Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәнил Әсәнов
Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы
Тыуған көнө:

30 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Боҙаяҙ ауылы

Вафат булған көнө:

31 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир, драматург

Ижад йылдары:

1960 - 1988

Йүнәлеше:

сәсмә әҫәр яҙыусы

Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы (30 декабрь 1929 йыл30 ғинуар 1995 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1948 йылда Боҙаяҙ районында урта мөктөпте тамалай, гәзетала эшләй;
1953 йылда ВЛКСМ-дың Боҙаяҙ район комитетының беренсе секретаре итеп һайлана;
1955 йылда «Башҡортостан әҙәбиәте» журналында «Шоферҙар» исемле беренсе хикәйәһе баҫтырыла ;
1955—1959 йылдарҙа Өфөлә Юғары партия мәктәбендә уҡый;
1959 дан алып — «Ҡыҙыл тан» республика гәзите редакцияһында эшләй 1960 йылда «Йүкәләр сәскә атҡанда» исемле беренсе хикәйәләр йыйынтығы баҫыла;
1963 йылда Башкорт АССР-ы Журналистар союзының яуаплы секретары итеп һайлана;
1970 — 1984 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты һаҡлау комитетының Башҡортостан бүлексәһе яуаплы секретаре;
С 1984 йыл — профессиональ яҙыусы.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәсмә әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йүкәләр сәскә атҡанда. Хикәйәләр. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1960, 122 бит (башҡорт телендә)
  • Чапай командаһы. Хикәйә. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1962, 92 бит (башҡорт телендә)
  • Вәғәҙә. Повесть. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1965, 154 бит (башҡорт телендә)
  • Урмансы малайы. Повесть. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1966, 95 бит (башҡорт телендә)М., «Дет.лит.», 1972, 110 бит (рус телендә)
  • Журавли возвращаются вновь. Повесть и рассказы. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1968, 212 бит (башҡорт телендә; М., 1981, 223 бит (рус телендә)
  • Япраҡтарҙы сәскәләр янырта. Повесть һәм хикәйәләр . Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1970, 172 бит (башҡорт телендә)
  • Һайланған мөхәббәт. Повесть һәм хикәйәләр . Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1971, 176 бит (башҡорт телендә)
  • Йондоҙҙар яуғанда. Повестәр. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1974, 318 бит (башҡорт телендә)
  • Мөғәлимә апай. Хикәйәләр . Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1978, 176 бит (башҡорт телендә)
  • Мөхәббәт һағышһыҙ булмай. Повесть. Башҡорт китап нәшриәте, 1979, 263 бит (башҡорт телендә)
  • Уттар ғына ҡалды. Повести. Башҡорт китап нәшриәте, 1981, 274 бит (башҡорт телендә)
  • Ышаныс. Роман. Башҡорт китап нәшриәте, 1985, 294 бит (башҡорт телендә)
  • Ҡынғыраулы гармун. Повесттәр һәм хикәйәләр. Башҡорт китап нәшриәте, 1988, 112 бит (башҡорт телендә)

Драма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Драма «Тол ҡатындар» (« Япраҡтарҙы сәскәләр янырта» повесы буйынса) ,
  • комедия «Кин урамдар тар ине» ([[Н.Әсәнбаев менән берлектә),
  • драма «Күнелдән һөйләшеүҙәр»,
  • драма «Ал тандар».

Шиғырҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыр һүҙҙәрен яҙыусы булараҡ та билдәле, «Янғантау баҫҡыстары», «Иҫләйһенме, иркәм?», «Әйтмәгеҙ һеҙ, әсәйҙәргә ауыр һүҙ» һәм башҡалар кин билдәле йырҙар һанала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфөлә Достоевский урамының Фәнил Әсәнов йәшәгән 102/3 йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
  • Яҙыусынын исемен Боҙаяҙ урта мәктәбе йөрөтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә