Дубиновка (Ырымбур өлкәһе)
Дубиновка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 449 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462200 |
Дубиновка — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тимер юл станцияһы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станция округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан 32 километр көнбайыштараҡ, Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дубиновка торамаһының климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләнә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, ул яҡынса 150 көн ята[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әле станция төҙөлә башлағанға тиклем үк Дубиновский утары барлыҡҡа килгән булған, ул 1901 йылдан билдәле. 1910-сы йылдарҙың беренсе яртыһында тимер юл төҙөү барышында ошо станция булдырыла, һәм ул да эргәләге ауылдың исеме буйынса атала башлай. Совет осоронда Һарыҡташ районы Ҡандәүер ауылынан бында йәшәргә нуғайҙар күсеп килә[4].
2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].
2016 йылға тиклем Дубиновка Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында, станцияға исем биргән утар эргәләге имән урманынан атама алғандыр, тигән фекер белдерә. 1960 йылғы сығанаҡта районда ике торама — Ейәнсуранан 6 км алыҫлыҡта станция, һәм шул уҡ Ейәнсуранан 3 км алыҫлыҡта Дубиновка тип аталып йөрөтөлөүен билдәләгән[7].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 549 кеше (урыҫ 73 %) , 2010 йылда 449[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ В источнике 1960 г. — станция Дубиновка (6 км от Зиянчурино) и деревня Дубиновка (3 км от Зиянчурино). Скорее всего, название хутор получил по дубовой роще. Оно может происходить от украинского дубина — «дуб», «дубовый лес» (в Хмельницкой обл. на Украине — «гора, покрытая лесом только на вершине», «холм в лесу, покрытый деревьями») — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.