Ибраһим (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ибраһим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Ҡыуандыҡ

Координаталар

51°30′23″ с. ш. 57°26′40″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

12 урам[1]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1775

Элекке исеме

Көймәҙей тамағы

Бейеклеге

230—240 м

Халҡы

892[2] кеше (2010)

Почта индексы

462221

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 224 806 001

ОКТМО коды

53 714 000 146

ГКГН номеры

0074779

Ибраһим (Рәсәй)
Ибраһим
Ибраһим
Ибраһим (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Ибраһим

ИбраһимРәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡмар йылғаһы үҙәнендә ҡала округы үҙәге Ҡыуандыҡтан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауыл эргәһендә Һаҡмар йылғаһының һул ярында Байсура һаҙы тип аталған һаҙлыҡ бар [3]

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территорияның климаты, төбәк диңгеҙҙәрҙән һәм океандарҙан бик йыраҡ булғанға күрә, континенталь. Климатының төп үҙенсәлектәре: ҡыш һалҡын, оҙон (134 көн), ҡарлы (ҡарҙың максималь уртаса ҡалынлығы 53 см), яҙ һәм көҙ ҡыҫҡа (ярашлы рәүештә 58 һәм 65 көн), йәй эҫе, ҡоро, сағыштырмаса оҙон (108 көн).

Атмосфера яуым-төшөмөнөң тотороҡһоҙлоғо һәм етмәүе, дымдың, һыуҙың кибеүе процесстарының интенсивлығы йыл дауамында күҙәтелә. Ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура −15,5 °C, июлдә 20,5 °C, йыллыҡ уртаса температура 3,4 °C. Абсолют максимум- 42 °C ; абсолют минимум — 44 °C .

Таулы ерҙәрҙә яҙҙың һәм көҙ башында ҡырауҙар йыш күҙәтелә. Ҡырауһыҙ ваҡыттың оҙонлоғо — 128 көн, вегетация ваҡыты — 175 көн (көндәлек уртаса температура 10 °C һәм унан да юғары).

Йылдар дауамындағы уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 470 мм, уларҙың күбеһе йылы сезонға (апрель — октябрь) тура килә. Ноябрҙең икенсе декадаһында ҡар ята, апрелдең беренсе декадаһына тиклем яҡынса 140 көн һаҡлана. Мартта максималь ҡеүәткә етә — 53 см тәшкил итә.

Ер аҫты һыуҙары 10-15 метр тәрәнлектә ята һәмҡатламлы-ярыҡлы төргә инә.

Ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта Ырымбур өлкәһенең икенсе ҙур йылғаһы — Һаҡмар аға. Ауыл буйлап Көмәҙәй йылғаһы ағып ята. Ул йәй аҙағында ғәҙәттә кибә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһим (Көймәҙей тамағы) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1775 йылда[4] (йәки 1795 йылда[5]) телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Ауылда үҫәргән башҡорттары йәшәй. Телсе М. Ғ. Усманова буйынса, ауылда башҡорттарҙың бөрйән ҡәбиләһе (Татлыбай, Торсонбай, Уҙаман аралары) вәкилдәре лә бар[6].

Революцияға тиклем ауылда кибет, мәсет булған. 1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[7] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[8]

2016 йылға тиклем Ибраһим ауыл Советының административ үҙәге була.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[4][5]
1795 1816 1834 1866 1889 1892 1900 1917 1920 1926
119 179 287 230 249 271 252 387 280 253
Халыҡ иҫәбе
20022010[2]
1115892

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 28 % тәшкил итә[9].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКАТО и почтовые индексы - Оренбургская обл, Кувандыкский р-н, Ибрагимово с
  2. 2,0 2,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  3. Стрельников С. М. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст: С. М . Стрельников, 1994. ISBN 5-900802-02-7.
  4. 4,0 4,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 12, 28, 40, 41, 51, 66, 83, 109. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  5. 5,0 5,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  6. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое иссле­дование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — С. 175. — 272 с. — ISBN 5-295-01337-5.
  7. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  8. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  9. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.