Эстәлеккә күсергә

Ҡолбирҙе (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡолбирҙе (рус. Кульберда) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Атамаһы Ҡолбирҙе ир-егет исеменән алынған[1].

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолбирҙе йылғаһы буйында, Яңы Һары ауылынан 47 км алыҫлыҡта (Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы сигендә) урынлашҡан булған.

Элекке Ҡолбирҙе ауылы тирәһендә һоро күмер ҡатламы (ҡалынлығы 1 метрға тиклем) бар.

Ауылға үҫәргән ырыуы башҡорттарыУлтыраҡ һәм Бикбау ауылдары кешеләре нигеҙ һалған[2].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны, 1930 йылдың 20 авгусынан Хәйбулла районы составына индерелә.

1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1950 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Хәлил районы составында була. 1950—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Яңы Покровка районы составында була. 1959 йылдан Хәлил районы (1960 йылда Гай районы тип үҙгәртелә), ә аҙаҡ Ҡыуандыҡ районы составында була.

1970-се йылдарҙың аҙағында ауыл юҡҡа сыҡҡан[1].

  1. 1,0 1,1 Стрельников С. М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, 1994. — С. 84. — ISBN 5-900802-02-7.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.