Эстәлеккә күсергә

Оноприеновка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оноприеновка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 453 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462201
Карта

Оноприеновка — Рәсәй ФедерацияһыЫрымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Күскенселәр нигеҙ һалған ауылдарҙың береһе. Рәсми сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, Оноприеновка Полтава губернаһынан күсеп килгән украиндар тарафынан нигеҙләнгән[3], даталар буйынса мәғлүмәттәрҙе ситләтеп репрессияланғандар исемлеге аша белеп була. Оноприеновка ауылының тарихы В. Г. Кулинич, С. М. Стрельников авторлығында 2001 йылда сыҡҡан «Оноприеновка ауылы тарихы» китабында һүрәтләнгән. Нигеҙләнеү датаһы мәғлүмәттәре буйынса айырмалар бар, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса был 1896 йәки 1898 йылда, икенсе берәүҙәрендә 1901 йыл тип күрһәтелә.

Халыҡ хәтерендә йәшәгән риүәйәттәрҙең береһе буйынса, Оноприеновка ауылы урынлашҡан урында үрҙә күрһәтелгән даталарға тиклем үк йәшәгәндәр, Новомихайловский (1892 й.) тигән утар булған.Әммә ХХ быуат башында башҡорттарҙың йылҡы өйөрө ерҙе тапау менән бәйле низағ килеп сыҡҡан. Новомихайловский крәҫтиәндәре башҡорттарҙың бер атының телен ҡырҡҡан, ә тегеләре, үҙ сиратында, уларҙың утарын яндыра. Утар кешеләренә күсеп китергәтура килә. Риүәйәттең дөрөҫлөгөн тикшереү мөмкин түгел, тип яҙа авторҙар.[4].

Ҡурғандар

Ауыл эргәһендә 5 км көньяҡ-көнсығыштараҡ ҡурғанлы ҡәберлектәр урынлашҡан. Нигеҙендә иҫәпкә ҡуйылған был -Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышының 1998 йылдың 16 сентябрендә ҡабул иткән 118-се Ҡарары буйынса археологик ҡомартҡы сифатында иҫәпкә ҡуйылған. Ҡыуандыҡ районы күләмендәархеологик тикшеренеүҙәр үткәрелмәгән[4].

Оноприеновка ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер кимәл. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[5].

Ауылдың «Оноприеновка» тип аталыуы башҡорттарҙан урындағы ерҙе һатып алыған күскенсе 2020 йыл 25 октябрь архивланған. — Оноприенко фамилияһы менән бәйле. Оноприеновка ауылынан тыш, Петр Андреевич Оноприенко Беләү утарын да (Блявкий) ойошторған[6].

Халыҡ иҫәбе
2010[7]
453
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. «В 1880—1890-х годах в поисках „вольных земель“ на восток России устремляются переселенцы с центральной и западной части российской империи. Населенные пункты Кашкук, Куруил, Новопокровка, были основаны переселенцами из Курской и Воронежской губерний; Сара, Сарбай, Кайракла — из Самарской губернии; Оноприеновка, Пехотное — украинцами из Полтавской и Харьковской губерний» — по материалам ФГУП РосНИПИУрбанистики
  4. 4,0 4,1 В. Г. Кулинич, С. М. Стрельникова «История села Оноприеновка»
  5. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  6. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.