Сабатар (Ырымбур өлкәһе)
Сабатар | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 517 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462203 |
Сабатар (рус. Чеботарево) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Иҙәш[3] һәм Ҡаҫмарт йылғаһының һул ярында, уға Бәрҙеле йылғаһы ҡушылған урында урынлашҡан. Ырымбур өлкәһен ойошторған саҡта Башҡортостан сигенән 1 генә км йыраҡлыҡта тороп ҡалған, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан 33 км төньяҡ-көнбайыштараҡ, өлкә үҙәге Ырымбур ҡалаһынан көнсығышҡа табан — 130 км алыҫлыҡта.
- Сәғәт бүлкәте
Сабатар ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4]. |
[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл XIX быуаттарҙан, һуңғы өс тиҫтә йыл эсенән йәшәп килә. С. М. Стрельниковҡа мәғлүмәт биргән Б. А. Коростин тигән кеше, ауыл 1883 йылда барлыҡҡа килгән, тигән[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылды ҡайһы саҡ Чеботари тип атайҙар, ә башҡорттар Себатар йә Сабатар тип исемләй, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. 1901 йылғы исемлектә — хутор Чеботаревский, күрәһең яңылышлыҡ менәндер, Бохарсы йылғаһы буйында урынлашҡан тип яҙылған булған. Ауылға исемде беренсе булып килеп ултырған отставкалағы полковник Н. X. Чеботарёв фаилияһынан биргәндәр[6].
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл урамдары 12. Ауылда мәктәп, 3 магазин, почта бүлексәһе, шулай уҡ ауыл клубы бар.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[7] |
517 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ Село иногда называют — Чеботари, в речи башкир и татар — Себатар, Сабатар. В «Списках» 1901 г. — хутор Чеботаревский, при р. Бухарче (вероятно, река указана ошибочно). Основан в последней трети 19 в. (по сведениям Б. А. Коростина — в 1883 г.). Название дано по фамилии первого жителя — подполковника в отставке Н. X. Чеботарёва (см. статью 3. Окшиной в газете «Новый путь», Кувандыкский р-н, октябрь)Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.