин;
- 1986—1991: Муса Ғайса улы Мулюков;
- 1991—1994: Рәсих Ханнанов;
- 1994—2001: Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаев;
- 2001 йылдың 1 февраленән — Фаил Фәтхетдинов.
Билдәле хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәзиттә Башҡортостандың күп танылған яҙыусылары һәм шағирҙары эшләгән:
- Мәжит Ғафури, Әнғәм Атнабаев, Сәйфи Ҡудаш — Башҡортостандың халыҡ шағирҙары;
- Нәжиб Асанбаев — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы;
- Ғариф Ғүмәр, Фәнил Әсәнов, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Исламов, Хәмит Сәмихов, Әсғәт Мирзаһитов — яҙыусылар;
- фән докторҙары: Үзбәк Ғимаҙиев, Илдар Низамов, Марсель Бакиров һ. б.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1968).
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ҡыҙыл таң» гәзите 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башинформ» агентлығы — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшылар рәтендә. , 2016, 15 декабрь (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2016)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл таң (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Гәзиттең сайты 2010 йыл 15 февраль архивланған., урыҫ телендә бите 2011 йыл 18 март архивланған.