Ишембаев Ринат Сәхиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембаев Ринат Сәхиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 5 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Ишембаев Ринат Сәхиулла улы (5 август 1976 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, судья. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара мастер (2001).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ринат Сәхиулла улы Ишембаев 1976 йылдың 5 авгусында Иҫке Ишембай биҫтәһендә, элекке Ишембай ауылында тыуған. Ишембай ауылына нигеҙ һалған йөҙ башы Ишембай Аҡбирҙин тоҡомо.

«Башнефть» профессиональ шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А. Э. Гетманский, Ю. В. Черток). Клуб составында Рәсәй чемпионы (2001, 2006), клуб составында Европа кубогын яулаусы (2001). Башҡортостан йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионы була[1]. «Башнефть» шашка клубы составында күп тапҡыр Европа чемпионы һәм Рәсәй кубогына эйә була[2][3]. Кадеттар (1989, 1990), йәштәр (1997, 1999) араһында Рәсәй чемпионы.

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]