Адаев (Ырымбур өлкәһе)
Адаев | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 88 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462230 |
Адаев (рус. Адаево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Адаев Краснознаменка ауылынан 10 км алыҫлыҡта, Ҡорүҙәк йылға тамағынан 700 м алыҫлыҡта урынлашҡан.
- Климаты
Адаев ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[3].
- Сәғәт бүлкәте
Адаев ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4]. |
[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ХХ быуат башында башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә нигеҙ һалынған. Риүәйәт буйынса, күсенеүселәр Адаев фамилиялы булған. Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников шулай уҡ Адаев төрки сығышлы Аҙай тигән исемдән тигән фекер яҙа[6].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Географические названия Кувандыкского района» тигән китапта (авторы Сергей Михайлович Стрельников) халыҡ телендә ҡайһы саҡ Адаев утары тип йөрөтөүҙәре бәйән ителә. 1901 йылғы «Списки населенных мест» тигән һүҙлектә — хутор Адаевский, при р. Кара-Илге. Ауылды Адаев фамилиялы кешеләр һатып алғанға күрә исеме лә шулай аталып киткән.
Ҡаҙаҡтар уйлап сығарған риүәйәт тә бар: имеш, был ерҙәрҙә уларҙың аҙай ырыуынан бер ҡарт йәшәгән — уны урыҫ күскенселәре йәшәгән еренән ҡыуып сығарған булған. Әйткәндәй, ҡаҙаҡтарҙың аҙай ырыуы вәкилдәре Урал ҡасабаһында йәшәй, тип билдәләй С. М. Стрельников[7].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[8] |
88 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ Адаево, деревня. В некоторы х окрестных селах ее иногда именуют Адаев хутор. По сведениям местных жителей, деревня основана в начале 20 в. на земле, купленной у башкир. По преданию, первопоселенцы носили фамилию Адаевы (а она, в свою очередь, восходит к тюркскому мужскому имени Адай). Есть и другая версия. Казахи из пос. Урал рассказывают, что прежде на месте деревни Адаево жил старик из рода адай, которого якобы выгнали русские переселенцы. Отсюда и название. Казахское родо-племенное наименование адай хорошо известно, представители данного рода живут, в частности, в пос. Урал - Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.'
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.