Эстәлеккә күсергә

Яңы Һамар (Ҡыуандыҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Һамар
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 534 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462221
Карта

Яңы Һамар (рус. Новосамарск) —Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл Бохарсы йылғаһының һул яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 5 километр алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Ауылдың климаты Ҡыуандыҡ районына хас — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Халыҡ телендәге рәсми булмаған атамаһы — Бохарсы (йылғаһы буйынса). 1901 йылғы исемлектә Һамар губернаһы күскеселәре тарафынан нигеҙ һалынған Һамар утары тип билдәләнгән. Һуңғыраҡ сығанаҡтарҙа Яңы-Һамар атамаһы менән телгә алына[4].

Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ҡыҙыл Һаҡмар ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған[7].

2002 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса 816 кеше (урыҫ 70 %) даими йәшәгән, 2010 йылда — 534[8].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
  6. Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
  7. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О преобразовании муниципальных образований, расположенных на территории Кувандыкского района Оренбургской области» (с изменениями на: 12.11.2015)
  8. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.