Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл Һаҡмар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Красносакмарск битенән йүнәлтелде)
Ҡыҙыл Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 28 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462223
Карта

Ҡыҙыл Һаҡмар, Урыҫ Бишәйе (рус. Красносакмарск) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 2 километр алыҫлыҡта көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Урындағы риүәйәттәргә ярашлы, был урында Үрге Бишәй башҡорт ауылы торған булған, Һаҡмар буйында түбәнерәк урынлашҡан Бишәй ауылын Түбәнге тип атағандар. 1920-се йылдарҙың тәүге яртыһында ер Новосамарскиҙан күсеп килгән урыҫтарға һатыла, 1926 йылда башҡорттар яңы урынға (хәҙер Теләүғол) күсенгән. Ауылдың икенсе, рәсми булмаған атамаһы — Урыҫ Бишәйе лә бар[4].

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Ҡыҙыл Һаҡмар ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған.

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабындағы аңлатмала топонимды ауыл ултырған Һаҡмар йылғаһы менән бәйләй. Ҡыҙыл төҫ иһә — революция символы, тигән ул[5]

2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 26 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 96 %) , 2010 йылда — 28[6].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. file:///D:/Doc’s/Downloads/kuvandikskiy_kray_v_geograf_nazv%20(1).pdf Стрельников С. М. Географические названия Кувандыкского района
  6. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.