Урал (Ырымбур өлкәһе)
Урал | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 686 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462233 |
Урал — Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округы Урал ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан. Урал ҡасабаһы Урал йылғаһының һул ярында Ҡыуандыҡ ҡалаһынан 45 саҡрым алыҫлыҡта[3][4]
Аэропорттарға тиклем: Ырымбур — 152 км, Орск — 83 км. Яҡындағы тораҡ пункттар: Ҡаратал ҡасабаһы — 3 км, Жанатан, Ильинка ауылдары — 8 км, Маяҡлы ҡасабаһы — 10 км [3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылда «Ҡыуандыҡ» совхозында һәм Ҡыуандыҡ районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Дәүләт фонды ерҙәренең бер өлөшөндә итселек-һарыҡсылыҡ совхозы ойошторола. Совхоз составына ойошҡан малсылыҡ фермалары ингән, уларҙың ҡышлаған урынында малсылар өсөн ҙур булмаған торамалар барлыҡҡа килгән, һәм улар 2-се Ферма, 3-сө Ферма, 4-се Ферма, 5-се Ферма тип аталған.
Малсыларҙың һәр ҡасабаһында 1949 йылда уҡ башланғыс мәктәп булған. Совхоздың үҙәк усадьбаһы 1-се Ферма ҡасабаһына нигеҙләнгән. Ул саҡта ҡасаба «Ҡыуандыҡ» совхозының Үҙәк усадьбаһы тип атала.
1966 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Ҡыуандыҡ» совхозының үҙәк усадьба ҡасабаһы Урал тип үҙгәртелә[5]
1966 йылдан алып ҡасаба рәсми рәүештә Урал ҡасабаһы тип атала башлай. Жанатан ауыл Советы Урал ауыл Советы биләмәһендә тип (1966 йылдан алып) үҙгәртелә, мәгәр бында Урал ауыл Советы үҙәге 1957 йылда ғына күсерелә.
Урал ҡасабаһы ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса «Приуральский» совхозының бер нисә йорттан торған малсылыҡ фермаһы ҡасабаһы, йәки ошо уҡ совхоз фермаһының ҡышлауы булараҡ 1941 йыл башында ойошторолған.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Урал ҡасабаһында йорт-ихаталар — 285, халыҡ һаны — 777 кеше; урта мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, участка дауаханаһы (амбулатория), почта бүлексәһе эшләгән.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[6] |
686 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Топонимы Кувандыкского района. Ч. 2
- ↑ Краткая информация о Урале
- ↑ Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. «О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области» // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.