Эстәлеккә күсергә

Арыҫланов Ҡунаҡҡужа Әмирбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡунаҡҡужа Әмирбаев битенән йүнәлтелде)
Ҡунаҡҡужа Әмирбай улы Арыҫланов
Тыуған ваҡыты

1778({{padleft:1778|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Ибраһим ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1798—?

Хәрби звание

зауряд-есаул

Хәрби алыш/һуғыш

Рус-прусс-француз һуғышы

Ҡунаҡҡужа Әмирбай улы Арыҫланов (1778—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.

Ҡунаҡҡужа Әмирбай улы Арыҫланов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ибраһим ауылында йәшәгән. Рус һәм төрки телдәрендә уҡый-яҙа белгән[1].

1798 йылдың 5 ғинуарынан — казак булып хеҙмәт итә. 1799, 1800, 1803 һәм 1817 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1804 йылда казактарҙы тынысландырыу өсөн мең кешенән торған команда составында Уральскиға ебәрелә[1].

1807 йылда 1-се Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз кампанияһында ҡатнаша[1].

1807 йылдың 15 декабренән — писарь, 1815 йылдың 11 майынан — дистанция башлығы булып хеҙмәт итә.

1819 йылдың 8 мартында зауряд-есаул званиеһын ала, 1828 йылдың 11 мартында 14 класслы чиновниктарға күтәрелә[1].

1829 йылдың 22 майынан кантон башлығы булып хеҙмәт итә, 1832 йылдың 16 июлендә поход чиновнигы вазифаһына күсерелә[1].

1835 йылдың майынан 1837 йылдың 11 мартына ҡәҙәр Ырымбур ваҡытлы земство судында депутат була.

Ҡатындары — Биксолтан, Мәғүбә, Сәлимә һәм Имилбикә; улдары — Ибраһим, Ишмөхәмәт, Садыҡ һәм Сабит; ҡыҙҙары — Ғәбиҙә һәм Хәлиҙә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 107-108. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.