Эстәлеккә күсергә

Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы
Файл:AhmadievV.jpg
Тыуған көнө:

5 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ғүмәр ауылы

Вафат булған көнө:

20 октябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (46 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жанр:

шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (5 август 1937 йыл — 20 октябрь 1983 йыл) — башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976).

Вафа Исхаҡ улы Әхмәҙиев 1937 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен һәм 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡорт филологияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1970 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ҡулъяҙма һәм боронғо китаптар йыйыу буйынса археографик экспедицияларҙа ҡатнаша.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылдар аҙағында республика ваҡытлы матбуғатында Вафа Әхмәҙиевтың тәүге шиғырҙары баҫыла башлай. 1968 йылда Башкнигоиздатта уның тигән тәүге «Устремление» шиғри йыйынтығы донъя күрә. Уның артынан «В душе — оседланный конь» исемле тағы бер китабы нәшер ителә. «Устремление» (1968), «В душе — оседланный конь» (1973) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарында шағир тыуған ерен данлай, үҙ быуынының хистәре һәм фекерҙәре менән уртаҡлаша. Вафа Әхмәҙиевтың шиғырҙары тапҡырлыҡ, лиризм һәм хис-тойғололоғо менән айырылып тора. Балалар өсөн сығарылған «Взойди, взойди, солнышко!» (1979) исемле шиғырҙар китабында Вафа Әхмәҙиев бай халыҡ фольклорының традицион формаларын ижади һәм органик рәүештә ҡуллана. Балалар әҙәбиәте тураһында бер-нисә мәҡәлә яҙған. Михаил Воловиктың «Сказание о Ерэнсэ-сэсэне» әҫәрен башҡорт теленә тәржемә иткән[1][2].

Владимир Романов юбилей айҡанлы яҙған мәҡәләһендә: «Рауил Бикбаевтың („Шағирҙың гражданлыҡ йөҙө“) һәм Назар Нәжмиҙең („Кеше күңелдәрен асыусы“) ул тыуҙырған ижади портреттары белгестәрҙә генә түгел, ә киң ҡатлам уҡыусылырында ҡыҙыҡһыныу уята, ә уның „Башҡорт әҙәбиәтендә традицион образдар“, „Фәнни-техник прогресс һәм башҡорт әҙәбиәте“, тигән мәҡәләләре һәм әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы тураһындағы очерктары ижтимағи резонанс тыуҙырҙы».

«Башҡорт әҙәбиәте тарихынан» (1975) китабында «ХХ быуатта башҡорт шиғриәте» исемле монографик очерк баҫтырып сығара.

  • Взойди, солнышко! : [Стихи. Для дошкол. возраста] / Вафа Ахмадиев; [Худож. А. Веселов], 30 c. цв. ил. 20 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1979
  • Связь поколений : Ст. по истории башк. лит. и о современ. лит. процессе / Вафа Ахмадиев, 216 с. 20 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1985
  • Цена слова : Стихи / Вафа Ахмадиев, 95 с. портр. 18 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1983
  • Закир Хади (1863—1932)/История башкирской литературы начала XX в. 2016 йыл 4 март архивланған. // Ватандаш, февраль 2012.
  • АХМАДИЕВ Вафа Исхакович//Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 80. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.