Индустрия (Ырымбур өлкәһе)
Поселок | |
Индустрия | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Городской округ | |
Координаталар | |
Халҡы |
296 человек (2010) |
Милли состав |
татарҙар |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Индустрия — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан яҡынса 26 километр көнбайыштараҡ, Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Индустрия ҡасабаһы климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләнә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, ул яҡынса 150 көн ята[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба 1942 йылда барлыҡҡа килгән, Украинанан эвакуацияланған «Индустрия» совхозы исеме менән аталған. Уға тиклем бында «Заготскот» пункты һәм Мөхәмәтйәр ауылына ҡараған бер нисә йорт булған. 1960 йылдағы исемлектә «Индустрия» совхозының үҙәк усадьбаһы булараҡ телгә алынған[2].
2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[3][4].
2016 йылға тиклем ҡасаба Ҡыуандыҡ районының Мөхәмәтйәр ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 260 кеше тәшкил иткән (татарҙар — 79 %)[5], 2010 йылда 296[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России" .
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.