Эстәлеккә күсергә

Калиновка (Ҡыуандыҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Калиновка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 4 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462225
Карта

КалиновкаРәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөнөң көнсығыш яғында, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ-көньяҡ-көнсығыш (SSE) тарафта яҡынса 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 288 метр [3].

Климаты

Калиновка ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[4].

Сәғәт бүлкәте
МСК+2 (Өфө ваҡыты)
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Калиновка ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5].

[6].

2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[7] Калиновка 2015 йылдың 1 майына тиклем[8] хәҙер инде бөтөрөлгән Беренсе Май ауыл Советы составына ингән була.

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында, ауыл атамаһы янындағы баланлыҡтар менән бәйле, тип бәйән итә. Ауылдың иҫке атамаһы Пудовкин тигән кеше фамилияһы менән йөрөтөлөүен дә телгә ала [9].

Гендер составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының гендер структураһында ир-егеттәр 50 % , ҡатын-ҡыҙҙар 50 % процент тәшкил иткән.

Милли составы

2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, 8 кешенән торған халыҡтың милли структураһын 87 процент урыҫтар тәшкил иткән [10]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Kalinovka (ингл.). GeoNames.
  4. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  5. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  6. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  7. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
  8. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О преобразовании муниципальных образований, расположенных на территории Кувандыкского района Оренбургской области» (с изменениями на: 12.11.2015)
  9. Калиновка, деревня в 3 км к северо-западу от Первомайска. Наименование указывает на то, что она расположилась рядом с кустарниками калины. Старое название селения — Пудовкино (от фамилии Пудовкин) Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  10. Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.