Һары (Һары ауыл советы)
Һары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Халыҡ һаны | 642 кеше (2010)[1] |
Почта индексы | 462251 |
Һары (рус. Сара)—Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары ауылы округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһына көньяҡ-көнсығышҡа туранан яҡынса 35 километр алыҫлыҡта Сабаҡлы йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡушылдығы Һары йылғаһы исеме менән уны ла Һары тип атап йөрөткөләйҙәр[2]
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары ауылының климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләнә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, ул яҡынса 150 көн ята[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1861 йылдан һуң нигеҙ һалынған. Риүәйәттәр буйынса, күсенеүселәр — Башҡортостандағы Йылайыр ауылы эргәһендәге Угара ауылынан урыҫ иҫке йола тотоусылары. Тәүге исеме — Петропавловка — сиркәү байрамы буйынса ҡушылған. 1901 йыл сығанағында Петропавловск ауылы күренә[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Һары ауыл Советына ингән, уның үҙәге булған; муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың тәүге исеменә Һары тип ҡушылып йөрөтөлә башлауы шул уҡ төбәктә икенсе Петропавловка (Новопетропавловка) ауылы һалыныуы сәбәпсе була. Буталыш килеп сыҡмаһын өсөн быныһын йылға исеме менән Сара-Петропавловка тип йөрөтә башлайҙар, сөнки йылғаны урыҫ телендә Сара тип атайҙар. Архив материалдарында, документтарҙа, шулай уҡ баҫма сығанаҡтарҙа Петропавловканы село Петропавловское (Сара тож) тип яҙғандар. Ваҡыт уҙыу менән ауыл исеменең тәүге өлөшө — Һары ғына тороп ҡалған.
Һары йылғаһының атамаһы буйынса төрлө фараздар күп булһа ла, ғәмәлдә уның ярҙарындағы һәм эргә-тирәһендәге һары балсыҡтан алып ҡушылған[5].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылдың халыҡ иҫәбе буйынса ауылда даими рәүештә йәшәүселәр 893 кеше (урыҫтар 81 %) тәшкил иткән , 2010 йылда — 642[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ РФ һыу реестры: Чебакла (Сара, Чебокна) .
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Имя речки Сара — башкирское, оно имеется и в других тюркских языках и в переводе на русский означает «жёлтая». Название объясняется тем, что в берегах реки, а также и поблизости находилась жёлтая глина, поэтому во время сильных разливов вода в речке приобретала желтоватый цвет. Переселенцы быстро нашли применение этой глине: они разводили её в воде, добавляли ещё что-то и красили (белили) ею жильё и хозяйственные постройки. Впоследствии это второе название села — Сара — стало официальным и общеупотребительным, а первое — Петропавловка было опущено — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.