Эстәлеккә күсергә

Ҡансура Карьеры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡансура Карьеры
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 34 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462205
Карта

Ҡансура Карьеры (рус. Канчеровский Карьер) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Ҡасаба округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көнбайыш-төньяҡ-көнбайыштараҡ, яҡынса 17 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡасабаның климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Ҡасабаға совет осоронда ҡырсынташ сығарыу урыны янында нигеҙ һалынған. Торама эргәһендә урынлашҡан Башҡорт Ҡансураһы ауылы исеменән алып бирелгән[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған.

Карьерға исем Башҡорт Ҡансураһы ауылы исеменән бирелгән, сөнки ҡырсынташ ошо ауылдан йыраҡ түгел сығарылған. С. М. Стрельников - Ырымбур өлкәһенең топонимикаһы белгесе, уның «Кувандыкский край в географ ических названиях» тигән китабында биргән мәғлүмәт буйынса, Ҡансура - башҡорт исеме, был исем менән Башҡорт Ҡансураһы һәм Урыҫ Ҡансураһы тигән ойконимдар барлыҡҡа килгән. Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән "Башҡорт исемдәре" һүҙлегендә Ҡансура исеме, хан+сура һүҙҙәренән хасил булған; батыр, ҡыйыу; хаким тигән мәғәнәләр бирә, тигән аңлатма бирелгән[5][6].

Икенсе исеме "Ҡансыра ҡырсынташ карьеры ҡасабаһы".

2002 йылдың халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса 38 кеше (урыҫтар 87%) даими йәшәгән, 2010 йылда 34 кеше ҡалған[7].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 70-се бит
  6. Башкирское Канчерово — именуется так по преобладающему башкирскому населению — в отличие от расположенной в этой же сельской администрации д. Русское Канчерово, где живут русские. В «Списке населенных мест» 1871 г. — д. Канчурина (Кончурина, Кипчак). В списках 1901 г. — хутор Канчуринский. В речи жителей района — Башканчерово, а по-башкирски — Кансура — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  7. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 70-се бит